Атайсал
11 Декабрь 2023, 06:24

Уңғандарҙың тормошо ҡотло

Әбйәлилдә тыуып-үҫеп, төрлө тарафтарҙа төпләнеп, илебеҙгә кәрәкле һөнәр эйәләре булып намыҫлы хеҙмәт иткән, өлгөлө ғүмер кисергән райондаштар хаҡлы ғорурлыҡ тойғоһо уята. Һүҙем — Белорет ҡалаһында йәшәгән Малыбаевтар хаҡында.

Ғаилә башлығы Шамил Яңы Балапан ауылында йәшәгән Сәриә һәм Рәжәп Малыбаевтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Ике яҡтан да көтөп алынған тәүге ейән булған Шамил сос, шуҡ булып үҫә. Әсәһе Сәриә Ғәли ҡыҙы Горький ҡалаһындағы сит телдәр институтына ситтән тороп уҡырға ингәс, уның уҡыу сессиялары мәлендә бәләкәй Шамил Асҡар ауылында йәшәгән өләсәһе Сәрүәр, олатаһы Ғәле, ҡарт өләсәһе Разия ҡарамағында була. 
Яңы Балапан мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлаған егет Белорет ҡалаһындағы 25-се һанлы лицейға уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, токарь һөнәрен алған Шамил Белорет металлургия комбинатында эш башлай. 
Ул осорҙа ситтә эшләгән йә уҡыған йәштәрҙең күпселеге Сибай – Өфө поезы менән йөрөйҙәр. Буласаҡ йәрен дә ошо поезда барғанда осрата Шамил. Байым ауылында ғүмер иткән Кәтифә һәм Хашим Хәлиловтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булған Гөлсинә был мәлдә Байым урта мәктәбенең һигеҙенсе класын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Сибай педагогия училищеһы студенты була. Ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ Белорет районы Инйәр мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Бәләкәйҙән тегеүгә, сигеүгә, бәйләүгә маһир йәш уҡытыусының хеҙмәт дәрестәренә балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, бик теләп йөрөйҙәр. Мәктәп етәкселеге йәш, дәртле уҡытыусыға кластан тыш сараларҙы ойоштороуҙы һәм алып барыуҙы ла йөкмәтә. 
Матур итеп эшләп, бәхетле йәшәп ятҡанда, Хәлиловтар ғаиләһенә ауыр ҡайғы килә: Гөлсинәнең әсәһе  ҡапыл ауырып, вафат була. Был мәлдә биш бала үҫкән ғаиләлә тик иң өлкәндәре  Ринат ҡына үҙ ғаиләһен ҡорған була. Ул да, Хөрмәт тә колхозда эшләй, Гөлсинә Инйәрҙә уҡыта, Динә Өфөлә институтта уҡып йөрөгән була, иң бәләкәй  ҡустылары Илшат ни бары ете йәшлек кенә ҡала.
Күп тә үтмәй һалдат хеҙмәтен тултырып, Шамил ҡайтып төшә һәм  йәштәр туй гөрләтә. Егеттең ата-әсәһе Белоретта йорт һатып алып бирә. Ғаиләнең шатлығын арттырып, улдары Руслан тыуа. 
Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай шул: Гөлсинәнең атаһының йорто янып китеп, ғаилә бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Гөлсинә Илшат ҡустыһын үҙҙәренә ала һәм ул ун беренсе класты тамамлағанса апайының ғаиләһендә йәшәй. 
Был осорҙа йәштәр яңы өй бөтөрөп инә, ғаилә лә ишәйә, улдары Данил, ҡыҙҙары Регина тыуа. Гөлсинә Хашим ҡыҙы был ваҡытта Белоретта мәктәптә уҡыта. 
Илшат мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетына уҡырға инеп, ҡулына диплом ала. Хәҙерге ваҡытта ҡустыһының матур ғаилә ҡороп, фатир алып, өс балаға атай булып, өлгөлө донъя көтөүе  апайы өсөн дә оло ҡыуаныс. 
Гөлсинә Хашим ҡыҙы бер аҙ ҡала мәктәптәренең береһендә уҡытып, Эске эштәр министрлығының Белорет ҡалаһындағы миграция хеҙмәтендә эшләүенә лә ике тиҫтә йыл ваҡыт үткән. Был йылдар эсендә ул ситтән тороп Мәскәү юридик университетын тамамлаған. Талапсан, һәр эшкә яуаплы ҡараған белгес коллективта оло абруй менән файҙалана.
Юғары разрядлы токарь Шамил Рәжәп улы ла  үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ дан алған. 
Малыбаевтарҙың тормош йөгөн бергә тартып, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе бүлешеп, ғүмер кисереүҙәренә лә 28 йыл тулған.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Был ысынлап та шулай, кешенең тормошҡа ҡарашы, ынтылышы, ихтыяр көсө һәм эш һөйөүсәнлеге ғаиләлә һалына. Ҡыҙ-улдарының барыһы ла тырыш, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккәндәр, әҙәплеләр ҙә. Руслан улдары Өфө автотранспорт колледжын тамамлаған, әле юғары уҡыу йортонда белем эстәй. Кәләше Зарема менән Гөлназ исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Данил Магнитогорск ҡалаһындағы Г. Носов исемендәге дәүләт техник университетын тамамлап, Өфө ҡалаһында төпләнгән, «Газпром»да инженер вазифаһында уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Регина Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем ала. 
— Ҡыуаныстары ла, ҡайғы-хәсрәттәре лә байтаҡ булды был тормошта, — ти Гөлсинә Хашим ҡыҙы. — Һәр кеше үҙ тәҡдиренә яҙған күрәсәкте кисерә-кисерә йәшәйҙер инде был донъяла... Быйыл атайым да ауырып, баҡыйлыҡҡа күсте.
Эйе, яҙмыш күп тапҡыр һынауҙар ебәргән, ләкин ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәгән көслө ихтыяры һынмаған уның, сөнки эргәһендә яратҡан тормош юлдашы, балалары көс-ҡеүәт өҫтәй. Ғаиләһендә хәстәрлекле әсәй, яратҡан өләсәй, уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын да ул. 
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп, был матур тормошҡа ҡыуанып, бер-береһенә, яҡындарына терәк-таяныс булып йәшәйҙәр ошо көндәрҙә үҙҙәренең 50 йәшлек алтын юбилейҙарын билдәләгән Шамил Рәжәп улы менән Гөлсинә Хашим ҡыҙы.
— Бәхетле булыуҙың сере — бер-береңде хөрмәт итеп, ышанып йәшәүҙә. Беҙ бер ҡасан да асыуланышып, үс ҡыуып йөрөмәнек. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, аңлашырға, ғәйеплеһең икән — ғәфү үтенә белергә кәрәк, — тигән фекерҙә Малыбаевтар.
Күптәргә үрнәк булып, артабан да тормоштарынан, башҡарған эштәренән йәм табып, тирә-яҡты нурға күмеп, матурлыҡ таратып, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп, һау-сәләмәт, бәхетле ғүмер итергә Хоҙай насип итһен Малыбаевтарға. 
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас