

Компаниялар дәүләттән тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген үҫтереүгә 438 миллион һум субсидия алған. Йәки, дүрт йылда был йүнәлеш буйынса бөтәһе 211 компания дәүләт ярҙамы алған.
Башҡортостан 100-ҙән ашыу ил менән сауҙа мөнәсәбәттәрен һаҡлай. 2023 йылдың ғинуар—сентябрендә республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 3,31 миллиард доллар тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта бөтә әйләнештең 75 проценты Башҡортостан тауарҙары экспортына тура килә.
Республиканың иң әүҙем ун тышҡы сауҙа партнерҙары иҫәбенә Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларус, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Латвия, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Нидерландтар, Германия инә. Был илдәрҙең өлөшө төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләменең 75,1 процентын тәшкил итә.
Ил буйынса, һуңғы ике йылда Рәсәйҙең тауар әйләнешендә «дуҫ» илдәрҙең өлөшө һиҙелерлек артҡан. 2030 йылға Рәсәйҙең төп сауҙа партнерҙары булып Африка, Азия һәм Латин Америкаһы илдәре торасаҡ. Уларҙың өлөшөнә илдең тышҡы сауҙа әйләнешенең 90 проценты тура киләсәк, тип белдергә Премьер-министр М. Мишустин.
"Санкция баҫымына ҡарамаҫтан, конструктив ҡарашлы кешеләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бара. Иң элек Евразия иҡтисади союзы, БДБ һәм ШОС буйынса партнерҙар менән БРИКС, Азия-Тымыҡ океан төбәге, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Африка, Латин Америкаһы илдәре менән эшләйбеҙ. Туғыҙ ай эсендә был дәүләттәр менән тауар әйләнеше 21 процентҡа артҡан”, — тигәнМихаил Мишустин.