

Рауил ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Абдулхаҡ Солтанов клубҡа йыйылған әсәйҙәрҙе сәләмләне. Ул районда социаль координатор хеҙмәте булдырылыуын, уның төп бурысы — махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары, махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән яугирҙәрҙең туғандары менән бәйләнеш тотоу һәм тейешле ташламалар алыуҙа, төрлө хоҡуҡи һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү икәнлеген аңлатты. Абдулхаҡ Исмәғил улы шулай уҡ яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн Ишҡол клубында пункт асылыуы, был эш өсөн яуаплы итеп Рафаэль Ишмөхәмәтов тәғәйенләнеүе хаҡында ла әйтеп үтте.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Дилә Ғәлиуллина үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Дилә Ҡасим ҡыҙы һалдат әсәләре менән йыш осраша, ауыл биләмәләрендә ҡабул итә.
— Әлегә тиклем Байым, Әлмө-хәмәт биләмәләрендә булдым, киләһе аҙналарҙа Хәлил, Буранғол яҡтарына сығырға ниәтләйем. Минең кабинетым ауыл хужалығы бүлеге урынлашҡан бинаның беренсе ҡатында, һорауҙарығыҙ булһа, килегеҙ һәр саҡ ярҙамға әҙермен. Кемгәлер юридик кон-сультация кәрәк, бәғзеләр психолог кәңәштәренә мохтаж, тартынмағыҙ, — тине социаль координатор. — Проблемаларығыҙ менән яңғыҙ ҡалмағыҙ, ауылда мәҫәлән, «Һалдат әсәләре» тип атап, үҙегеҙҙең клубығыҙҙы асығыҙ, ватсапта төркөм булдырып, аралашығыҙ, саралар үткәрегеҙ. Бергә был ауыр ваҡытты үткәреү еңелерәк буласаҡ.
Артабан ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт тарафынан күрһәтелеүсе ярҙам саралары тураһында ентекләп аңлатты. Мәҫәлән, һаулыҡты нығытыу, ял итеү өсөн республика шифаханаларына юллама алыу мөмкинлеге бирелә.
— Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының үҙенән тыш, уның ғаризаһы буйынса ата-әсәһе шифаханала дауалана ала. Бер кешегә 14 көн бирелә, ата-әсәһе бергә ял итһә — 7 көн. Яугиргә юллама алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмә, һаулыҡ торошо тураһында медицина белешмәһе һәм шифахана-курорт картаһы кәрәк. Ә ата-әсәһе, ҡатыны барған осраҡта ошо документтар исемлегенә тыуыу йәки никах тураһында таныҡлыҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының дауалау хоҡуғын ғаилә ағзаһына биреү тураһында ғаризаһы кәрәк буласаҡ, — тип ентекле аңлатты Дилә Ҡасим ҡыҙы. — Шуның өсөн улығыҙ йәки ирегеҙ ялға ҡайтҡан мәлдә, ғариза яҙҙырып ҡалығыҙ. Бик булмаһа, ул үҙе хәрби хеҙмәт урынынан ғаризаны скан аша ебәрә ала. Шифахананы һайлап, ниндәй ваҡытҡа юллама алыуҙа ярҙамлашырмын.
Ауыл ерендә йәшәүселәр, бигерәк тә газ үтмәгән төбәктәр өсөн утын мәсьәләһе — көнүҙәк. Республикала МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләләренә күрһәтелгән был ярҙам төрөнә ихтыяж ҙур. Һәр ғаиләгә 20 кубометр утын бүленә, хаҡтың 10 процентын ғына түләргә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, утын 5 мең һум торһа, ул 500 һумға төшәсәк. Ярҙам менән файҙаланыу өсөн урмансылыҡҡа ғариза яҙырға һәм документтар тапшырырға кәрәк.
«Эко-Сити» төбәк операторы махсус хәрби операция башланғас та, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уның ғаилә ағзаларын сүп-сар өсөн түләмдән азат итте. Бының өсөн компанияның офисына ғаилә составы һәм хәрби комиссариаттан белешмә алып барыу мотлаҡ. Шулай уҡ ғаилә ағзаһы МХО-ла булған айҙар өсөн түләмде ҡайтанан иҫәпләтеүгә хоҡуғы бар.
Ишҡол ауылынан махсус хәрби операцияла 24 ир-егет ҡатнаша, уларҙың күпселеге контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Таңсулпан Факиеваның өс улы ла һуғышта, әле кинйәһе ялға ҡайтҡан. Лилиә Мөхәмәҙиева улдары өсөн ут йотоп ултырған әсәләрҙең һорауҙарын социаль координаторға еткерҙе. «Беҙҙе районда үткән төрлө сараларға саҡырығыҙ, улдарыбыҙ ялға ҡайтҡан саҡта берәй осрашыуҙар уҙғарылһа, яҡшы булыр ине», — тигән теләк тә белдерҙе. Дилә Ҡасим ҡыҙы һуңынан шәхсән һәр береһен тыңлап, уларҙы борсоған проблемаларға асыҡлыҡ индеререргә тырышты, төрлө ярҙам алыу өсөн ғаризалар алды.
Биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Руфина Ирғәлина кәрәкле осрашыу өсөн Дилә Ғәлиуллинаға рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ һалдат әсәләрен клубта, китапханала ойошторолған сараларҙа ҡатнашыуҙарын һораны, тиҙҙән үтәсәк Әсәләр көнөнә арналған кисәгә саҡырҙы.
Динара САФИУЛЛИНА.