+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Март , 16:33

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән быуын

Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Улар ауырлыҡтарҙы ишетеп-белеп кенә түгел, ә үҙ иңдәрендә татып үҫкән быуын. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күреп, күп ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зар

Маһира Исмәғил ҡыҙы Рәхимова (Сөләймәнова), Рәйсә Шәрәфетдин ҡыҙы Рәхимова (Исмәғилова), Сания Ғизетдин ҡыҙы Ҡорманаева (Хөснитдинова)  улар өсәүһе лә Яңы Балапан ауылына төрлө йылдарҙа килен булып төшөп, таштай батып, күптәргә үрнәк булып ғүмер кисергән һуғыш осоро балалары.
Маһира апайҙың атаһы Исмәғил Сөләймән улы һуғыш башланыу менән фронтҡа алына. Ҡыҙы Маһира иһә 1941 йылдың декабрь айында Нияҙғол ауылында донъяға килә. Әсәһе ирен һуғышҡа оҙатҡас, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтә ауыл халҡы менән бер эштән дә ҡалмай. Ире: “Тиҙ арала дошманды дөмөктөрөрбеҙ ҙә ҡайтырбыҙ”, тип китһә лә, һуғыш оҙаҡҡа һуҙыла, күптәрҙең яҙмышын емерә, уның һөрөмө ҡағылмаған бер йорт та ҡалмай: кемдеңдер ғәзиз балаһы, йә ире хәбәрһеҙ юғала, кемдеңдер атаһы яу яланында һәләк була, кемдеңдер туғандары аслыҡтан үлә. 
Маһираның атаһы ла 1943 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала. Һуғыш бөткәндә Маһира 4 йәшлек булһа, Рәйсә менән Санияға өс йәш кенә була. Улар һуғыштың нимә икәнен аңлап етмәһәләр ҙә, сынығып үҫәләр. Сөнки илебеҙгә еңеү килгәс тә, тормош шунда уҡ еңеләйеп китмәй. Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтар береһен дә урап үтмәй. Ватаны өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт иткән халҡыбыҙ илебеҙҙе тергеҙеүгә, аяҡҡа баҫтырыуға бар хәленән килгәнсе тырышып эшләй. Аслы-туҡлы, кейергә кейемдәре лә булмаған үҫмерҙәр һәм балалар белем алырға тырыша. Маһира башланғыс белемде Нияҙғолда ала. Йәй, көҙ, яҙ колхоз эшендә йөрөй, тырма тотоп бесән йыйырға сыға, картуф баҡсаһында эшләй. Үҫеп еткәс, фермала һыйыр һауа, быҙау ҡарай. 
1962 йылда Яңы Балапан ауылы егете Зәбир Рәхимов менән сәстәрен-сәскә бәйләп, бергәләп донъя көтә башлайҙар. Мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы биш балалары донъяға килә. Ҡыҙ-улдарының барыһына ла тейешле тәрбиә биреп, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар.
Улдары Зөбәир менән Ҡадир ғаиләләре менән Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән, икәүһе лә металлургия комбинатында эшләйҙәр. Әхмәҙей – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, халыҡты тәүге ихтыяж тауарҙары менән тәьмин итә. Ул ҡатыны Динә менән бер ҡыҙ тәрбиәләй. Район үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булған Әнисә Асҡарҙа йәшәй. Маһира апайҙың тормош иптәше Зәбир менән улы Рәфистең баҡыйлыҡҡа күскәненә лә байтаҡ йылдар үткән.
Бөгөн Маһира апай яңғыҙы донъя көтһә лә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыш килеп, хәлен белешеп, ярҙам итеп торалар.
Күпләп ҡош-ҡорт аҫырай ул.  Аҙ ғына буш ваҡыты булһа, яратҡан шөғөлөнә – ҡул эштәренә тотона: бәйләй, сигеү сигә, ҡорамалап юрғандар эшләй.
Рәйсә апай Белорет районы Баҡый ауылында йәшәгән Ғәлиә һәм Шәрәфетдин Исмәғилевтарҙың ғаиләһендә 1942 йылдың 1 ғинуарында  донъяға ауаз һалған. Атаһы был ваҡытта һуғышта була һәм Рәйсәгә 11 ай тигәндә Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә 1942 йылдың 15 декабрендә батырҙарса һәләк була. Шулай итеп, Рәйсә апай бер ваҡытта ла атаһын күрмәй. 
Мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы буйынса Ҡаҙағстанда тимер юлы төҙөлө- шөндә ҡатнаша. Буласаҡ тормош иптәше менән дә ошонда таныша. Марс Ғәли улы Рәхимов сибәр, эшкә сос ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була. Байтаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1959 йылда йәштәр өйләнешеп, егеттең тыуған ауылына ҡайтып төпләнәләр.
Марс ағай Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында көндөҙгө бүлектә белем алып, Шайморатов исемендәге колхоздың өсөнсө бригадаһында, Мораҡай, Йәнекәй, Яңы Балапан фермаларында ветврач булып оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп хаҡлы ялға сыға.
Өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә Рәхимовтар. Ләкин бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә уларға, өлкән улдары Мәүлитбай йәшләй генә үлеп ҡала. Рәйсә апай ауылға йәшәргә килгәс тә, шунда уҡ колхозға эшкә сыға. Яҙғыһын Йәнекәй һарыҡсылыҡ фермаһына йөрөп, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары менән һарыҡ ҡырҡа, йәй бесән сабырға, йыйырға, вал әйләндерергә йөрөй.
Ҡул эштәренә ла маһир ул, паутинкалар, шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, кофталар бәйләүгә оҫта. Ҡош-ҡорт, мал аҫрап, артҡанын һатып, йәй емеш-еләген йыйып һатып та аҡса эшләп,  балаларын, тормош иптәшен уҡытыуға тотона. Бөгөн ул-ҡыҙҙары һәр ҡайһыһы төрлө тармаҡтарҙа ең һыҙғанып хеҙмәт юлын үтә, балалар үҫтерә. Ҡыҙы Люция Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, Яңы Балапанда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып 30 йылға яҡын эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Хәҙер Бөрйән районында йәшәй. Дамир улы ғаиләһе менән ауылда төплән-гән, ике ул, бер ҡыҙ үҫтерә. Ғамирҙың ике улы  ла – Радмир менән Рөстәм Украинала барған махсус операцияла хәрби бурыстарын үтәйҙәр. Ике бәләкәйе – мәктәп уҡыусылары.
Рәйлә апай Марс Ғәли улы менән 53 йыл бергә ғүмер юлы үттеләр. Шуныһы үкенесле, Рәйсә апай 81 йәшендә мәрхүмә булды.
Сания апай Айыуһаҙы ауылында ғүмер кисергән Йәнбикә һәм Ғизетдин Хөснитдиновтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Колхоз рәйесе булған атаһын бронь менән тылда ҡалдыралар. 
Һуғыш тамамланғас, Сания апай әсәһе менән Нияҙғол ауылына йәшәргә күсенәләр. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, Сания апай Яңы Балапан ете йыллыҡ мәктәбендә белем ала. Интернат булмағас, Дәүләтҡази Ҡорманаевтарҙа фатирҙа ятып уҡый. Төҫкә матур, эшкә шәп ҡыҙҙы Дәүләтҡази  ағай оҡшата һәм улы Булат армиянан ҡайтыу менән ҡыҙҙы һоратырға баралар. 
Шулай итеп, Сания апай менән Булат ағай 1957 йылдың декабрь айында өйләнешәләр. Булат ағай тәүҙә Беларусь тракторында йөрөй, 1964 йылда комбайнға ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы уңыш йыйыуҙа колхозда ғына түгел, районда ла алдынғылар иҫәбендә була. 
Сания апай ҙа эш юҡ тип өйҙә ултырырға яратмай: көҙ колхоз баҫыуҙарында вал әйләндереүҙә йөрөй, яҙ етһә, Йәнекәйҙәге һарыҡсылыҡ фермаһында һарыҡ ҡырҡа, бесән мәле етһә, хужалыҡҡа бесән әҙерләшергә сыға, сөгөлдөр утай. Ауылдағы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға китә. Сания апай аш-һыуға ла оҫта, ҡул эштәренә лә маһир. Ҡош-ҡорт аҫырай, баҡсаһында  йәшелсә-емештең ниндәй генәһе үҫмәй. 
Тыныс, күркәм холоҡло Сания апай һәр кем менән уртаҡ тел таба, ололарҙы ололай, кеселәргә аҡыллы кәңәштәрен бирә. Уның бар булмышы кешеләргә ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Ҡәйнә-ҡайныһын,  әсәһен тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты.
Хеҙмәттә генә түгел, шәхси тормошонда уңды ул. Ҡорманаевтар 51 йыл татыу ғүмер кисереп, алты балаға ғүмер бүләк иткән пар.  Иң ҙур байлығы – балалары, һәр береһенә лайыҡлы тәрбиә биреп, күңелдәренә ятҡан һөнәр алырға ярҙам итте. Барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ ул-ҡыҙҙары бөгөн башлы-күҙле булып, тормошта үҙ урындарын тапҡан, балаларын үҫтереп, хәҙер үҙҙәре ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана. 
Ике ул тәрбиәләгән ҡыҙҙары Зәкиә ғаиләһе менән Бәләбәй ҡалаһында йәшәй. Әғниә менән Вәсилә Белорет ҡалаһын үҙ иткән. Ринат Учалы сәнғәт училищеһын, артабан Өфө сәнғәт институтын тамамлап, күп йылдар башҡалала эшләне. Бер нисә йыл инде ул ауылға ҡайтып төпләнде, Асҡар сәнғәт мәктәбендә балаларға йыр серҙәрен төшөндөрә. Ул да ҡатыны Резида менән ике ул үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улы  Раян менән килене Зөлхизәнең ғаиләһендә биш бала буй еткерә.
Сания апай бөгөн кинйә улы Ришат менән донъя көтә, уның бер улы үҫеп килә. Үкенескә күрә, Булат ағай менән улы Раят баҡыйлыҡҡа күскәндәр.
Һуғыш осоро балалары етеш тормошта ғүмер кисереүҙәренә ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлыҡ-һөйөнөстәрен, уңыштарын уртаҡлашып, йәшәү дәрте ала. Ағинәйҙәрҙең теләге бер – Украина ерендә барған низағтар тиҙерәк тамамланһын, ир-егеттәребеҙ еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһын, бөтә донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Шулай була күрһен.
Сәриә МАЛЫБАЕВА.
Яңы Балапан ауылы.

Читайте нас: