+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Ғинуар , 18:05

Белоруссия менән Рәсәйҙең тауар әйләнеше үҫә

2023 йылда Белоруссия һәм Рәсәй тауар әйләнеше үҫеп 54 миллиард доллар тәшкил иткән.  #ВладимирПутин

Белоруссия менән Рәсәйҙең тауар әйләнеше үҫә
Белоруссия менән Рәсәйҙең тауар әйләнеше үҫә

Бөгөн, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Беларусия Президенты Александр Лукашенко Санкт-Петербургта Союз дәүләтенең Юғары дәүләт советы ултырышында ҡатнаштылар.

     Осрашыуҙа Мәскәү менән Минск араһындағы мөнәсәбәттәр бик әүҙем үҫешә, тауар әйләнеше 54 млрд доллар тәшкил иткән һәм артабан үҫеүен дауам итә, тип белдерҙеләр. Үткән йылда, Рәсәй Белоруссия иҡтисадына 4 миллиард доллар инвестициялаған һәм был эш ике яҡлы барыуы билдәләнгән.

Бигерәктә ыңғай мөнәсәбәттәр сәнәғәттә, ауыл хужалығында, фәндә, мәғарифта, мәҙәни өлкәлә үҫешә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алғандар.

     Осрашыу барышында ике ил «2021-2023 йылдарҙа Союз дәүләтен булдырыу тураһында килешеү положениеларын тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәре»документының  үтәлеше буйынса йомғаҡ яһағанлар,  киләһе өс йылға ошондай уҡ документты яңынан раҫлағандар. Шулай уҡ, артабан үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү буйынса өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: