Атайсал
19 Декабря 2023, 10:37

Дыуан Хәлиле ҡыҙы — Әбйәлил Хәлиле килене

1958-1993 йылдарҙа Хәлил ауыл Советына ҡараған ауылдарҙан Нәфисә Ямал ҡыҙы Солтанова-Фәрхитованан белем алмаған берәй уҡыусы бармы икән?

Нәфисә Фәрхитова Дыуан районы Хәлил ауылы ҡыҙы. Ул Ямал һәм Зарифа Фәрхитовтарҙың татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы колхозда баш бухгалтер була, әсәһе төрлө эштәрҙә йөрөй. Фәрхитовтар балаларын үҙҙәре кеүек тырыш, эшһөйәр һәм аҡыллы итеп тәрбиәләйҙәр. Нәфисәләре бәләкәйҙән үк башҡаларынан күркәм холҡо, ныҡышмалылығы, зирәклеге һәм уҡыуға һәләте көслө булыуы менән айырылып тора. 
Хәлил ауылында етенсе класты тамамлағандан һуң, дүрт йыл Мәсәғүт педучилищеһында уҡып, башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы алып сыға. Артабан Нәфисә Ямал ҡыҙы 1955 йылда математика уҡытыусылары әҙерләгән ике йыллыҡ пединститут тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Әбйәлил районына ебәрелә. Башта ул Дәүләт мәктәбендә пионервожатый, математика уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан 1958 йылда уны Хәлил һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Дәрт-дарманы ташып торған уҡытыусы Әбйәлилдең Хәлил ауылын үҙенең Дыуан районы Хәлил ауылындай күреп, тыуған ауылы тип ҡабул итә. Һәм бөтә күңелен һалып, арыу-талыу белмәй балаларға математиканан белем биреүгә тотона.
Ошонда Нәфисә апай үҙенең ғүмерлек тормош йәрен, Хәлил ауылының иң сая егете Рафаил Солтановты осрата. Нәфисә апай менән Рафаил ағай ныҡлы ғаилә ҡороп йәшәп китәләр. Рафаил ағай алдынғы колхозсы, әүҙем йәмәғәтсе, йор һүҙле әңгәмәсе һәм ғаиләһе өсөн хәстәрлекле ир булды. Солтановтар  дүрт балаға ғүмер бирә.
Ул-ҡыҙҙарын тәрбиәле, белемле итеп үҫтереүҙә Нәфисә Ямал ҡыҙының ҡәйнәһе Зәйнәб инәйҙең дә өлөшө бик ҙурҙан, минеңсә. Ул данлыҡлы Дәүләтовтар затынан, Советтар Союзы Геройы Ғәбдрәүеф Әбделғәни улының бер туған апайы була.
Нәфисә Ямал ҡыҙы ҡәйнәһе Зәйнәб инәй менән 31 йыл татыу ғүмер кисерҙеләр, бер-береһен бер һүҙҙән аңлап йәшәгән ҡәйнә менән килен булдылар. Солтановтар йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын төрлө йылдарҙа «Өлгөлө ғаилә», «Татыу ғаилә», «Татыу ҡәйнә һәм килен» кеүек алтаҡталар биҙәне.
Әммә тормош аяуһыҙ ... «Эй, Аллам, аҙ ауырыу, анһат үлем бир инде» тип һәр саҡ ҡабатларға яратҡан Зәйнәб инәй 1989 йылда, 76 йәшендә ҡапыл вафат була. Ә 1991 йылда 56 йәшендә генә фажиғәле рәүештә Рафаил ағай ҙа яҡты донъя менән хушлаша. 
Сабыр холоҡло, тәрән аҡыллы Нәфисә Ямал ҡыҙы тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, балаларына оло кәңәшсе, ныҡлы терәк булып йәшәүен дауам итә. Өлкән ҡыҙы Рәйсә Мәсетле районы Бурансы ауылында, Рәмзиәһе Өфөлә, Юлай улы тыуған ауылында, Мәрзиәһе Әлмөхәмәттә үҙ ғаиләләре менән гөрләтеп донъя көтәләр, үҙҙәре хәҙер олатай-өләсәй булғандар. Нәфисә апайҙың 12 ейән-ейәнсәре, 18 бүлә-бүләсәре бар.
Ҡыҙҙары Рәйсә менән Рәмзиә әсәй юлынан китеп — уҡытыусылар. Рәмзиә Рафаил ҡыҙы заманында райондың «Осҡон» гәзитендә эшләне, 1-се Асҡар мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, район мәғариф бүлегендә методик кабинетты етәкләне.
Яратҡан уҡытыусыбыҙҙың педагогик хеҙмәт стажы — 38 йыл. Уҡыусылары уны онотмайҙар, хәлен белешеп, байрамдар менән ҡотлап торалар. Бына мин, уның уҡыусыһы Айһылыу Сәхәү ҡыҙы, һөнәри остазым тураһында шундай йылы хәтирәләр һаҡлайым. 6-8 кластарҙа миңә Нәфисә Ямал ҡыҙынан математика тигән яңы, еңел булмаған фәндән белем алырға  тура килде. Уның дәрестәре тыныс, эшлекле шарттарҙа үтә торғайны. Һәр уҡыусы менән индивидуаль эшләргә лә, математика түңәрәктәре алып барырға ла өлгөрә ине ул.
Нәфисә апайҙың дәрес аҙағына аҡбурға ап-аҡ булып буялып, яңы теманы аңлатыуҙан сикһеҙ ҡәнәғәт ҡалып, ихлас йылмайып тороуы әле лә күҙ алдымда. Ул дәресенең һәр минутын рациональ файҙаланыуы менән башҡаларҙан айырылып торған уҡытыусы булды.
Уның уҡыусылары араһынан математика уҡытыусылары булып киткәндәр бихисап. Бына беҙҙең кластан ғына дүрт уҡыусы математика һәм физика уҡытыусылары һөнәрен һайланы. Зөһрә менән Нәзифә Таштимер урта мәктәбендә, Ишбулды Күсәрбаев Хәлилдә, мин Хәлил, Ташбулат, Ишбулды мәктәптәрендә хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға теүәл фәндәрҙән белем бирҙек. Дүртебеҙ ҙә республикабыҙҙың мәғариф алдынғылары. Яулаған уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ нигеҙендә, һис шикһеҙ, Нәфисә Ямал ҡыҙының беҙгә биргән ғилеме, тәрбиәһе ята.
Егерменсе  быуаттың 70-се, 80-се йылдарында йәш уҡытыусыларҙан миңә, Флүрә Ишмөхәмәт ҡыҙы Мурзинаға, Ишбулды Абдрафиҡ улы Күсәрбаевҡа Нәфисә Ямал ҡыҙы менән бергә эшләргә тура килде. Н. Я. Фәрхитова оҙаҡ йылдар мәктәптең математика һәм физика уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләне, беҙҙе уҡытыу серҙәренә төшөндөрҙө. Бер мәл: «Етәр инде, миңә һаман да уҡытыусы ролен башҡарып йөрөргә. Мин дә һеҙҙең ҡул аҫтында эшләп ҡарайым әле», — тип методик берекмәне йәштәргә тапшырыуына шаҡ ҡаттыҡ. 
Нәфисә Ямал ҡыҙы мәғариф өлкәһендәге оҙайлы, фиҙаҡәр  хеҙмәте өсөн «РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ. Колхоздың һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан Нәфисә Ямал ҡыҙы ваҡытында агитатор ҙа, политинформатор ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла, профсоюз комитеты рәйесе лә була. Ошо хаҡта ул былай тип һамаҡлап та ебәрҙе:
Совет осоронда беҙ
Эшләмәнек һуң ниҙәр?!
Әллә яҙмыш, әллә ялғыш
Үтеп китте ғүмерҙәр.
Ошо арала үҙенең 90 йәшен билдәләгән юбиляр ағинәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре уратыуында, иҫәнлек-һаулыҡта матур ғүмер кисерә. Барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, иғтибар-ихтирамына төрөнөп артабан ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын Нәфисә Ямал ҡыҙына. 
Минең менән хушлашҡанда: «Олоғайғас ней, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡарап һоҡланып ултырыу — үҙе ҙур бәхет. Шулдыр инде бәхетле ҡартлыҡ тигәндәре. Илебеҙгә тыныслыҡ  ҡына килһен, ҡалғанына шөкөр итерлек!» —тине һөйөклө уҡытыусым, остазым Нәфисә Ямал ҡыҙы. Эйе, шулай үткәндәргә үкенмәй, бөгөнгөгә шөкөрана ҡылып йәшәй белеү ҙә ҙур бәхет.
Айһылыу ТИМЕРБАЕВА.
Ишбулды ауылы.

Читайте нас