+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Февраль , 19:15

Өйөбөҙ йәме — бәхетле балаларыбыҙ

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путин  2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ғаиләләргә иғтибар артыр, уларҙы борсоған проблемалар хәл ителер, дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелер тигән өмөттәбеҙ.

Ғаилә — һәр кем өсөн тормош мәғәнәһе, донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле кешеләр: атай, әсәй, өләсәй, олатай, балалар. Улар менән ҡыуаныс-көйөнөстәрҙе бергә күтәрәһең, бер-береңә терәк булып  ғүмер юлынан етәкләшеп бараһың. Асҡар ауылында йәшәүсе Розалия менән Нур Хәйбуллиндар бар яҡтан килгән, уңған, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың бер-береһен ҡәҙер итеп тороуы, яҡындарына йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәттәре һоҡланыу уята. Балалары яҡшы уҡыһын, бар яҡтан һәләттәрен үҫтерһен өсөн ата-әсәй ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Улар икеһе лә эш урынында абруй, ихтирам яулаған. Нур Нурфәйез улы Росреестр идаралығы белгесе, Розалия Наил ҡыҙы Т. Кусимов исемендәге гимназияла өлкән ашнаҡсы булып оҙаҡ йылдар эшләйҙәр. Һөнәрҙәрен яратҡан, алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәр.
Атауҙы егете менән Асҡар ҡыҙы тормош ҡороуҙарына сирек быуаттан ашыу ғүмер үткән. Йәш ғаилә район үҙәгендә төпләнә. Улдары Тимур донъяға килгәс, бәхеттәренең сиге булмай. Бәләкәй сағынан спортҡа ылыҡҡан, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡыған малайҙары үҙенең уңыштары менән ҡыуандырып тора. Ете йәшенән үк атаһы менән көн һайын иртәнсәк йүгерергә сыҡҡан Тимур төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Мәктәп  тормошо уртаһында ҡайнап йәшәгән егет лидер, шәп ойоштороусы булып таныла. Т. Кусимов исемендәге гимназияны алтын миҙалға тамамлай һәм Эске Эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә. Алдынғы студент булараҡ фотоһүрәте отличниктар стендынан төшмәй. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайта. Өс йылдан ашыу эске эштәр бүлегендә өлкән оперуполномоченный вазифаһында үҙен компетентлы белгес итеп күрһәтә. Йәш, тырыш хеҙмәткәрҙе уҙған йылда БР Эске Эштәр министрлығының енәйәти эҙәрлекләү идаралығына өлкән оперуполномоченный итеп эшкә саҡырғандар. Бөгөнгө көндә Тимур Нур улы ошо яуаплы вазифаны атҡара. 
Хәйбуллиндар ғаиләнең терәге булған улдары менән ғорурланһа, Тимур үҙенә яҡшы тәрбиә биргән ата-әсәһенә рәхмәтле.
— Бәләкәй саҡтан төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһауҙың файҙаһы ҙур булды. Гимназияла ла, университетта ла төрлө саралар урта-һында ҡайнаным, башҡалар алдында һөйләргә, һүҙ тоторға тартынмайым. Шуның өсөн ата-әсәйемә рәхмәт. Улар миңә һәм һеңлеләремә бар яҡтан үрнәк булып тора. Киләсәктә йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышасаҡмын, — ти Тимур.
Өйҙәренең йәме булған ҡыҙҙар уҡыуҙа ла тырыштар, йыр-моңға ла һәләтлеләр. Гүзәл гимназияла унынсы класта уҡый, белем усағындағы бер сара ла һөйкөмлө, уттай янып торған дәртле ҡыҙыҡайһыҙ үтмәй. Моңло тауышлы йырсы ла, нәфис һүҙ оҫтаһы ла, шәп бейеүсе лә, алыштырғыһыҙ алып барыусы ла. Гимназияла асылған телевидение студияһына диктор булыуҙы ла Гүзәлгә ышанып тапшырғандар. Барыһына ла нисек өлгөрөүенә хайран ҡалырлыҡ: яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа еңеүгә өлгәшә. Остазы Фәнилә Нөғәмәнова етәкләгән «Ете ҡыҙ» вокал ансамбле солисткаһы булараҡ район, республика конкурстарында ҡатнаша, гел Гран-при, беренсе урындар яулай. Режиссер Илүзә Шәйәхмәтованың «Мираҫ» балалар ижади төркөмө менән спектаклдәр ҡуйырға өлгөрә. Йыр-моң һөйгән ҡыҙ сәнғәт юлынан китер тип юраһалар ҙа, ул табип булырға хыяллана. Маҡсаты — медицина университетына уҡырға инеү. 
Беренсе класта уҡыған Риана ла апайына оҡшап, нәзәкәтле, хисле генә булып үҫеп килә. Ул да йырларға ярата, төрлө концерттарҙа сығыш яһай. Риана «Талисман» йыр ансамбле солисткаһы. Районда, Магнитогорск ҡалаһындағы йыр конкурстарында еңеүҙәре бар. Был йәһәттән гимназия уҡыусылары бәхетле — үҙ эшенең оҫтаһы Фәнилә Мансур ҡыҙы балаларҙың һәләттәрен асыу, уларҙы оло сәхнәгә сығарыу өсөн күп көс, тырышлыҡ һала. 
Ғаиләләге иң иркә, кинйә ҡыҙ — биш йәшлек Әлиә. Ул «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына йөрөй. Тәрбиәселәре башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын өйрәтә. Әлиә шиғыр һөйләй, йырға маһир, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Атаһы һымаҡ спорт ярата, уның менән бергә йүгерәм тип ныҡыша. Әлегә бәләкәйерәк тип иҫәпләй атаһы, шуға ла өй эсендәге спорт залында шөғөлләнәләр. Ғөмүмән, ғаиләлә балаларҙың рухи ғына түгел, физик үҫешенә лә иғтибар ҙур. Шуға ғаилә башлығы махсус бүлмә эшләп, спорт ҡорамалдары ҡуйған. Ҡыш бабай ҙа йыл һайын йә саңғы, йә коньки ҡалдырып китә. Ғаилә менән күмәкләшеп шыуырға сығалар. Үҙе лә мәктәп йылдарында йыр-бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнгән Розалия ҡыҙҙарының сәнғәт мәктәбендә уҡыуына, төрлө түңәрәктәргә йөрөүенә ҡаршы булмай. Һәләтле баланың үҙ-үҙенә ышанысы ҙур тип иҫәпләй ата-әсә.
— Икебеҙ өсөн дә ғаилә иң мөһиме, төп байлығыбыҙ, бөтә шатлыҡ-ҡыуанысыбыҙ — балалар. Уларҙы рухлы итеп үҫтереү төп маҡсатыбыҙ, — тиҙәр Хәй-буллиндар. — Өйҙә тик башҡортса һөй-ләшәбеҙ. Көн һайын кискеһен бергәләп китаптар уҡыйбыҙ, концерт ҡуйып, күмәкләп йырлап йәки бейеп алабыҙ. Бөтә эште гел бергә башҡарабыҙ.
Матур ғаиләнең үҙ традициялары бар. Байрам-тыуған көндәрҙе үҙенсәлекле билдәләйҙәр. Берәйһенең тыуған көнө етһә, шым ғына өҫтәл әҙерләп, сәғәт төнгө ун икене һуғыу менән, байрам сәбәпсеһен уятып ҡотлайҙар. Ял көнө етһә, Гүзәл иртә менән тороп, ҡоймаҡ ҡоя, коктейлдәр әҙерләй һәм башҡаларҙы уята. Уңған ҡыҙ тәмле торттар бешерә, салаттар эшләргә ярата. Йәй күмәкләп матур урындарға сәйәхәт итәләр, урман-ҡырҙарға сығып үләндәр йыялар, сәй эсәләр. Балалар эшкә лә өйрәнеп үҫә, баҡсала һәр кемгә тәғәйен участка бүленгән, улар һыу ҡоялар, тәрбиәләйҙәр. Ҡош-ҡорт үҫтергәндә лә ярҙамсылар. Күмәкләгәс, эштәре лә ырай.
— Әсәйемә һәм ҡәйнәмә ныҡ рәхмәтлемен. Улар икеһе беҙҙең ғаиләнең ҡото, тотҡаһы. Бәләкәй ҡыҙыма алты ай тулғас, эшкә сығырға тура килде. Әсәйем көн һайын Рысҡужанан килеп, Әлиәгә йәш ярым тулғансы ҡараны, — ти Розалия. 
Ғаилә башлығының әсәһе Зөбәйлә Зарипова улының ғаиләһе менән йәшәй. 85 йәшендә лә бик дәртле, ҡобайыр-мөнәжәттәре менән мәҙәни сараларҙы йәмләй. Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың бүләсәре булараҡ йор һүҙле ағинәй, уны «Хазина» тапшырыуы авторы Юлай Ғәйнетдинов килеп төшөргән. Ейәнсәрҙәренә аяттар, шиғырҙар өйрәтеп, иман-тәүфиҡҡа әйҙәп, өйҙәренең ҡото булып ултыра. Икенсе өләсәләре, Мәүлиҙә Әхмәтова ла был йортта ҡәҙерле кеше, көтөп алынған ҡунаҡ. Ҡоҙағыйҙар ҙа, килен менән ҡәйнә лә әхирәттәр кеүек. Оло быуын тормош тәжрибәләрен мул уртаҡлашып, ҙур, татыу ғаилә булып йәшәйҙәр. 
— Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү, ҡайҙа барһалар ҙа һаулыҡ һорашыу, башҡаларҙы ихтирам итеү, ғөмүмән, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләре беҙҙең балаларға ят түгел. Шундай мөнәсәбәт бәләкәй саҡтарынан ҡандарына һеңгән. Был йәһәттән өләсәйҙәр тәрбиәһе, аҡылы ҙур, — ти Розалия Наил ҡыҙы. — Олатайым Насирйән Асҡаров бик дини кеше ине, Рысҡужа ауылында уның исемендәге мәсет эшләп тора. Тағы бер олатайым Ғәйнетдин Әхмәтов оҙаҡ йылдар уҡытыусы булды. Иптәшем яғынан да зыялы кешеләр, сәсәндәр күп. Көнүҙәк шиғырҙар ижад итеүсе Салауат Әминев ҡәйнәмдең бер туған ҡустыһы. Шуға беҙ ҙә уҡымышлы, дини заттан булыуға ғорурланып, балаларыбыҙҙы ла шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Ғаиләһен, балаларын бәхетле итеү өсөн күп тырышлыҡ һалған Розалия һәм Нур Хәйбуллиндар күптәргә өлгө булырлыҡ.  Эш урынында ла яҡшы иҫәптә, донъялары ла матур, ғаилә менән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Иң мөһиме, ғәзиздәре һөйөү-хәстәрлек тойоп үҫә. Атай менән әсәй ул-ҡыҙҙарына бар яҡтан терәк-кәңәшсе булһа, балалар ҙа тормош юлынан тура барасаҡ.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: