

Бала саҡта ауылыбыҙҙа килен төшкәнен ишетеү менән беҙ, ҡыҙҙар, еңгәй бүләге алыу өсөн туй барған йортҡа йүгерә инек. Еңгәйҙәр үҙҙәренең ап-аҡ күлдәктәрендә беҙҙең өсөн әкиәттәге батша ҡыҙын хәтерләтә ине. Үҙебеҙ ҙә шул ваҡыт татлы хыялдарға сума инек: «Эх, ҡасан үҫеп етәбеҙ ҙә, ҡасан ошондай матур күлдәктәр кейәбеҙ инде...»
Ике туған Айбулат ағайым да төп йортҡа кәләш алып ҡайтҡас, еңгәй бүләген алырға тип барыуыбыҙ һаман иҫебеҙҙә. Ул ваҡытта йәп-йәш кенә һомғол буйлы, ап-аҡ йөҙлө, нәҙекәй билле, ҡалын сәс толомдарын матур итеп яурынына һалған һылыу еңгәйҙе күреп хушыбыҙ киткән ине. Шул мәлдән Миңзәлә еңгәйебеҙ беҙҙең иң яратҡан кешебеҙгә әүерелерен уйлап ҡараныҡмы икән?!
Рәхмәтле Рәхмәт еренән Яңы Балапанға килен булып төшкән еңгәйебеҙ ҡәйнә йортона үҙе менән ҡот та, йылылыҡ та алып килде тиһәм һис тә хата булмаҫ. Ағайыма ышаныслы ҡатын, ҡәйнәһенә уңған килен булған яҡын кешебеҙҙең ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Айбулат ағайым менән бергә матур донъя ҡороп йәшәүҙәренә лә тиҙҙән 35 йыл тула. Ошо йылдар эсендә шатлыҡты ла, ҡайғылы мәлдәрҙе лә уртаҡ бүлеп, матур йәшәнеләр туғандарым. Ҡәйнәһе Фатима инәйемде лә һуңғы һулышына тиклем матур ҡараны килене. Шуға ла туғандар араһында ихтирамлы ул. Ике яҡтан да туғандары күп булғас, ғаилә байрамдарында, үткәргән аяттарында йорт эсе күңелле шау-шыуға тула. Күршеләре менән дә татыу улар.
Ағайым менән еңгәйемдең эш урындары ла бер. Айбулат һәм Миңзәлә Солтановтар икеһе лә ауылдың хөрмәтле уҡытыусылары. Ағай физкультура дәрестәрен алып барһа, еңгәй ситтән тороп уҡып МаДУ-ны тамамланы, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡытты. Һуңғы йылдарҙа директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. Йыл да мәктәптә сығарылыш уҡыусыларының осрашыуын ойоштороусы ла ул.
Туғандарымдың ҡорған донъялары сынъяһау, ҡотло. Йыл да кәртә тултырып ҡош-ҡорт көтәләр, малдары ишле. Һыйырҙарын күбәйтеп ағай фермерлыҡ эшен башлап ебәрҙе. Хәҙер уларҙың хужалығында тиҫтәнән ашыу ат, 20-ләп баш һыйыр малы һәм күпләп кәзә-һарыҡтары бар. Бындай ҙур хужалыҡты алып барыуҙа, әлбиттә, төп ярҙамсылары — балалары, туғандары ла булыша.
Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән ағайым менән еңгәйем хәҙер инде бер ейән һәм ике ейәнсәргә олатай-өләсәй. Өлкән ҡыҙҙары Айзилә ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында төпләнгән. Ҡала мәктәптәренең береһендә шәп математик. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Айгизә күрше ауылға, яратҡан еңгейебеҙҙең йәнтөйәгенә килен булып төшөп, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, ул үҫтерәләр. Ул — табип, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып сыҡты. Улдары Айнур Магнит ҡалаһында ГАИ начальнигы вазифаһын етәкләй. Төпсөктәре мал йәнле, үҙҙәре кеүек эшкә талымһыҙ, кәртә-ҡураны ялтыратып тотҡан Сынбулаттары ла мәктәп тамамлап, Әбйәлил ауылында ауыл хужалығы буйынса уҡып йөрөй. Бәхетле атә-әсә ял һайын ҡайтып, ярҙам итеп китеүсе балаларына рәхмәтле.
Ағай менән еңгәй ауылда яңғыҙы, атайыбыҙҙың йортоноң усағын һүрелтмәй донъя көткән әсәйебеҙҙең дә ныҡлы терәге, ярҙамсылары. Ағайым улдары менән йыл да бесән эшләп бирә. Һуғым мәлендә лә уларһыҙ эш башҡарылмай. Ҡаҙ өмәләрендә лә бергәләп ҡайнашабыҙ. Кәңәш, тел ярҙамдары ла әҙ булманы уларҙың. Ниндәй ҙә ҙур эште кәңәш итергә әсәйебеҙ иң тәүҙә уларға йүгерә. «Айбулат ағайығыҙ ни әйтер, килендән белешәйем әле тәүҙә», — тип әйтеүе туғандарымдың шундай абруйлы, аҡыллы, ярҙамсыл булыуҙары тураһында һөйләй.
Ниндәй генә ғаилә байрамдары булмаһын, туймы, юбилеймы, яратҡан еңгәйебеҙ сара уртаһында ҡайнай. Таҡмаҡсы ла, дәртле бейеүсе лә еңгәйебеҙ ағай менән парлашып йырлап, мәжлес күрке булып йөрөйҙәр. Быйыл Миңзәлә еңгәй тыуған ауылы Рәхмәттә үткән «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамының ойоштороусыһы ла, алып барыусыһы ла булды. Байрамдарға әҙерләгән буҙалары, аш-һыуы телде йоторлоҡ тәмле була. Бар яҡтан да уңған, ихлас күңелле, дәртле, ярҙамсыл, шәп еңгәйебеҙгә ниҙәр теләһәк тә әҙ һымаҡ. Ҡәҙерле кешебеҙгә ағайыбыҙ менән иңгә-иң терәп тағы ла оҙаҡ йылдар парлы йәшәргә, яңы башлап торған эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ насип булһын.
Гүзәлиә ҒИБӘҘӘТОВА.
Асҡар ауылы.