Атайсал
7 Декабрь 2023, 10:08

Бушҡа үтмәгән ғүмер...

Ишҡол ауылының хөрмәтле уҙаманы С. М. Муллахмәтов ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Бала сағы ауыр замандарға тура килеү сәбәпле, Синйәр ағайҙың хеҙмәт юлы бик иртә башлана. Бәләкәйҙән тиңдәштәре менән колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. 17 йәше тулыуға Әбйәлил ауылындағы һөнәрселек училищеһына ебәрәләр, бында ул тракторсылар курсын тамамлай. Тракторсы һөнәренә эйә егет тыуған ауылында эш башлай. Әммә күп тә үтмәй,  хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Был мәлгә инде Синйәр Муллахмәтов ғаилә ҡорған була, әрмегә уны  ҡатыны Йәмилә улы Ғаян менән  оҙатып ҡалалар.
Калуга өлкәһенең Козельск ҡалаһында урынлашҡан ракета ғәсҡәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт итеп,  ҡайтыу көндәрен түҙемһеҙлек менән һанай һалдат. Тик барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыҡмай: 1966 йылдың апрелендә Ташкентта көслө ер тетрәү була һәм ҡала тулыһынса тиерлек емерек хәлгә килә. Ҡаланы ҡайтанан тергеҙеү өсөн элекке СССР-ҙың бөтә республикаларынан көстәр йәлеп ителә. Төҙөлөшкә ярҙамға шулай уҡ Синйәр ағай хеҙмәт иткән часть һалдаттары ла ебәрелә. 
— Ташкентҡа барып төшкәндә, төҙөлөш урынындағы халыҡтың күплеге хайран ҡалырлыҡ ине. Шунда уҡ эшкә тотондоҡ һәм барыбыҙ ҙа ал-ял белмәй, көнө-төнө тиерлек эшләнек тә эшләнек. Емерелгән бер ҡатлы йорттар урынына күп ҡатлы йорттар һалдыҡ, — тип хәтирәләргә бирелде Синйәр Мотаһар улы. — Бер нисә ай эсендә Ташкент танығыһыҙ булып үҙгәрҙе.
Яҡташыбыҙҙың Ташкент ҡалаһын ҡайтанан тергеҙеүгә индергән тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана: Синйәр Мотаһар улы Оборона министрлығының Почет грамотаһына һәм «Хәрби төҙөлөш отличнигы» билдәһенә, партияның Ташкент ҡала комитетының «Ташкентты төҙөүсегә» билдәһенә лайыҡ була. Шулай уҡ «Бөйөк Еңеүгә 20 йыл» миҙалы менән дә бүләкләнә ул.
Шулай итеп, Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәүҙән тыш, илдең саҡырыуына ҡушылып, бәләгә тарығандарға ҙур ярҙам күрһәткәндән һуң ғына ҡайтып төшә тыуған йортона Синйәр Мотаһар улы.
Ҡайтыу менән трактор штурвалы артына ултыра: колхоздың икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарында ер һөрә, тупраҡ эшкәртә, сәсеүҙә, ураҡта ҡатнаша, төрлө йөк ташый, бер һүҙ менән әйткәндә, трактор ярҙамы талап ителгән һәр эште башҡара. 
Ҡушылған эшкә яуаплы ҡараған Синйәр Муллахмәтовҡа колхоз етәкселеге лә иғтибар итмәй ҡалмай һәм уңған тракторсыны Бәләбәй ҡалаһына мастер-көйләүсегә уҡырға ебәрә. Уҡыуын та-мамлап ҡайтҡан йәш белгесте хужалыҡтың машина-трактор паркында техник хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы итеп ҡуялар. Ошо йылдарҙа Синйәр Мотаһар улы белемен артабан камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Троицк ауыл хужалығы техникумының механизация бүлегендә белем ала. Дипломлы белгесте колхоздың автогараж мөдире итеп үрләтәләр. Хужалыҡтың автотранспортын техник хеҙмәтләндереүҙә  лә оҙаҡ йылдар эшләй ул.  
Рауил ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа газ үткәреү эше башланып, Ишҡол өйҙәрен газфикациялауҙы тиҙләтеү талап ителә, ошо маҡсатта һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, тәжрибәле Синйәр Муллахмәтовты газ эше буйынса мастер итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыл өйҙәре «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырылып бөткәс, район газ ойошмаһы етәкселеге Синйәр Мотаһар улына райгаз ойошмаһына слесарь булып күсергә тәҡдим итә. Хаҡлы ялға киткәнсе ошо яуаплы вазифала эшләй ул.
Оло йәштә булһалар ҙа, Синйәр Мотаһар улы ҡатыны Йәмилә Фәтих ҡыҙы менән ауылдаштарына һәр яҡтан үрнәк булып лайыҡлы ғүмер кисерә. Был парҙың тормоштоң ауырлыҡ-ҡайғыларын бергә кисереп, шатлыҡ-һөйөнөстәрен уртаҡ бүлешеп, донъя йөгөн парлап тартыуына ла алты тиҫтә йыл үткән.
Йәмилә апай Кемеров өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһында тыуған. Кулак мөһөрө тағылып, Себергә һөргөнгә оҙатылған атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе, аҡланып, тыуған яҡтарға ҡай-тырға рөхсәт алғас, ун йәшлек ейәнсәрҙәрен дә үҙҙәре менән алалар. Шулай итеп, Тәпән ауылына ҡайтып төпләнгән олатай-өләсәһе янында үҫеп, буй еткерә Йәмилә Фәтих ҡыҙы. Мәктәпте тамамлау менән ауылдағы фермаға эшкә бара. Фермаға тракторҙа малдарға бесән-һалам ташыған Синйәр ағай менән танышып китәләр һәм күп тә үтмәй бер ғаилә булып  Ишҡолда йәшәй башлайҙар. Ире хәрби хеҙмәткә алынғас, улы менән тағы ла олатаһы-өләсәһе янына күсеп ҡайта йәш ҡатын. Эшкә тилбер, сос Йәмилә апай колхоздың бер эшенән дә ҡалмай: һарыҡ көтә, һауынсы ла була, хужалыҡҡа бесән әҙерләүҙә йөрөй, сөгөлдөр тәрбиәләүҙән дә ҡалмай.
Синйәр Муллахмәтов армиянан ҡайтҡас, йәш ғаилә Ишҡолда яңы йорт бөтөрөп инә. Йәмилә апай һатыусы булып эшкә сыға һәм артабан бөтә хеҙмәт юлы сауҙа эше менән бәйле була. Халыҡ араһында  тиҙ арала ихтирам ҡаҙанған Йәмилә Фәтих ҡыҙын универмаг мөдире итеп ҡуялар.  Эшен бөтә тырышлығын һалып башҡарған Й. Ф. Муллахмәтова үҙе етәкләгән коллективтың юғары һөҙөмтәләргә ирешеүенә өлгәшә. Хөкүмәт тә уның намыҫлы хеҙмәтен тейешенсә баһалай: төрлө йылдарҙа Йәмилә Фәтих ҡыҙы СССР Ҡулланыусылар коопера-цияһының, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамоталары менән бүләкләнә. 
Ирле-ҡатынлы Муллахмәтовтарҙың  икәүһенең дә Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны исемен йөрөтөүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Синйәр һәм Йәмилә Муллахмәтовтар ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Ғаян ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалар етештергән «Цемикс» заводында һаҡ бүлегендә эшләй. Ҡыҙҙары Резеда өс тиҫтә йылдан ашыу район үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә шәфҡәт туташы, ул «Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» исеменә лайыҡ.
Үкенескә күрә, бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килде Муллахмәтовтарға. Кинйә улдары Илфат ата-әсә йөрәгенә уңалмаҫ яралар һалып, фани донъяларҙан мәңгелеккә иртә күсте. Улдарын юғалтыу ҡайғыһын ата-әсә үҙҙәре янына йыш килеп йөрөгән  ейән-ейәнсәрҙәре Илгизә менән Инсафҡа баҫа. Бөтә ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәрҙәренә һәр яҡтан ярҙам итеп, уларҙың уңыш-шатлыҡтарына һөйөнөп, ғүмер кисерәләр бөгөн Муллахмәтовтар. 
Оло йәштәбеҙ тип тормай  улар, бөгөн дә кәртә тултырып мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт тоталар. Баҡсаларында ниндәй генә ағас емеш бирмәй ҙә, ниндәй генә йәшелсә үҫтермәй улар. Сәскәләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, тәҙрә төптәрен  шау сәскәле гөлдәр биҙәй, йәй көндәре өй алды баҡсаһы, ҡапҡа эсе төрлө төҫтәге сәскәләргә күмелә. 
Йәмилә апай ҡул эштәренә оҫта: күңел йылыһын һалып теккән тәҙрә ҡорғандары, диван япмалары, бәйләгән түшәк-селтәрҙәре өйөнә йәм өҫтәй, донъяһының ҡотон арттыра. Электән бал ҡорто көтөргә теләге булһа ла, хужалыҡ эше тип көнөн-төнөн сабып, быға ҡулы етмәй торған Синйәр ағай хаҡлы ялға сығыу менән бал ҡорттары тәрбиәләү менән дә мәшғүл. 
Синйәр ағайҙың оҫта ҡулдары менән төҙөлгән-төҙөкләндерелгән йорт, Йәмилә апайҙың егәрлелеге булдырған ундағы тәртип менән донъялары зауыҡлы, бөхтә. Тирә-яҡҡа нур сәсеп торған сынъяһау донъяларынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй:  балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн генә түгел, ике яҡлап туғандары өсөн дә туған йәнле Муллахмәтовтарҙың йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ.
Илебеҙ ни күрһә — шуны күреп, ни кисерһә — дәһшәтле һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, үҙгәртеп ҡороу йылдарын — бөтәһен дә үҙ иңендә татыған, барыһының да шаһиты булған Синйәр ағай һикһән  бейеклегенән артҡа ҡараһа, эшләгән эше, бынамын тигән ғаиләһе, хан һарайындай донъяһы, кеше алдында ҡаҡшамаҫ абруйы бар уның. Ошо инде кеше өсөн ысын бәхет һәм бушҡа үтмәгән ғүмер ...
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас