

Станоктарға материалды бушлай район Советы депутаты Ишморат Әминев биргән. Тәүгеһен Элиза Әкрәм ҡыҙы кеше яллап үҙе эшләтеп ала, икенсеһе Пенсия фонды коллективы ир-егеттәре ярҙамы менән эшләнгән. Сетка, спанбонд материалын Өфө ирекмәндәре ярҙамында һатып алғандар, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре йыйған аҡсаны ла ҡушҡан. Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге ир-егеттәре материалды турап биреүҙә ярҙам итә.
— Маскировкалау селтәрҙе үреүҙә көнөнә 15-18 кеше килеп ярҙам итә. Әммә шулар араһында көн һайын автобус менән килеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Әбйәлил ҡасабаһынан Әсмә Тайыпова аяғына әллә нисә операция эшләткән ветеран уҡытыусы, көн дә автобус менән килеп маскировкалау селтәре үрешә. Ул апайға һоҡланмау мөмкин түгел. Тағы ла селтәр үреүгә Асҡар, Ҡаҙмаш, Амангилде, Дәүләт ҡатын-ҡыҙҙары ихлас ҡушылды, шулай уҡ Ҡушый, Ташбулат, Хәмит ауылдарынан да килделәр. Был юлы «бысраҡ көҙ» төҫөн һайланыҡ, бөтәһе 4 маскировкалау селтәре үрергә ниәтләйбеҙ. Ошо изге эштә ҡатнашҡан гүзәл заттарға, Сәләх Салауат улына һәм беҙгә технология дәрестәрендә «челнок» эшләп биреүсе Таһир Кусимов исемендәге 5-се, 7-се класс уҡыусыларына, уҡытыусылары Ришат Һатлыҡовҡа оло рәхмәтемде белдерәм, — ти район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина.
Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, апай-инәйҙәр һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.