

Уларға Балалар ижад йорто педагогы Л. С. Манапова менән йәштәр йорто директоры З. Ш. Фазылйәнова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Лилиә Салауат ҡыҙы блиндаж майшәмдәре яугирҙәр өсөн бик кәрәкле икәнлеге, дүрт сәғәт дауамында һүнмәй яныу мөмкинлеге, шулай уҡ уның йылыһына хатта былау бешереп булыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
Өсөнсөләр класс етәксеһе Г. И. Сафина менән бергә 30 шәм яһаны. Был акцияға ата-әсәйҙәр ҙә ҡушылды, бергәләп эшләүе барыһына ла оҡшаны һәм файҙалы булды. Уҡыусылар үҙ өлөштәрен индереүгә ҡәнәғәт. Афариндар!
Римма БАЙМЫРҘИНА.