+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Март , 11:40

Янғындан һуң ярты йыл үткәс...

2023 йылдың июле. Ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуынан шырпыһыҙ ҙа гөлт итеп ут тоҡанырға торған томра эҫе көн үҙенекен итте — Хәмит ауылында бер юлы өс хужалыҡ күҙ асып йомған арала көл-күмергә әйләнде. Был ҡот осҡос фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған ғаиләләрҙе ауылдашт

2023 йылдың 10 июле. Ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуынан шырпыһыҙ ҙа гөлт итеп ут тоҡанырға торған томра эҫе көн үҙенекен итте — Хәмит ауылында бер юлы өс хужалыҡ күҙ асып йомған арала көл-күмергә әйләнде. Был ҡот осҡос фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған ғаиләләрҙе ауылдаштары ваҡытлыса йәшәп торорға индерҙе, аҡса һәм әйберҙәр йыйыу иғлан ителде һәм интернет көсө менән бәләгә тарыусыларға сит яҡтарҙан да ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтелде. 
Ваҡиға урынына беҙ барғанда ҡара көйрәгән йорт-хужалыҡтар урыны һаман төтәй ине әле. Күп балалы — өс ул һәм өс ҡыҙ үҫтергән Илһөйәр һәм Дим Абдуллиндарҙың ғаиләһе үҙәк урамдағы буш торған өйгә урынлашып, шуны артабан тормош көтөүгә яраҡлаштырып йүнәтеп йөрөгән булһа, ейәндәре менән урамда ҡалған ветеран уҡытыусы Альбина апай Абдуллинаны коллегаһы һәм ауылдашы булған Гөлнур Карнаева утлығына йәшәргә индергән ине. Ә өсөнсө янған йортта кеше йәшәмәне тинеләр. Ғаиләләр менән осрашып, янғындан һуң көнитмештәре менән танышып, мәсьәләләрен тыңлап яҙып алып гәзиттә мәҡәлә баҫтырҙыҡ. Шул ваҡыттан ярты йыл ғүмер үтеп тә китте. Ауыр тормош хәлендә ҡалыусы ғаиләләрҙең көнкүрештәре яйландымы, ҡышты ҡайҙа, нисек сығалар — ошо һорауҙар юлыбыҙҙы йәнә Хәмиткә тартты.

Ҡышҡы Хәмит мөрйәләрҙән тура күтәрелгән (көн ярайһы ғына һыуыҡ) тәмле төтөн еҫе менән ҡаршыланы. Бында газ үтмәгән, халыҡ мейес яғып йәшәй. Йәй килгәндә иһә һауала ауыр ыҫ еҫе тора ине. Кемгә нисектер, мин ҡайын утыны төтөнөндә тормош тәмен тоям, күҙ алдына сыртылдап янған усаҡ, ҡаҙанда ҡайнаған аш, мейестә бешкән икмәк һәм йылы, йәмле өй эсе килеп баҫа. Ҡаза таныштырған геройҙарымдың бөгөнгө тормоштарын нәҡ шундай булырға тейеш тип уйҙарымды ыңғай үҙәнгә борам. Һәм шулай булып сыҡты ла: ауыл биләмәһе хакимиәтендә Илһөйәр һәм Дим Абдуллиндар яңы өй бөтөп инде тип юл күрһәтеп ебәрҙеләр. Элекке йәшәгән ерҙәренең күрше биләмәһендә ҙур булмаған йорт һалып декабрь башында башҡа сыҡҡандар. Биш ай эсендә нигеҙҙән күтәреп яңы өй «өйөү»гә тик ҡаратырыштар ғына өлгәшә алалыр, моғайын.
— Көндө төнгә ялғап тырыштыҡ инде. Ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтебеҙ янып юҡҡа сыҡҡас ҡулдар һәленеп төшһә лә, сараһыҙлыҡ тик ултырырға бирмәне. Янғындың икенсе көнөндә үк эшкә тотондоҡ. Армиялағы Заһир улыбыҙҙан башҡа бөтә балаларыбыҙ ҙа хәлдәренән килгәнсә яңы өйөбөҙҙө төҙөүгә көс һалды. Ауылдаштарыбыҙҙың ҡул һәм матди ярҙамын, рухи терәген тойоуыбыҙ ҡеүәт бирҙе. Өйһөҙ ҡалып ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалғанда: «Күпме кәрәк шулай йәшәгеҙ», — тип индергән бының өсөн аҡса ла һорамаған әсәле-уллы Вәсилә һәм Венер Исхаҡовтарға айырыуса рәхмәтлебеҙ. Әгәр аҡсабыҙ булмаһа, тырышлыҡ һәм эштән ҡурҡмау менән генә артыҡ нәмә ҡыбырлата алмаҫ инек. Хәмит егете Азамат Зәйнетдиновтың социаль селтәрҙәрҙә халыҡҡа видеомөрәжәғәтенән һуң йыйылған аҡсаға — беҙҙе ҡаза ҡаршыһында яңғыҙ ҡалдырмаған кешеләр өлөшө менән төҙөлдө ул, — тип ҡаршыланы хужабикә, күп балалы әсә һәм урындағы мәктәп уҡытыусыһы булған Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы. 
Ике бүлмәле өй әлеге ваҡытта мәктәп йәшендәге ике ҡыҙҙары менән тороп ҡалған ғаилә өсөн тап-таман. 5х5 ҙурлыҡтағы бураға өс метрлыҡ төкөтмә һуҡҡандар. Таҡта соланды заманса төҙөлөш материалдары менән көпләп йылытып мейес ултыртҡандар. Өҫ һәм аяҡ кейемдәрен дә шунда сисәләр, шуға күрә торлаҡ бүлмәләрҙә тығыҙ түгел. Заводта етештерелгән тимер мейескә күп яҡмайҙар, өй ҙә, иҙәндәр ҙә йылы.
Ҡышҡа тиклем ҙур йорт төҙөү мөмкин түгеллеген күҙаллап Абдуллиндар башта бәләкәйен эшләп инергә ҡарар итә. Янғындан зыян күреүселәргә закон буйынса ағас бирелергә тейеш. Ләкин был эштең оҙаҡҡа һуҙылырын, документын алғандан һуң ағас йығыу, уны сығарыу, бура бурау күпме ваҡытты аласағын ғүмер буйы урман менән бергә йәшәгән кешеләр белмәйме һуң? Әмәлгә еҙнәй тейешле Нәҙир Яныбаев ярҙам ҡулы һуҙа — улына тип бураған бәләкәй өй бураһын биреп тора. «Аяҡҡа баҫҡас урынына малайҙар менән бурап бирерһегеҙ әле», — тип ышаныс белдергән ауылдаш ағайҙың ярҙамы төҙөлөш барышында ла  тейә. 
 Ишле ғаиләлә көстәр ҙә ишле. Дим ағай улдары менән башкөллө төҙөлөшкә егелә. Үҙ ғаиләһе менән Пензала йәшәгән Айгиз вахта араһындағы ялында Хәмиткә ҡайтһа, Учалыла эшләгән Әлфирҙе предприятие етәкселеге, хәленә инеп, йәйге осорҙа эштән ебәрә. Бынан тыш ойошма 200 мең һум аҡса бүлә, коллегалары ла хәлсә ярҙам күрһәтә. Был сараларға Әлфир пилорама һатып алып ҡайта. 
— Асҡарҙа йәшәгән Альберт ҡәйнешем үҙе лә йорт төҙөп ята. Бөтә эшен ташлап ул да йәй буйына ағаһына булышты. Эштең иң күбе иптәшемә, Әлфиргә һәм шул ҡәйнешемә төштө, — тип дауам итә хужабикә.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ла эш күп тейә. Илһөйәр апай өлкән ҡыҙы Айсулпан менән ихатаны ҡырып-һепереп янғын ҡалдыҡтарынан таҙарта, 8 трактор йөгө сүп-сар түгәләр. Яҙгөл өмәселәргә ашарға бешерә. Әйткәндәй, янғындан һуң район мәғариф бүлеге Яҙгөл менән Нурһылыуға «Ирәндек» лагерына бушлай путевка ла  бирә. Ләкин ҡыҙҙар ғаиләлә эш баштан ашҡан мәлдә ял итеп ятыуҙы хуп күрмәй. Кем мүк тыға, кем йөй буйҙарын һылай...  
Айырыуса ярҙамдан ҡалдырмаған ауылдаштарына рәхмәтлеләр. Илнар һәм Илфир Абдуллиндар нигеҙ ҡойоша, өй башына тупраҡ һалыша, буш саҡтарында Илнар башҡа эштәргә лә ҡушыла. Нәҙир Яныбаев  менән Ришат Шаһыбалов өйҙө сутлашырға килә, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Морат Ҡасимов та ҡул көсөн йәлләмәй. Вил Абдуллин иҙән урҙалары һалыша, бағана ултыртыша. Вәғиз Абдуллин йөк машинаһы менән бер нисә тапҡыр ҡалаға төҙөлөш материалдарына барып ҡайта,  бының өсөн бер тин дә хаҡ алмай, таҡта бысып бирә. Динар Ғәҙелшин шулай уҡ машинаһы менән заказ ителгән тәҙрәләрҙе килтереп бирә. 
— Төкөтмәне ҡыуарған ағастан эшләнем. Ағас бүлеүҙе дүрт ай көттөрҙөләр. Алданыраҡ булһа, мал кәртәгә ингәнгә тиклем һарай эшләп өлгөрөр инек. Малдарыбыҙ ҡай ере полиэтилен, ҡай ере таҡта менән көпләнгән асыҡ кәртәлә ҡыш сығып килә. Шулар өсөн йән әсей. Төндә кәртә аша бүреләр төшмәһен тип ҡурҡып торола. Бөгөн иртәнсәк 32 градус һыуыҡ булды. Төндә һыйырыбыҙ быҙаулаған. Иртән тороп сығыуға быҙау туңып өлгөргәйне, өйгә индерһәк тә ҡотҡара алманыҡ, — тип һүҙгә ҡушылды урмандан ҡайтып ингән ғаилә башлығы. — Шарттар юҡ тип малды бөтөрөп булмай бит. Янғындан ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәндең бер эҫкерте генә имен ҡалды. Өҫтәп төргәкле бесән һатып алдыҡ. Таштуйҙан Илшат ҡусты Абдуллин бушлай һалам бирҙе, Нур Баһауетдинов тракторы менән алып килде. Шулай йәшәргә тырышып ятыла...   
— Иң мөһиме баш ҡазаһы булмаһын, үҙебеҙ, балалар һау булайыҡ, — тип һынауҙарға сабыр ҡарай хужабикә. 
Ауырлыҡтарҙы түҙемлек, берҙәмлек  менән еңә-еңә яңынан донъя ҡороу, көлгә ҡалғанды яңынан булдырыу менән мәшғүл Абдуллиндар. Мәктәп ҡаҙанлығында ут яғыусы булып эшләгән Дим Ишбулды улы ҡыш тип тормай ағас ҡырҡып ташыу менән мәшғүл әлеге ваҡытта. Ҡулдан тәгәрмәсле трактор һатып алғандар, шуның менән ялында урманға йөрөй. Яҙғыһын ҙур өй бураһына тотонорға иҫәбе, Нәҙир Яныбаевҡа ла бурысын биреп ҡуяһы бар, ҡалған ағас ос-мотонан кәртә бурарға уйлай. Быйылғы йыл да ғаилә өсөн тынғыһыҙ булмаҡсы. Армиялағы Заһир ҙа тиҙерәк ҡайтыу көндәрен һанай. 
— 26 йыл бергә йәшәү дәүерендә үҙ йортобоҙҙо һалып инеп, хәлдән килгәнсә барын етештереп бөткән ерҙә бер нәмәһеҙ тороп ҡалыуы, әлбиттә, ныҡ ҡыйын. Үҙебеҙҙеке үҙебеҙгә етә ине, ярҙамға мохтаж булманыҡ. Янғын алдынан ғына өлкән улыбыҙҙың ижәбенә әҙерләнеп өйҙө йүнәтеп, эстән-тыштан ялтыратып шаллап сыҡҡайныҡ. Ғүмер буйы уттан һаҡ булып йәшәнек. Әммә күрер ҡазанан ҡасып ҡотолоп булмай икән, — ти Илһөйәр апай.
Ҡапҡа эсендәге булған техника, келәттәге инструменттар, себеш ояһында бикле торған  тауыҡ, күркәләр, әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ Илһөйәр Рифғәт ҡыҙының электән йыйған бер шкаф китаптары, балаларҙың миҙалдары, портфолиолары — барса ҡәҙерле монаят үкендереп, йөрәкте әсетеп иҫкә төшә, ти Абдуллиндар. Хатта 4-се класта уҡыған Нурһылыу ҙа уны йә быны һағындым тип балауыҙ һығып ала. Ана шул кәрәк-ярағын яңынан булдырып, йыйып, тергеҙеп алғансы күпме көс, ваҡыт кәрәк әле был ғаиләгә. Әйткәндәй, кейем, түшәк-ҡаралды һәм һауыт-һабаға ихтыяждары юҡ. «Шул тиклем кешеләрҙән күп ярҙам алдыҡ, кәрәген тотондоҡ, артығын Асҡарҙағы «Ярҙам» үҙәгенә алып барып тапшырырға уйлайбыҙ», — ти улар.
Тормош үҙ яйына китеп бара. Малайҙар эштәрендә. Ҡыҙҙар уҡыуҙағы ҡаҙаныштары менән һөйөндәрә. Магнитогорскиҙа  техник университетта уҡыған Ай-сулпандары сессияһын тик «бишле»гә япҡан, 9-сы класта уҡыусы Яҙгөл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призеры булған, хәҙер иҡтисад һәм хоҡуҡ фәндәренән республика олимпиадаларына әҙерләнә. Нурһылыу иһә Гөлнара Хәлфетдинованың шиғырҙарын һөйләү буйынса район конкурсында гран-при яулаған. Тәжрибәле уҡытыусы Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы өсөн дә уҡыу йылы уңышлы бара. Өс уҡыусыһы район олимпиадаһында еңеүсе һәм призер булған, шуларҙан ҡыҙы Яҙгөл республика кимәлендә уңышлы сығыш яһаған. Бына ошо бәләкәй ҡыуаныстарҙан дәрт-рух алып алға атлай Абдуллиндар.
P.S. Хәмиттә осрата алмаһам да, Альбина апай Абдуллинаның да торлаҡ мәсьәләһе хәл ителеүен ишетеп ихлас шатландым. Ул көҙгөһөн Белорет районы Ломовка ауылынан өй һатып алып ейәндәре менән шунда күсеп киткән. Өй ҙур, газ, һыу үткән, мунсаһы ла бар тинеләр. Бына бит, мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән бер ғаилә лә урамда тороп ҡалмаған. Әйтергә кәрәк, кеше йәшәмәгән өсөнсө өй хужаһына ла йорт-хужалығын тергеҙеүгә йыйылған аҡсанан өлөш бүлеп бирелгән. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: