

Тынғыһыҙ ижадсыны тәбрикләргә тамашасылар зал тултырып килде. Улар араһында туғандарын, яҡындарын, дуҫтарын, хеҙмәттәштәрен, ауылдаштарын, яҡташтарын һәм кес кенә балаларҙан башлап ололарға тиклемге төрлө йәштәге китап уҡыусыларын күреп Гөлнара ҙур ҡыуаныс, күңел тантанаһы кисерҙе. Әҙәби-музыкаль кисәне ул үҙенең «Тыуған ер», «Ғүмер», «Әллә ниндәй бер матур ҙа...» шиғирҙары менән асты.
Гөлнара Хәлфетдинова — башҡорт шиғриәте күген үҙ нуры менән яҡтыртҡан баҙыҡ йон-доҙҙарҙың береһе. «Ҡыңғыраулы ғына яланда», «Бәхет һурпаһы» шиғри йыйынтыҡтары авторы һөнәри тәғәйенләнешен дә ижади өлкәлә тапҡан. Ул — журналист. Байтаҡ йылдар Баш-ҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалында, «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдарында хеҙмәт итә, хәҙерге көндә «Ағиҙел» журналының шиғриәт бүлеген етәкләй. Ҡәләмен йырҙар, сценарийҙар яҙыу, тәржемә өлкәләрендә лә уңышлы һынай.
Шағирәнең илһам сығанағы, әлбиттә, тыуған ерендә. Ер йөҙөнөң хозур мөйөштәренең, урманлы-таулы төбәктәренең береһендә — Хәмит ауылында донъя килгәндәр араһында күңелдәре хискә, моңға мөлдөрәмә тулы булғандар әҙ түгел. Гөлнараның бала саҡ йылдары тураһында хәтирәләре менән күршеһе, Асҡарҙан уҡытыусы Гүзәл Абдуллина бүлеште:
— Беҙҙең баласаҡ Улажа урамында үтте. Гөлнара китап яратты. Уйнарға йыйылһаҡ, китап тотоп сыға ла, беҙҙән, саҡ ҡына өлкәнерәк ҡыҙҙарҙан, уны уҡырға йәки әкиәт һөйләргә һорай торғайны. Бәлки шуның өсөн дә ижадҡа ынтылышы бәләкәй сағынан киләлер, — тине ул.
Халыҡта ҡатын-ҡыҙҙың еләк сағы тип йөрөтөлгән матур ғүмер осорона тос ижади байлыҡ туплап килеп еткән, әҙәби мөхиттә киң танылыу яулаған яҡташыбыҙҙы район хакимиәте һәм Советы исеменән социаль үҫеш бүлеге етәк-сеһе Г. Ә. Рәхимова ҡотланы:
— Гөлнара Нәжип ҡыҙы! 45 йәш — ғүмерҙең өр-яңы миҙгеле: ижад итеү, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, баш әйләндергес эштәр башҡарыу мәле. Алда һеҙҙе тағы ла яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр көтә. Һеҙ башҡорт шиғриәтендә поэтик йөҙө, әйтер һүҙе, күптән үҙ һуҡмағы булған шағирә. Шиғырҙарығыҙҙа һәр кемдең күңел төпкөлөндә ятҡан йәшертен генә һағыш, тормошто икһеҙ-сикһеҙ яратыу, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында ғына була торған саялыҡ бар. Шуға ла абруйлы «Ағиҙел» журналының шиғриәт бүлеген етәкләү ҙә һеҙҙең нескә иңдәрегеҙгә һалынғандыр. Шиғырҙарҙан тыш йырҙар, сценарийҙар ижад итеүегеҙ, матбуғатта мәҡәлә-очерктарығыҙ баҫылып тороуы тынғыһыҙ ижад хаҡында һөйләй. Емешле ижадығыҙ менән уҡыусыларығыҙҙы һөйөндөрөп йәшәгеҙ, илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ.
Артабан сәхнә түрен баш ҡала ҡунаҡтары биләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе урынбаҫары, шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина быйылғы көҙҙә икенсе тапҡыр ошо залға йыйылыу осраҡлы түгеллеген, Әбйәлил ере таланттарға бай төйәк булыуын билдәләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтан сәләмдәр күндереп, Гөлнара Хәлфетдиноваға әҙәбиәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн берлек идаралығының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
— Беҙҙең союзда 300-ләгән яҙыусы ижад итә. Улар араһында Гөлнарабыҙҙың үҙенең йондоҙо, үҙенең тауышы, сағыу, яҡты нуры бар. Әбйәлил ере, халҡы шәп шағирә үҫтергән, бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, — тип Тәнзилә Сәлих ҡыҙы кисә хужабикәһенә «Шағир тыуа халыҡтан» тигән шиғырын бағышланы.
Билдәле балалар яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе Гөлнара Мостафина аҙашы менән ижади даирәлә генә түгел, матбуғат өлкәһендә лә бер һуҡмаҡтан атлауҙарын әйтте. Ул Гөлнара Нәжип ҡыҙының яуаплылыҡ, үҙ-үҙенә ҡарата талапсанлыҡ кеүек күркәм сифаттарын барлап үтте.
Ғөмүмән, Гөлнара Хәлфетдинованың тәбиғәттән бирелгән һәләтен күреп, уны артабан үҫтереүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының әҙәби ижадҡа иғтибары, атаһының дәртләндереп, хуплап тороуы, «Йәншишмә», гәзите, «Пионер» журналы хеҙмәткәрҙәренән килгән йылы хаттарҙан тыш, «Осҡон» гәзите биттәрендә тәүге шиғри шәлкемдәренең баҫылып сығыуы ҙур роль уйнай. Матбуғат ветераны Самат Фәйзуллин шағирәнең 4-се класта район баҫмаһында тәүге шиғырҙары донъя күреүен орлоҡтоң уңдырышлы ергә төшөүе менән сағыштырҙы һәм бөгөн ул шытымдың үҫеп етеп күкрәп сәскә атыуына һоҡланыу белдерҙе. «Гөлнараның шиғыр китабын уҡығандар иғтибар иткәндәрҙер — әсәйлек рухы аңҡып тора», — тип ул Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫарына яңыраҡ Р. Йәнбәктең мөхәббәт шиғирҙарын һөйләү буйынса үткәрелгән конкурс кеүек Г. Хәлфетдинованың милләтебеҙҙе, халҡыбыҙҙы үҫтергән әсәйҙәргә дан йырлаусы шиғирҙарын яттан һөйләү бу-йынса бәйге үткәрергә тәҡдим итте.
«Ағиҙел» журналы редакцияһы бөтәһе биш кенә хеҙмәткәрҙән торһа, шуларҙың юбиляр менән бергә дүртәүһе — баш мөхәррир, прозаик һәм драматург, Салауат Юлаев ордены кавалеры М. С. Ҡунафин, уның урынбаҫары, билдәле прозаик, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ә. Ғ. Үтәбаев һәм яуаплы сәркәтип, яҙыусы-ғалимә, филология фәндәре кандидаты Л. Р. Кирәева Асҡарҙа үткән кисәлә ҡатнашты. Был бәләкәй, әммә берҙәм һәм татыу коллективта Гөлнара Нәжип ҡыҙы ярҙамсыллығы, тырышлығы, һәр эште еренә еткереп үтәүе менән ихтирам яулаған. «Ниндәй генә эште башҡармаһын унда рух күтәренкелеге бар, ул — милләт өсөн янып йәшәүсе шәхестәребеҙҙең, шағирәләребеҙҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Уның шиғриәте тураһында күп һөйләргә булыр ине. Яҙыусының кем икәнлеген белгең килһә, уның тыуған яғын барып күрергә кәрәк тиҙәр. Был ысынлап та шулай», — тине Өфө ҡунаҡтары.
Гөлнараны ҡотларға, уның тураһында йылы һүҙ әйтергә теләүсе ауылдаштары һәм райондаштары күп булды сарала. «Беҙҙең Гөлнара» тип башланған сығыштар уның менән сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо хаҡында һөйләй ине. Шиғри һүҙ бәҫен, ҡиммәтен яҡшы белгән шағирә бигерәк тә шиғыр бағышлауҙарҙы ихлас ҡабул итте. Халыҡ сәсәниәһе, шағирә Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Хәмиттән хеҙмәт ветераны Фирүзә Ғәҙелшина, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары Марсель Хамматов, Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов йөрәк һүҙҙәрен, изге теләктәрен шиғыр юлдарына һалғайны. «Йәйғор»ҙарҙың бер сәхнә булып сығып баҫыуҙары райондың әҙәби көсөнөң Г. Хәлфетдиноваға хөрмәтен сағылдырҙы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

