+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Февраль , 14:58

Ауылыбыҙҙың ҡото, йәме ул

Һуғыш, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы күреп үҫкән быуын бар нәмәгә шөкөрана ҡылып, йәштәргә үрнәк-өлгө булып, ауылыбыҙға йәм, ҡот өҫтәп йәшәй. Һүҙем Ғәшүрә Мәғәфүрова хаҡында.

Ғ. Х. Мәғәфүрова 1935 йылдың 15 апрелендә Буранғол ауылында тыуған. Буранғол мәктәбендә бишенсе класты тамамлай. 1941 йылда һуғышҡа киткән атаһы 1942 йылда яу яланында батырҙарса һәләк була һәм әсәһе балаларын алып, тыуған ауылы Үтәгәнгә ҡайта. Ғәшүрә Хажим ҡыҙы Амангилде мәктәбендә һигеҙенсе, Асҡарҙа унынсы класты тамамлай. Алыҫта ҡалған бала сағын иҫенә төшөрһә, әле лә күңеле әрней.
— Атайым колхозда бригадир була, әсәйем төрлө эштәрҙә йөрөй. Һуғыш башланғанын Магнит ҡалаһында ишеттек. Атайым беҙҙе лә алып, кәзә һатырға барғайны. Радионан Германия һуғыш башлағанын хәбәр иттеләр. Беҙ кисләтеп кенә ауылға  ҡайтып еттек. Иртәгәһенә атайым үҙ теләге менән һуғышҡа китте. Ул киткәс, ауыр көндәр башланды. Әсәйем иртәнән ҡара кискә тиклем баҫыуҙа эшләй. Мин ҡустымды ҡарап, өйҙә ҡала торғайныҡ. Ҡустым асығып илаһа, баҫыуға әсәйем янына күтәреп алып китәм. Бала имгәнсе, әсәйем миңә башаҡ сүпләргә ҡуша. Йыйылған башаҡтарҙы баланың йүргәге араһына һалып, төрә ине. Һәм миңә бригадир тап булһа, ҡустыңды семетеп ал, илаһа, тикшереп тормаҫ ти торғайны, — тип хәтирәләргә бирелеп китте ул. — Ике яҡ күршегә лә ҡапҡа булды. Элек кеше шулай йәшәне. Күршегә урам аша түгел,  шул ҡапҡа аша йөрөнөк. Күрше Мәхүп инәй беҙҙе инеп ҡараштырып сыға торғайны. Бер ваҡыт самауыр ҡайнатып, мейес эргәһендә тирмән тартып ултырғанмын. Самауырҙың еҫенә ҡустым да, мин дә ҡолағанбыҙ. Мәхүп инәй килеп инеп, ҡолаҡтарыбыҙға шәм торбаһы ҡуйып, уятып алған. Һөйләһәң, бик ҡыҙғаныс, ыҙалыҡтарҙы күп күрелде. 
Ғәшүрәнең әсәһе балаларын ас итмәҫ өсөн быйма баҫа, һарына, әттек йыя. Мәктәптә дәрестәр ҡыҫҡартыла. Уҡыусыларҙы ла баҫыуға эшкә алып йөрөтәләр. «Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә еңеү өсөн!» девизы аҫтында еңеүҙе яҡынайтыуға ал-ял белмәй эшләй тылдағылар.
1952 йылда Һәйетҡол ауылы егете Алтынбай Мәғәфүров менән ғаилә ҡоралар. Алтынбай Нәжметдин улы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Яҙмыш уның алдына ла үтә ауыр һынауҙар ҡуя. Ғаиләлә иң өлкән ир заты булараҡ 12 йәштән колхозда эш башлай. Ер һөргәндә, тырматҡанда ат башында йөрөй, мал ҡарай. Һуғыштан һуң, дүрт йыл Амур өлкәһенең Райхечинск ҡалаһында хеҙмәт армияһында була. Ҡайтҡас, Әүжәнгә ағас ҡырҡыуға ебәрәләр. Һуңынан колхозда малсы, пилорамала станоксы булып эшләй. Урмансы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ул шулай уҡ «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн», Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән наградаланған.
Һәйетҡолға килен булып төшкәс тә, Ғәшүрә апай өйҙә генә ятмай: колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, миндек бәйләй, бесән саба, фермала бәрәстәр ҡарай. 
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла йәшәйеш бик ауыр була. Һәр ғаилә ағзаһына 120 центнер бесән, 40 кг ит, 100 йомортҡа, 8 кило май тапшырырға кәрәк була. Өй һайын йөрөп, уны агент йыйып ала. Кешеләр «трудоден»гә эшләгәндәр, көндәре тулмаһа, һалым һалғандар.
Һәйетҡол ауылының тәүге магазины булып тәҙрәһе лә, мейесе лә булмаған колхоз фермаһының  келәте хеҙмәт итә. Электр уты ла булмаған ошо магазинда, яҡтылыҡ төшһөн өсөн ишеген асып ҡуйып, 1958 йылдан 1965 йылға тиклем һатыу итә Ғәшүрә Хажим ҡыҙы.
— Ул саҡта талаптар ҡаты булды. Ревизор аңғармаҫтан килеп төшә. Тәүҙә аҡсаны һанай, шунан инде тауарҙарҙы иҫәпләй. Магазин ишегенә пломба ҡуя торғайнылар. Ревизия ваҡытында тауарҙың һыуығына бармаҡтарымдың бите өшөп, һыҙырылып китә торғайны, — тип һөйләй ул.
1965 йылда район ремонт-техник предприятиеһы шоферҙарын яллап, магазин бураһын алдыралар. Бураны күтәреп, магазин төҙөүгә дәррәү ярҙамлашҡан өмәсе ауылдаштарын ашатыуҙы ла үҙе хәстәрләй һатыусы. 1965 йылдың 26  октябрендә Һәйетҡолда яңы магазин асыла һәм ул әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә. Ошо магазинда тағы ла егерме йыл халыҡты хеҙмәтләндерә Ғәшүрә Хажим ҡыҙы, был осорҙа ул Амангилде сауҙа-тауар предприятиеһының иң алдынғы һатыусыһы булып таныла.
— Тауар артынан Сибайға базаға ике һатыусы бергәләп, машинаның бортына толоп кейеп ултырып китәбеҙ. Тауарҙы алып ҡайтҡас, Рысҡужала йоҡлап, уны бүлешәбеҙ. Иртәгәһенә ат егеп, барып алып ҡайта инем. Бер ҡайтып килгәнемдә машина төрттөрөп китте, әллә нисек үҙемә бер нәмә лә булманы. Аҙыҡ-түлекте Амангилде сельпоһынан ташыным. Магазин бәләкәй булғас, һыуытҡыс, арбалы мотоцикл, төрлө мебель тәпәш ҡойма ме-нән уратып алынған түбәлек аҫтында ултырҙы. Бер кем дә теймәне, ауыл халҡы һәйбәт булды. Ғәшүрә инәйҙең тырыш хеҙмәте тейешенсә баһаланған. Ул БАССР төҙөлөүгә 50 йыл тулыу айҡанлы социалистик ярышта еңеүсе тип билдәләнә. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан иғлан ителгән ярышта еңеүсе була.
Ғәшүрә Мәғәфүрова 1979 йылдың 27 майында Өфөгә Башҡорт АССР-ы ҡулланыусылар йәмғиәте уполномоченныйҙары съезына райондан делегат булып бара.  1986 йылдан хаҡлы ялда. 
Төп эше менән бер рәттән Ғ. Мәғәфүрова йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Һәйетҡол ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләй, күп йылдар ойошмала ағза була. Көбө-көбө буҙа ҡойоп, ҡомалаҡ менән әсетеп икмәк бешереп, талҡан һәм башҡорт халҡының башҡа аш-һыуын әҙерләп, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары менән бергәләп ризыҡтар әҙерләп, ҡул эштәрен ебәрә Өфөлә үткән халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестиваленә. Күҙ нурын түгеп, селтәрләп бәйләнгән, сигелгән әйберҙәре, һуҡҡан аҫалы балаҫтары менән күп конкурстарҙа призлы урындар яулай. 
КПСС-тың XXVI съезына арнап, райондың һәүәҫкәр рәссамдары һәм декоратив ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бирелгән Маҡтау ҡағыҙын да ҡәҙерләп һаҡлай ул.
Ғәшүрә Хажим ҡыҙы «Әсәлек» миҙалына, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт ветераны», «Һуғыш балалары»  һәм «Бөйөк Еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалдарына лайыҡ булған.
Ғәшүрә апай район, республика яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, гәзит-журналдар уҡый. Ваҡытлы матбуғатты иң күп алдырыусы булараҡ алған рәхмәт хаттары ла бар уның.
Тормош иптәше Алтынбай Нәжметдин улын, үҙе әйтмәксе, «саф алтын» итеп хөрмәтләп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыулыҡта 57 йыл ғүмер юлы үтәләр. Иренең вафатына ла тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үткән.
Дин юлында булған Ғәшүрә Хажим ҡыҙын ауыл халҡы ихтирам итә. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе йәштәргә өгөт-нәсихәттәрен биреп, 11 ейән-ейәнсәренә, 14 бүлә-бүләсәренә ҡыуанып ғүмер итә. Балаларының ихтирам-хөрмәтендә, улар-ҙың изгелек-игелеген күреп, тағы оҙаҡ йылдар ғүмер кисерергә насип булһын.
Шәһиҙә ҒӘБИТОВА.
Һәйетҡол ауылы.

Читайте нас: