+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Март , 19:15

Йән тартмаһа ла, ҡан тарта...

Асҡарҙа йәшәүсе Зөлфиә Мираҫбаева-Әһелова НТВ каналы-ның «ДНК» тапшырыуы ярҙамы менән нисәмә йылдар буйы күңе-ленә тынғы бирмәгән яҙмыш төйөрөн «систе». Үҙен Зөлфиә тип белеп йәшәгән тормошонда әллә күпме юғалтыуҙарға дусар булған — ҡәҙерле ата-әсәһен, тормош иптәшен һуңғы юлға оҙатҡан ҡатындың био

Рәхмәт мине һайлағанығыҙ өсөн!
— Мин тулы ғаиләлә яратҡан ҡыҙ булып үҫтем, — тип башланы һүҙҙе Зөлфиә. — Яҡындарымдан бер ҡасан да үҙемә ҡарата ҡырыҫ ҡараш күрмәнем, яман һүҙ ишетмәнем. Ағайым минән 9 йәшкә өлкән, иҫ белгәнемдә ул ҙур егет ине. Шуға күрә атай-әсәйҙең бөтә һөйөү-наҙына ҡойондом. Әсәйем мине ҡурсаҡ һымаҡ кейендерҙе, һорағанымды алып бирҙеләр, иркәләттеләр. Улар ғаиләлә генә түгел, тормошта ла шундай яҡшы, хөрмәтле кешеләр ине. Атайым — Марат Ишбулды улы ауыл хужалығы идаралығында райондың баш зоотехнигы булып эшләне. Әсәйем — Сания Мәхмүт ҡыҙы мәктәптә химия һәм биологиянан уҡытты. Мин үҙемде бер ваҡытта ла ят бауыр итеп тойманым. Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятмай. Етмәһә, Асҡар ҙур ауыл түгел. Мәктәпкә уҡырға төшкәс, бер класташ ҡыҙыҡай миңә: «Детдомовская», — тине. Илап, яҡлау эҙләп әсәйемдең эшенә йүгерҙем. «Һин беҙҙеке, ҡыҙым, башҡаларҙы тыңлама», — тине ул йыуатып. Бала кешегә күп кәрәкме инде, әсәйемдең йылыһына иренем, ул күңелһеҙ осраҡ тураһында тиҙҙән оноттом да...
Зөлфиәгә дөрөҫлөк эҙләргә, шик-шөбһәгә бирелергә бүтән сәбәп булмай. Киреһенсә, өйҙәгеләр ул-был киҫкен хәлдәрҙән уны ҡурсалап ҡына тора. Хәҙерге аҡылы менән тормошоноң ҡайһы бер «кадрҙарын» хәтерендә яңынан әйләндереп, үҙенең сит оя ҡошсоғо булыуына ишаралаған ваҡиғалар булған бит тип ҡуя:
— Бәләкәйерәк инем әле. Фотоальбом ҡарағанда үҙемдең бәләкәй сағымдан кәртешкәләрем булмауы һорау тыуҙырҙы — нишләп ағайҙыҡы күп, ә минеке юҡ? Атайҙың: «Һин тыуғанда фотоаппарат боҙолғайны шул», — тиүенә ышанып башҡа ул хаҡта һүҙ күтәрмәнем.
Ә ысынында иһә Зөлфиәне Мираҫбаевтар 4 йәшлек сағында ҡыҙлыҡҡа алған булып сыға. Яҡты донъяға тыуҙырғас та әсәһе яҙмыш ҡосағына ташлап киткән ҡыҙыҡай, бәхетенә күрә, бәләкәстәр йортонда уҙғарған осорон бөтөнләй иҫләмәй. Бәлки, үҙенең бер кемгә лә кәрәкһеҙ мәлдәрен бала аҡылы ла хәтерҙән юйыу, һыҙып ташлау һәләтенә эйәлер?..
Зөлфиә тураһындағы тарихты алыҫ 60-сы йылдарҙан башлайыҡ. Береһе Учалынан, икенсеһе Баймаҡтан булған Мираҫбаевтар Әбйәлилгә «Урал» совхозына эшкә килә. 1966 йылда ғаиләлә ҡыҙ бала тыуа. Зөлфиә тип исем ҡушалар. Әммә сабый ике айлыҡ сағында прививканан һуң үлеп ҡала. Йәш ата-әсә был ваҡиғаны ауыр кисерә, бөтә нәмә бәләкәстәре тураһында иҫләткән сиҙәмселәр еренән райүҙәккә күсеп китә. Улдары Айҙар Асҡарҙа донъяға килә. Әсәнең йөрәге ауыртҡас, табиптар бүтән бала табырға ярамай тип киҫәтә. Ожмах ҡошо булған ҡыҙын иҫләгән һайын ҡатындың йөрәген ауыртыу тағы ла нығыраҡ һыҙа. Шуға күрә ире менән кәңәшләшеп, улдарын да яңғыҙ итмәҫ өсөн, балалар йортонан ҡыҙ бала алырға ҡарар итәләр.
Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан бәләкәстәр йортона килгәс, Мираҫбаевтар албырғап ҡала. Йән-яҡтан «Минең әсәйем!», «Минең атайым!» тип килеп һырып алған, ҡулға күтәреүҙе һораған кескәйҙәр уратыуында тороп ҡалғанда нисек баҙамаҫһың? «Һин бер үҙең ситтә генә уйнап йөрөй инең. «Ошо ҡыҙыҡай беҙҙеке!» — тип күтәреп алып ҡайттым да киттем», — тип һөйләй Зөлфиәгә аҙаҡтан атаһы.
— 15 йәшемдә йәйге каникул мәлендә дауаханаға санитарка булып эшкә төштөм. Тиҫтерҙәрем араһында ҡан төр-көмөн билдәләтеү модаға ингән саҡ ине. Дауаханала йөрөгәс, мин дә анализ биреп үҙемде тикшереп ҡарарға булдым. Ә былай атай-әсәй ҙә ыңғай резус-факторлы ҡан булғас, миндә лә шулай булырға тейеш, тип ышана инем. Ләкин миндә һирәк осрай торған IV төркөм, етмәһә «минус» резуслы ҡан аға булып сыҡты. Әсәйем ул ваҡытта фалиж һуғып түшәктә ята, һөйләшмәй ине, аптырағас, был хаҡта атайға әйттем. Ә ул был юлы ла һыуҙан «ҡоро» сыҡты: «Аптырама, Римма апайыңда ла шулай, уға оҡшағанһыңдыр», — тине. Тағы ышандым.
Мәктәптән һуң аграр институтҡа ветеринарға уҡырға барырға уйлаған  Зөлфиәгә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы дипломы менән хушһынырға тура килә. Түшәктә ятҡан әсәһен ҡарауҙы һайлаған ҡыҙ юғары уҡыу йортона барыуҙан баш тарта.
— Бер ваҡыт атай менән ныҡ ҡына һүҙгә килештек. Еңмеш холҡом менән атайҙы сығырынан сығарҙым. Шунда ул асыуланып, мин бығаса күрмәгән бер ҡағыҙҙы өҫтәлгә ырғытты ла: «Ҡара!» — тип сығып китте. Үҙ күҙҙәремә ышанманым. Был ҡыҙлыҡҡа бала алыу тураһындағы документ ине. Әсәйем телдән ҡалһа ла, үҙ аңында булды, барыһын да белеп ятты. Был көндә ул да минең менән ҡуша иланы. Һуңынан атайым ҡыҙыулыҡтан булды тип, ғәфү үтенде. 17 йәшемә еткәнсә атай-әсәй тип бары уларҙы ҡабул иткән, улар арҡаһында бәхетле, артығы менән әпәүле бала булып үҫкән башым менән уларға үпкәләргә хаҡым да юҡ инде уйлап ҡараһаң. Мине үҙҙәренә ҡыҙ итеп һайлағандары өсөн ғүмерлеккә рәхмәтлемен. Ул саҡта бер әҙерәк һөйләшмәй турһайып йөрөнөм дә, кире яҙылып киттем. Ләкин шунан алып «Кемдәр икән минең ысын ата-әсәйем?» — тигән һорау тынғы бирмәне...

Кемдәр һеҙ, ысын ата-әсәйем?
Үҙенең Юлиә Биксурина икәнен белгәндән бирле Зөлфиә ата-әсәһен эҙләй. «Жди меня»ға, юғалтышҡандарға табышырға булышлыҡ иткән тағы ла ике тапшырыуға яҙыуы һөҙөмтә бирмәй. Ҡан туғандарын эҙләүенең сәбәбе «Ни өсөн?» тигән һорауына яуап табырға тырышыуынан.Тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә тигән ҡарашта ул. 2004 йылда ҡәҙерле әсәһе мәңгелеккә күҙҙәрен йомһа, 2006 йылда атаһын да юғалта. Иң ҡәҙерле кешеләре тураһында йөрәк түрендә йылы иҫтәлектәр һаҡлай, улар рухына доғалар бағышлата, хәйер бирә.
— Тормошҡа сыҡҡас, ике айҙан әсәйем үлде. Атайҙы яңғыҙ ҡалдырманым, бергә торҙоҡ, ул беҙгә бәләкәй йорт та алып биргәйне. Ейәне Илмирҙы ныҡ яратты. Улым менән дауаханала ятҡанда бер көнө бала ныҡ тынысһыҙланды, көндөҙгө йоҡоһон йоҡламаны. «Сончас»тан һуң табип кабинетына саҡыртып атайың үлеп ҡалған, тип хәбәр итте. Бынан 7 йыл элек ирем юл фажи-ғәһендә вафат булды. Атаһын эшкә оҙатҡанда, ғүмерҙә ҡыланмағанды, бәләкәй ҡыҙым Айгүзәл илап ҡалды. Бер-бер хәл булырын тормош миңә балалар аша иҫкәртеүен аңланым. Миңә хәҙер 45 йәш. Ошо ғүмеремдә башыма күпме һынауҙар төштө. Һынауҙар көслөләр өлөшө тиһәләр ҙә, яҙмыштың ҡаҡҡылап-һуҡҡылауҙарынан арыным. Балаларға күрһәтмәй генә илап алам. Илнур  (ире – авт.) үлгәс, стресс кисереп 4 йыл ауырыным. Балаларым хаҡына үҙемде ҡулға алдым. Йәшәүемдең мәғәнәһе улар, — тип дауам итте әңгәмәсем. 
Зөлфиә өс балаһын бер үҙе аяҡҡа баҫтырып килә. Илмир уҙған көҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Азалия Асҡар урта мәктәбендә 10-сы класта уҡый. Бәлә-кәйҙән музыкаға тартылған, сәнғәт мәктәбенең виолончель класында уҡыған кинйәкәүе Айгүзәл ағымдағы уҡыу йылынан Өфөлә Ғ. Әлмөхәмәтов исе-мендәге музыкаль тәрбиә биреү гим-назияһында белем ала, ул әле 5-се класта ғына. 
Яңғыҙ ҡатынға күрше-күләне ҙур терәк. Зәкирә Лотфуллина, Гөлсирә Рысйәнова һәм Гөлсиә Мансурованың ярҙамдары ла, кәңәштәре лә тормошон еңеләйтә. Стеналаш күршеһе Зәкирә Хилаж ҡыҙын әсәһе урынына күрә. Әйткәндәй, ул әсәһенең ауылдашы ла, икеһе лә Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы ҡыҙҙары. НТВ каналында барған «ДНК» ток-шоуына яҙып ҡарарға ла нәҡ ул кәңәш бирә. «Туғандарыңды табыр кәрәк, һәр кем үҙ тамырҙарын белергә тейеш», — ти ул. Тапшырыуҙы шау-шыуға ҡоролған, актерҙар уйнаған спектакль һымаҡ ҡабул иткән, бигерәк тә ирҙәренең ҡатындарының тоғролоғона ышанмауын, балаларына генетик тест эшләтеп бөтә мирға рисуай итеүен өнәмәгән Зөлфиә ышаныр-ышанмаҫ ҡына «ДНК» почтаһына ата-әсәһен эҙләүе тураһында хәбәр ҡалдыра. Интернет заманы — әсәһен социаль селтәрҙәрҙә үҙаллы ла эҙләп ҡарай. Теге документта уның исем-шәрифе лә яҙылған бит. Тик бер үк исем-фамилиялы кешеләр бик күп булып сыға. Берҙән-берен тапҡан хәлдә лә: «Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең ҡыҙығыҙ булам!» — тип яҙырға ҡыйыулығы етмәҫ ине барыбер...
Өс йыл тигәндә «ДНК» тапшырыуынан шылтыраталар: «Туғандарығыҙҙы таптыҡ. Фәлән-фәлән көндә өйөгөҙгә тапшырыу төшөрөргә киләбеҙ!» Ысынлап та, тәғәйен көндә телевидениенан ижади төркөм Асҡарға килә. Унан инде Яңы йыл алдынан тапшырыу героиняһын Мәскәүгә әллә күпме ғаилә драмаһын үҙ ҡосағына һыйҙырған зәңгәр экрандар аша таныш студияға саҡыралар.
«Хыялым тормошҡа ашты. Мин «ДНК» тапшырыуына барам!» — тип тәьҫораттары менән бүлеште Зөлфиә был хаҡта үҙенең битләүендә. 

Зөлфиә — Сибай ҡыҙы
Әйткәндәй, тапшырыу тарихында З. Мираҫбаеваның «эше» иң оҙайлыларҙың береһе була. Өс йылға һуҙылған эҙлә-неүҙең һөҙөмтәһе бик яҡында ғына табыла. Зөлфиә Сибай ҡыҙы булып сыға!
Уға Мәскәүгә тағы ике кешене алып барыу рөхсәт ителә. Телекомпания өс кешенең юл һәм ҡунаҡханала йәшәү сығымдарын үҙ өҫтөнә ала. Зөлфиә бәләкәй ҡыҙын һәм Сиҙәмдән Гүзәл апайын ала. Бер нисә йыл элек «Бәйләнештә» сайтындағы шәхси битләүенә ата-әсәһенең фотоларын «элеп» ҡуйғас, таныш түгел ҡатындан килгән «Улар һиңә кемдәр?» тигән һорауға «Ҡәҙерле ата-әсәйем» тип яуаплай. Шулай таныша атаһының дүрт туған һеңлеһе менән. Ата-әсәһе Сиҙәмдә торғанда уларҙың ғаиләләре ҡатнашып йәшәй. Ошо Гүзәл апайы еңгәһенә бәпесен ҡараша, бәләкәс көйө үлеп ҡалған Зөлфиәне яҡшы хәтерләй. Әйткәндәй, Зөлфиәгә ата-әсәһе тәүге ҡыҙҙарының тыуған көнөн биргәне асыҡлана. Документтағы Юлиәнең тыуған көнө 11 июль тип яҙылған булһа, иҫ белгәненән үҙен Зөлфиә тип белгән ҡыҙ тыуған көнөн 2 майҙа билдәләй.
Самолетта тәүгә осҡан, Мәскәүгә беренсе тапҡыр юл тотҡан Зөлфиәне Шереметьево аэропортында фамилияһы яҙылған табличка менән ҡаршы алалар. Ҡунаҡханала урынлашҡандан һуң телестудияға ныҡ йөрәкһеп бара ул. Яҡты донъяға тыуҙырған әсәһе менән күрешерме, нисек ул ҡыҙының күҙенә бағыр, нимә тип әйтер?
Үкенескәме-бәхеткәме, әсәһе менән осрашырға тура килмәй. Баҡтиһәң, ул сит илдә йәшәй икән. «Әсәйҙе тап итһәм шунда уҡ йөрәгем ярылыр ине», — ти ул кисерештәре менән уртаҡлашып. Тапшырыуға Зөлфиәнең бер туған һеңлеһе Луиза һәм әсәһенең бер туған һеңлеһе Зөлфиә апайы килә. Улар икеһе лә Учалы ҡалаһында йәшәй.
Луиза үҙенең бер туғаны барлығы тураһында бынан бер нисә йыл элек белгән. Үлем түшәгендә әжәл менән айҡашҡан өләсәһе апайыңды эҙләп тап тип сер сисеп күҙҙәрен мәңгелеккә йомған. Уның ҡарауы, әсәһенең бер туған һеңлеһе апайының йәшләй бәпәй табып роддомда ҡалдырып китеүе тураһында ошо көнгәсә белмәй йәшәгән.
— Һеңлем менән күрешкәс, бер-беребеҙгә текләгән ҡараштарыбыҙҙы айыра алмай аҙапландыҡ. Икебеҙ ҙә оҡшашлыҡтар табып хайран ҡалдыҡ — биттәребеҙҙең төҙөлөшө, ҡаштарыбыҙ, ирен өҫтөндәге миңдәребеҙ бер иш. Аҙаҡ Зөлфиә апай ҙа оҡшағанһығыҙ, тип дәлилләне. Луиза менән беҙ бер ата-әсә балаларыбыҙ, ул минән 4 йәшкә кесе, — тип һөйләй Зөлфиә. — Атай хәрби кеше була. Ул хеҙмәт урынына киткәндә әсәйҙең йөклө ҡалыуы, аҙаҡ  бәпәйләүе хаҡында белмәй. Әсәй иһә 19 йәштә бала бағырға әҙер булмай, карьера ҡороу тураһында уйлай. Шуға ҡалдырып китә. Аҙаҡ аҡылына килеп кире юллап барған да тинеләр, ләкин унда бала үлде, тип бороп ҡайтаралар. Атай күптән отставкала, әсәй менән айырылышҡандар, хәҙерге ваҡытта Учалы районының Ахун ауылында йәшәй. Тапшырыу ике көн төшөрөлдө, психологик яҡтан ныҡ көсөргәнеш тойҙом, өс тапҡыр ДНК-тест тапшырҙым: беренсеһен Асҡарҙан ебәрҙем, икенсе мәртәбә ҡунаҡханала, өсөнсөһөн тапшырыу ваҡытында алдылар. Уларҙың һөҙөмтәһе ҡан туғанлығымды 99,8 процентҡа раҫланы. Шатлығым да, әрнеүем дә, үпкәм дә күҙ йәштәрем булып аҡты. Иң мөһиме, мин туғандарымды таптым, улар мине үҙҙәренеке итеп ҡабул итте.  
Йылдар аша табышҡан туғандарға баш ҡалала камеранан ситтә иркенләп аралашыу мөмкинлеге лә бирелә. Такси, экскурсиялар хаҡын телевидение күтәрә. Күмәкләшеп Ҡыҙыл майҙанға баралар. Әйткәндәй, Луиза Мәскәүгә ире, ике ҡыҙы менән килә. Ҡыҙҙарҙың ҙуры — Виканы Зөлфиә үҙенә оҡшата, Айгүзәл дә уның менән шул арала яҡын дуҫлашып өлгөрә. Луизаның да еткән улы бар, Илмир армиянан ҡайтҡас егеттәрҙе лә таныштырырға иҫәптәре. 
Һеңлеһе Зөлфиәне Яңы йылға ҡунаҡҡа саҡырған. Ниәте әсәһе байрамға ҡайтҡан саҡта, атаһын да саҡырып алып, өлкән ҡыҙҙары менән күрештереү — ғаилә хатаһын төҙәтеү. Хыялында әсәһе менән күрешеү мәлен мең төрлө итеп күҙ алдына баҫтырған Зөлфиә, Айгүзәл ҡыҙы: «Әсәй, барайыҡ, Виканы һағындым», — тип өгөтләһә лә, осрашыуҙан баш тартҡан. Берҙән, Мәскәүҙәге кисерештәренән һаман арына алмай йөҙәһә, икенсенән, һалҡын тейҙереп ауырып киткән. Иң етди сәбәбе — бындай осрашыуға әҙер түгеллеген аңлаған. «Ғүмер биргән бәләкәсен ташлап киткән әсәне кисерә алмайым, Аллаһы Тәғәлә үҙе ярлыҡаһын», — ти ул. Шулай ҙа урау юлдар менән ҡан тартҡан туғандарын табыуына бәхетле. Ә йәне иһә ғүмерлеккә мәрхүм ата-әсәһенә, Асҡарҙа  йәшәгән бер бөртөк ағаһына бәйләнгән.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: