Атайсал
8 Декабрь 2023, 05:30

Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән

Күп кенә райондаштар күңел ҡушыуы буйынса һалдаттарыбыҙға теләктәшлек белдерә — улар гуманитар ярҙам ебәреп, дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Яугирҙәргә районыбыҙҙан күп тапҡырҙар гуманитар ярҙам ебәрелде лә инде.

Күп кенә райондаштар күңел ҡушыуы буйынса һалдаттарыбыҙға теләктәшлек белдерә — улар гуманитар ярҙам ебәреп, дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Яугирҙәргә районыбыҙҙан күп тапҡырҙар гуманитар ярҙам ебәрелде лә инде. Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн райондан сираттағы гуманитар йөк 22 ноябрҙә оҙатылды. Һәр бер ауыл биләмәһендә, һәр бер ауылда гуманитар ылау йыйыу буйынса пункттар эшләне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә кәрәкле әйберҙәр, маскировкалы селтәрҙәр һәм исемле посылкалар йыйылған.

Ҡаҙмаштар сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә ике мунса ебәрҙе. Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин һуғышта ҡатнашҡан яҡташ егеттәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай. Ҡаҙмаш ауылы ир-егеттәре интернет селтәрендә чат булдырып, ауыл халҡынан аҡса йыя. Бында иһә ауылдан ситтә йәшәгән ул-ҡыҙҙар, килен-кейәүҙәр, башҡалар ҙа дәррәү ҡушыла. Унан һуң мунса эшләүгә кәрәк-яраҡтар һатып алынып, бер аҙна эсендә ауыл ир-егеттәренең көсө менән тағылмалы ике мунса хасил була. Ир-егеттәр мунсаларҙы үҙҙәре буяған да, матурлаған да. Ә бына йыуынырға тастарҙы ауыл халҡы килтергән, ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән йыуғыстар бәйләгән. 
Бынан тыш, Амангилде ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙары һалдаттарға тип йылы бейәләй-ойоҡбаштар бәйләгән, бетеүҙәр ҙә эшләгән. Изге эшкә Ҡаҙмаш ауылы имам-хатибы Данил Әһелов фатиха биргән. Мәктәп уҡыусылары һалдаттарға өсмөйөшлө хаттар яҙған. Мунсаларҙы һәм гуманитар ылауҙы Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, Ҡаҙмаш урта мәктәбе директоры Зариф Атауллин, биләмәнең йәштәр ойошмаһы рәйесе Азат Сафиуллин алып барасаҡ.
Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән Рөстәм Иҫәнбулатов 5 кубометр таҡта тейәгән, ул үҙенең «Валдай» йөк машинаһында юлға сыҡты.
Йәнгел ауылы халҡы яу яланындағы егеттәрҙең үтенесе буйынса, һалдаттарға антидрон ҡоралы һатып алған. Аҡса йыйыуҙа махсус хәрби операцияла һәләк булыусы Атауҙы ауылы егете Филүс Ҡаһармановтың атаһы Зөлфәр Ҡаһарманов ҙур финанс ярҙам күрһәткән. Ҡалғанын ауыл халҡынан йыйып, Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡоралды һатып алып, гуманитар ылау менән бергә ебәрҙеләр улар. 
Йәнгелдән Салауат һәм Йомабикә Әминевтар ғаиләһе һалдаттар өсөн күп кәрәкле әйбер туплап оҙатты.
Байым ауылындағы «Йәйғор» магазины хужалары Ришат Лоҡман улы һәм Миләүшә Дим ҡыҙы Исламовтар ҙа ярайһы уҡ ҙур өлөш индергән. Исламовтар һәр ваҡыт ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәйҙәр. Һуңғы осорҙа махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр өсөн шәхси посылкалар әҙерләүҙә ихлас ҡатнашалар. Ошо көндәрҙә Миләүшә Дим ҡыҙы күптән күңелендә йөрөткән уйын да тормошҡа ашырып ҡуйған —  үҙенең ярҙамсылары менән йөҙгә яҡын банка тушенка әҙерләгән. Хәҙер һалдаттарыбыҙ аҙыҡ-түлек менән яҡшы тәьмин ителә, ләкин ауылдаштарҙың, яҡташтарҙың әҙерләгән күстәнәстең тәме башҡа, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ, тигән фекерҙә ул.
Гусев ауыл биләмәһендә лә һалдаттарға ярҙам йыйыу әүҙем алып барылды. Валерий Шунин бер бидон бал килтергән, Суховтар ғаиләһе бәйләнгән ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр, аҡсалата ярҙам күрһәткән. Эшҡыуарҙар Заһир Дәүләткирәйев — 12, Гөлсинә Һиҙиәтова 5 пар итек һәм пряжалар алып килгән. Азат Әхмәтйәнов, Рәмис Вәлиев һалдаттарҙы көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин иткән. 
Таҡһыр ауылынан мобилизацияланған егет Ринат Ласыновтың кәләше Линараға ла һоҡланмау мөмкин түгел! Алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеүсе иптәшенә ул мораль яҡтан ҙур терәк һәм таяныс. Көҙгөһөн, сентябрь айында, Линара үҙенең инициативаһы менән һөйгәне янына – Донецкиға поезд менән барып ҡайтһа, был юлы ул Ринаттың дуҫтары менән тормош иптәшенә тип ВАЗ-2108 машинаһын алып китте. 
Мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусыларының да ярҙамы күп булған. Улар һалдаттарға блиндаж майшәмдәрен эшләү һәм хат яҙыу акцияларына ихлас ҡушылғандар. Ололар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Мәҫәлән, Туйыш ауылы ағинәйҙәре 140 майшәм эшләп, координацион үҙәккә тапшырғандар.
Тупаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары әйберҙәргә ҡушып сәк-сәк, йыуаса бешереп ебәрҙе.
Гуманитар ылауҙы оҙатыу тантанаһы йола буйынса Йәштәр йорто алдында үтте. Бында район хакимиәте вәкилдәре, ойошма-предприятиелар етәкселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең яҡындары килгән ине. Йәш, сос, дәртле егеттәрҙең ярҙамы менән тыуған яҡтың йылылығы һәм һөйөүе менән сорналған тәмле-татлы ризыҡтар, бейәләй-ойоҡтар, майшәмдәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары тиҙ арала машиналарға тултырылды.
— Бынан 80 йыл элек ата-бабаларыбыҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышына ҙур өлөш индереп, Еңеүҙе яҡынайтһа, бөгөн дә халыҡ көсө менән яу яланында булған яҡташтарыбыҙға беҙ терәк булырға бурыслыбыҙ. Әбйәлил яугирҙәребеҙгә, тимәк, бөтә Рәсәйгә ярҙам күрһәтә. Тыл һәр саҡ фронтҡа ярҙам иткән һәм был — уның изге бурысы. Хәрбиҙәребеҙ – беҙҙе яҡлаған ҡалҡан, ә беҙ — ҡалҡан тотҡан ҡул. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тик шулай ғына еңеү яуланырға тейеш, — тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов. 
Район Советы секретары Булат Исламбаев та юлға сығыусыларға изге теләктәрен еткерҙе һәм район халҡына оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Был юлы гуманитар ылау Донецк һәм Луганск өлкәләренә оҙатылды. Беренсе машинаны, өҫтә яҙып үтеүемсә, Амангилде ауылы биләмәһе егеттәре алып барһа, икенсе машиналағы гуманитар ярҙамды район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, район Советы депутаттары корпусынан Йәмил Баймырҙин, Йәнгел ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Ҡадиров оҙатып барасаҡ.
Ярҙам алып барыусыларға имен юлдар, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға тиҙерәк дошманды тар-мар итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас