Атайсал
11 Декабрь 2023, 14:30

Тамъян ырыуының данлы улы

Тал Ҡусҡары клубында Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә билдәле сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяни иҫтәлегенә арналған кисә үтте. «Уҡытыусы, остаз, мәғрифәтсе...» исемле сарала сәсәнебеҙ ижадын үҙ итеүселәр, туғандары ҡатнашты.

Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ауылдың «Ҡомартҡы» фольклор ансамбле ағзалары йыр-моң менән ҡаршыланы.
Сараны асып, клуб мөдире Сәүиә Дәүләтбаева Уҡытыусы һәм остаз йылында үҙенең ғүмерен аң-белем таратыуға арнаған күренекле сәсән, мәғрифәтсе Шафиҡ Әминев-Тамъяни  хаҡында иҫкә алмау яҙыҡ булыр, тине һәм уның тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны.
— Шафиҡ Әминев 1858 йылда Әбделғәзе ауылында тыуған. Троицк ҡалаһындағы тирә-яҡҡа билдәле «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ғилем эстәй. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен яҡшы белгән. Ата-әсәһе бик иртә үлгәс, тыуған яғына ҡайта һәм ҡустыларын ҡарай. Хәләл көсө менән йыйған донъяһын, бар мөлкәтен коллективлаштырыу осоронда тартып алалар, тоҡлап шиғырҙарын юҡ итәләр,  үҙен кулактар иҫәбенә индерәләр. Ғәҙел, белемле булыуы өсөн хөрмәт иткән ауылдаштары уны Себергә һөргөнгә ебәреүҙән һаҡлап ҡала. Ижадының күпмелер өлөшө генә ҡағыҙҙан ҡағыҙға күсерелеп, телдән-телгә һөйләнеп, беҙҙең көндәргә тиклем аманат булып килеп еткән. Сәсәндең Тамъяни псевдонимы уның ырыуы атамаһынан алынған. Ул «Кеше тормошо», «Урал» шиғри циклдары, күп шиғыр-мөнәжәттәр авторы, — тип таныштырып үтте Сәүиә Исҡужа ҡыҙы.
Республикала танылыу яулаған сәсәниә, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға еткереүгә ҙур өлөш индергән ағинәй, педагогик хеҙмәт ветераны Гөлнур Мамлеева сәсәндең ижадын яҡшы белгән, өйрәнгән кеше.
— Сәсәнлек юлына килеүемә Шафиҡ Әминевтың йоғонтоһо ҙур. Сөнки атайым гел уның мөнәжәттәрен көйләп йөрөнө, мин иһә унан ятлап ҡалдым. Шул рәүешле, бала сағымдан сәсәндең ижады менән ҡыҙыҡһындым. Педучилищела уҡыған йылдарҙа Ғәбит сәсән, Ишмөхәмәт сәсән менән Шафиҡ Әминев-Тамъяни ижадын ныҡлап өйрәндем. Яҡташ сәсәндең тыуған ер, тыуған ил, кендек ҡаны тамған Уралына маҡтау һүҙҙәре, ата-әсәне ҡәҙерләү, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлау, яҡшылыҡ, изгелеккә саҡырған шиғыр-мөнәжәттәрен яратам һәм яттан беләм. Ул ысын сәсән, сөнки һөйлә тиһәләр һүҙ тотҡан, йырла тиһәләр йырлаған, бейе тиһәләр бейегән, ҡурайҙа уйнаған. Бер әҫәрҙе ятлап алып йә шиғыр яҙып ҡына сәсән булырлыҡ түгел. Боронғо сәсәндәрҙең ижадын төплө белмәйенсә сәсән исемен йөрөтөп булмай. 1978 йылда фольклор төркөмө төҙөп, бәйеттәрен өйрәндек. Мәктәптә эшләгәндә лә, йәш быуынға күренекле сәсәндең ижадын еткереүгә күп көс һалдым, — тип бәйән итте Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы һәм «Бөркөтөм» шиғырын яттан һөйләне.
Район Советы секретары Булат Исламбаев киләһе йылда уҙасаҡ тамъяндар йыйыны алдынан үткән сараның әһәмиәтен юғары баһаланы.
— Оло йыйынға әҙерлек сиктәрендә Шафиҡ Әминев-Тамъяни тормошо һәм ижадына арналған кисәнең мәртәбәһе ҙур. Уның ижадын ентекле өйрәнеү, исемен мәңгеләштереү буйынса саралар тормошҡа ашырыла, район үҙәк китапханаһында таҡтаташ асыу планлаштырыла, әҫәрҙәрен туплап китап сығарыу бурысы тора, — тине Булат Юныс улы. — Шафиҡ Әминев беҙҙең райондың ғорурлығы, талантлы, аҫыл шәхес, уның йор һүҙле, башҡорт рухы ярылып ятҡан вариҫтары тоҡомон дауам итеүе ҡыуаныслы. Ижадын йәштәр, балалар белһен, төрлө конкурстарҙа шиғырҙары яңғыраһын ине.
Б. Исламбаев 1994 йылда Амангилде ауыл Советы рәйесе булып эшләгәнендә Әбделғәзелә билдәле ғалимдар, телселәр ҡатнашлығында Шафиҡ Әминевҡа арналған тәүге ҙур йыйын ойошторған. Сарала арҙаҡлы шәхес, танылған фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов ҡатнашҡан, сәсәндең ижадын өйрәнеп, юғары баһа ҡуйған. 
Йәнгел ауылынан сәсәндең бүләһе Салауат Әминев олатаһының ауыр бала сағын, ҡатмарлы тормош юлын бәйән итте. Ул Шафиҡ сәсәндең ижадын яҡшы белгән әсәһенән яҙып алған һәм быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған тиҫтәнән ашыу шиғырҙарын дәфтәргә күсереп һаҡлаған. Олатаһының «Урманым» исемле шиғырын ишеттерҙе. Сәсәндең вариҫы үҙе лә шиғри һүҙгә маһир, тәрән мәғәнәле, фәһемле «Ашъяулыҡ» шиғырын һөйләне.
Бүләсәре — Әлмөхәмәттән Зөбәйлә Әминева-Зарипова йыр-моңға әүәҫ, мөнәжәт, ҡобайыр әйтеп, төрлө конкурстарҙа урындар яулаған. Кисәлә ҡатнашыусыларға ағинәй «Урал» мөнәжәтен башҡарҙы.
Амангилденән сәсәндең ейәне, ҡурайсы, йор һүҙле Савит Мортазин олатаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
—  Минең әсәйем Нәфисә — Шафиҡ Әминевтың ҡыҙы. Ул атаһының төргәк-төргәк ғәрәпсә яҙыулы ҡағыҙҙарын өй башына йәшергән еренән табып, яндырыуҙарын әсенеп һөйләй торғайны. Беҙҙең көндәргә килеп еткән шиғырҙары ижадының бер кескәй өлөшө генә. Сөнки ғалим Әхмәт Сөләймәнов Ш. Әминевтың ижадын өйрәнеп бөтөрлөк түгел тип билдәләгәйне, — тине Савит Рәхмәт улы. — Олатайымдың шиғырҙары хәҙерге заман менән ауаздаш, бөгөнгө көндөң проблемаларын тоҫмаллап яҙыуы, ер һатыу, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләре юғалыуы, матди байлыҡтың өҫкә ҡалҡыуы көнүҙәк булыуына ғәжәпләнәм. Ижадын белеү, исемен онотмау мөһим тип иҫәпләйем.
Район Советы рәйесе Ишморат Әминев Шафиҡ Әминевтың бүләһе. Ул олатаһының исемен мәңгеләштереү, шиғырҙарын баҫтырыуға ҙур өлөш индерә. 
— 2008 йылда олатайыбыҙҙың тыуған ауылындағы башланғыс мәктәпкә Шафиҡ Әминев-Тамъяни исеме бирелде, таҡтаташ асылды. 2018 йылда сәсәндең 160 йыллығына арнап, «Әйтер һүҙем бар» исемле йыйынтығы донъя күрҙе. Беҙ уның вариҫтары булыуыбыҙ менән ғорурланып йәшәйбеҙ, — тине Ишморат Шамил улы һәм мәҙәниәт усағына олатаһының шиғырҙары тупланған китаптарҙы бүләк итте.
Сәсәниә Хәнифә Әүбәкирова, хеҙмәт ветераны Иштимер Ғүмәров, мәғариф ветераны Фирүзә Сафина, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин үҙ сығыштарында Әбйәлилдең арҙаҡлы шәхесе Шафиҡ Әминев-Тамъяни исеме онотолмаһын, килер быуындар ижадын белеп үҫһендәр тигән теләк белдерҙе. 
— Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткән ошо сараның күренекле сәсәнебеҙгә арналыуы бик мәслихәт. Әбйәлилдә мәғрифәткә юл асҡан Шафиҡ Әминевтың исеме юғары торорға тейеш. Тамъян ырыуы йыйыны алдынан ошо юҫыҡта эштәр башҡарылыр, район үҙенең данлы улын күтәрмәләр тип ышанып ҡалайыҡ, — тине Линиза Сәғәҙиева. 
Сәсән Шафиҡ Әминевтың шиғыр-мөнәжәттәре яңғыраған, тормошо һәм ижады хаҡында фәһемле кисә ойошторған Тал Ҡусҡары клубы мөдире Сәүиә Дәүләтбаеваға рәхмәт әйтеүселәр күп булды. Ысынлап та, райондың билдәле шәхесе, данлы улының исеме онотолорға тейеш түгел.
Динара САФИУЛЛИНА. 

Читайте нас