+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Март , 16:30

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Һәр ауылда йәшәйештәре менән тирә-яҡты йәмләп, балҡытып, киләһе быуынға үрнәк булып, булмыштары менән башҡаларға һабаҡ биреп йәшәгән кешеләр бар. Ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән М. Ғ. Ситдиҡов та шундайҙарҙан.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Мөхәмәт Ситдиҡов заманының бөтә михнәттәрен күреп, сынығып үҫә, шуға ла ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырышлыҡ күрһәтә, башҡаларға һәр яҡтан үрнәк итеп ҡуялар уны. Бәләкәйҙән техникаға тартылған Мөхәмәт Ғалип улы экскаваторсы һөнәрен үҙләштерә.
— Күп йылдар дауамында районда булған һаҙлыҡтарҙы ҡоротоу эше менән шөғөлләндек. Йылғаларҙың ағышын үҙгәртеү, һыу ятҡылыҡтарына һыу йырыу кеүек эштәрҙе лә күп башҡарҙыҡ, — тип һөйләй ул.
Мөхәмәт Ғалип улының Байым ауылын газификациялау эшенә индергән өлөшө лә тос: газ торбаларын һалыу өсөн күпселек урамдарҙа траншеяларҙы нәҡ ул үҙенең экскаваторы менән ҡаҙып сыға. 
Мөғлифә Ғәйфулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәргәс, ирле-ҡатынлы Ситдиҡовтар Байым сауҙа предприятиеһында эшләйҙәр: ғаилә башлығы товаровед булһа, ҡатыны магазинда һатыу итә.
— Байым ғына түгел, яҡын-тирә ауылдар халҡын да аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеүҙән тыш, мебелен дә ташыныҡ, мотоциклдар ҙа алып ҡайта инек, – тип һөйләй ул йылдар хаҡында әңгәмәсем.
Мөхәмәт Ситдиҡов артабан күпмелер ваҡыт заправкалаусы булып эшләй, унан һуң Үләнде станцияһынан Байым почтаһына гәзит-журналдар ҙа ташый.
М. Ғ. Ситдиҡовтың оҙайлы йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәте төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән, ул бер нисә тапҡыр «Социалистик хеҙмәт ударнигы» исемен ала, хаҡлы ялға киткәндә «Хеҙмәт ветераны» миҙалы бирелә.
Мөғлифә һәм Мөхәмәт Ситдиҡовтар  өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы үҙаллы тормош юлына баҫтыралар.
Тик 45 йыл татыу ғүмер иткән ҡатыны Мөғлифә апайҙың яҡты донъяларҙан үҙенән иртәрәк китеүе сәбәпле яңғыҙы йәшәүе күңелен әрнетә Мөхәмәт ағайҙың. Шулай ҙа балаларына оло йөрәкле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә йылы ҡарашлы һәм хәстәрлекле олатай уларҙың уңыштарына һөйөнөп, яҡындарына терәк-таяныс булып ғүмер кисерә. 
Ул-ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһының матур тормош ҡороуына ҡыуана ул. Ғаиләлә иң өлкәне булған Мәҙинә педагог һөнәрен алып, оҙаҡ йылдар Геологоразведка балалар баҡсаһында эшләгән. Минзәлә медицинаны үҙ иткән. Ҡәҙриә әсәһенең юлынан китеп, һатыусы, бухгалтер вазифаларын башҡара. Ирназар иһә Магнитогорск металлургия комбинатында эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын әле алыҫ Себер тарафтарында дауам итә. 
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мөхәмәт ағай яратҡан шөғөлөн ташламай, машинаһында, йәй көндәре күпселектә велосипед менән балыҡҡа йөрөргә ярата. 
— Балыҡҡа йөрөүем — тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтыу инде. Тотҡан балыҡтарҙы таҙартам да балаларға йә күршеләргә индереп бирәм, — ти ул был хаҡта һүҙ сыҡҡас. 
— Үткән ғүмер әҙ ҙә, күп тә кеүек. Әҙ, сөнки уның үткәнен тоймай ҙа ҡалаһың. Күп, сөнки үткәндәргә әйләнеп ҡараһаң — күпме эштәр эшләнгән, ниндәй генә ваҡиғалар булмаған, ниҙәр генә күрелмәгән... Яңғыҙым йәшәһәм дә, балалар йыш киләләр, әлдән-әле шылтыратып торалар.  Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөнгө тормошома зарланмайым, — ти Мөхәмәт Ғалип улы ҡәнәғәт йылмайып.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: