Атайсал
9 Декабрь 2023, 06:15

Күптәргә өлгө булырлыҡ ағинәй

Яңы Балапан ауылында ла өлгө булырлыҡ ғаиләләр, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған хөрмәтле ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар күп. Ундайҙарға ҡарап күңел ҡыуана. Шуларҙың береһе – Ғ. Д. Рәхимова.

Ғәилә 1948 йылда Яңы Балапан ауылында ғүмер кисергән Рабиға һәм Дәүлә ҡази Ҡорманаевтарҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға ауаз һала. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ул дошман менән аяуһыҙ алыштар барған 1942 йылда ҡаты яраланғандан һуң, демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайтарыла.
Ғәилә башланғыс белемде ауылындағы мәктәптә алғандан һуң, уҡыуын Байым мәктәбендә дауам итә.  Унан инде Ташбулат урта мәктәбен тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала.
 Бала саҡтан күңеленә ятҡан һөнәрҙе алыу маҡсатында Ҡырмыҫҡалы ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Бухгалтер һөнәренә эйә булыуы тураһында ҡулына диплом алған ҡыҙ хеҙмәт юлын Шайморатов исемендәге колхоздың Яңы Балапан бригадаһында башлай. Оҙаҡ йылдар бухгалтер йөгөн тарта ул. Артабан  ауыл магазинында һатыусы булып эшләй. 1996 йылдан алып, хаҡлы ялға киткәнсе Яңы Балапан урта мәктәбендә ашнаҡсы хеҙмәтен үтәй.  Ҡайҙа эшләһә лә, Ғәилә Дәүләтҡази ҡыҙы үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш хеҙмәткәр булып таныла. 
Әхтәм Рәхимов менән тормош ҡороп, ике ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтереп, уларға белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Әхтәм Ғәлләм улы урындағы мәктәптә физика һәм математика дәрестәре алып барҙы, дүрт йыл белем усағының етәксеһе йөгөн дә тартты. Тик ҡаты ауырыу уны яҡты донъяларҙан иртә алып китте. 
Ата-әсә өлгөһөндә өлгөлө ғаилә ҡороп, намыҫлы ғүмер кисергән ул-ҡыҙҙары бөгөн үҙҙәре олатай-өләсәй. 
Оло ҡыҙҙары Әлфиә Мораҡайҙа йәшәй. Тормош иптәше Ғаян менән бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биргәндәр. Хәҙер инде улар килен-кейәүенә ҡәйнә-ҡайны булып, тормошта йәшәү-өлгөһө булып торалар, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған олатай-өләсәй  ҙә.
Юғары педагогик уҡыу йортон тамамлаған Гөлсинә ауылдағы мәктәптә рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй, уның ҡыҙы иһә Өфөлә төпләнгән. 
Ауылда йәшәгән Илнур менән Фәнис Магнитогорск металлургия  комбинатына йөрөп эшләйҙәр. Илнурҙың ғаиләһендә өс бала үҫһә, Фәнис бер улға һәм бер ҡыҙға атай.
Магнитогорск ҡалаһын үҙ иткән Марсель дә комбинатта хеҙмәт юлын үтә, ғаиләһендә ике ул тәрбиәләнә. 
Ғәилә Дәүләтҡази ҡыҙы кинйә улы Фәнистең ғаиләһе менән йәшәй. Хаҡлы ялда ла тик ултырмай ул: ауылдың “Саңдыүҙәк” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Аш-һыуға ла оҫта, уның күпереп бешкән икмәге, талҡан-ҡорото, буҙаһы, ҡаҡланған ҡош-ҡорто тәмле була, өй алды баҡсаһын, тәҙрә төптәрен матур гөл-сәскәләр биҙәй, емеш-еләге тәгәрәп уңа. Мал-тыуарын, ҡош-ҡортон тәрбиәләргә лә өлгөрә.
– Янымда балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем булғанға бик шатмын, – ти Ғәилә Дәүләтҡази ҡыҙы. – Улар эргәлә булғанда донъя йәмле, күңел тыныс.
Бына шулай булғанына шөкөр итеп, көс-ғәйрәтен юғалтмай йәшәүен дауам итә ауылдың хөрмәтле ағинәйе, хеҙмәт ветераны.
Сәриә МАЛЫБАЕВА.
Яңы Балапан ауылы.

Читайте нас