+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Март , 14:10

Даланлы ҡыҙ Динара

Студент йылдары — ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәрҙең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәй

Динара Рауил ауылында Сания һәм Мәҡсүт Ғәлләмовтарҙың биш балалы ғаиләһендә иң бәләкәсе. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ул белем усағында уҙғарылған барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай, бигерәк тә йырларға ярата. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, ҡулына ҡәләм алып, илһам килгән саҡтарында кескәйҙәр өсөн матур шиғырҙар ҙа ижад итә. Шиғыр ритмы, рифма кеүек әҙәби төшөнсәләрҙе, мәҡәлә яҙырға өйрәткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙиеваға рәхмәтле бөгөн Динара. «Тыуған яҡ биҙәктәре» тигән шиғри йыйынтығы ла сыҡҡан, «Йәншишмә» гәзитендә әүҙем мәҡәләләр баҫтырғаны өсөн «Йәншишмә гәзитенең йәш хәбәрсеһе» тигән исеме лә бар уның. 
— Туғыҙ йыллыҡ Рауил мәктәбен тамамлап, документтарымды Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына тапшырҙым һәм һынауҙарҙы уңышлы үттем. Унда мин өс йыл туризм йүнәлеше буйынса уҡыным һәм уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланым. Шул йылдарҙа уҡ күңел гел сәхнәгә, ижадҡа тартылды. Алмаз Әйүпов етәкләгән «Голос» ансамбленә йөрөнөм, төрлө ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһаныҡ, конкурстарҙа урындар алдыҡ, — тип һөйләй Динара.
Инде һигеҙенсе йыл студент тормошо менән йәшәгән ҡыҙ бөгөнгө көндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының баш-ҡорт филологияһы  факультетында белем эстәй. Киләсәктә башҡорт теле һәм әҙә-биәте, инглиз теле уҡытыусыһы буласаҡ.  
Студент йылдарында Динараның әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныуы тағы арта төшә. Тиҫтерҙәре араһында әүҙемлеге менән айырылып торған ҡыҙ юғары уҡыу йортонда ла дәреслектәргә генә текәлеп ултырмай, ә университет тормошонда ҡайнап йәшәй. Төрлө әҙәби-мәҙәни сараларҙа, ижади кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Беренсе курста уҡ уны креатив төркөм етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны ышанып тапшырғастары, ең һыҙғанып эшкә тотона: факультет, университет эсендә төрлө саралар үткәрә.  Динараның тырышлығы ла эҙһеҙ үтмәгән — уҙған йылда ул «Иң яҡшы креатив төркөм етәксеһе» номинацияһында еңеүсе тип табылған. Көнө-төнө ижад донъяһында ҡайнау, яңы идеялар менән янып йәшәү, тынғыһыҙ һәм тулҡынландырғыс мәлдәре артта ҡалған хәҙер. Әлеге мәлдә студент ҡыҙҙың мәшәҡәттәре башҡа — дәүләт имтихандарына әҙерләнә, диплом эше яҙыу өҫтөндә, шуға күрә лә ул вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр булған. 
— Сәнғәткә, ижадҡа тартылған күңел, йырларға яратыуым үҙенекен эшләй. БДПУ-ла уҡый башлағас та «Дарман» исемле ансамблемде булдырҙым. 2023 йылда Ҡазан федераль университеты үткәргән «Халыҡ байлығы» Волга буйы йәштәр халыҡ ижады фестивалендә өсөнсө урын яуланыҡ. Бынан тыш, үҙем БДПУ-ның «Голос» тигән ансамблендә лә йырлайым, — ти ул.
Буласаҡ тел белгесе өсөн, һәр курстан һуң Башҡортостандың төрлө төбәктәренә практикаға барыу бик тә әһәмиәтле була. Төрлө ауылдарҙа өлкән йәштәгеләр менән осрашып, урындағы халыҡтан ауыҙ-тел ижады йыялар, мәсеттәрҙең, ауылдарҙың тарихын ентекләп өйрәнә-ләр, бай диалектик материал туплайҙар. Ә инде өсөнсө курстан һуң яуаплы һәм әүҙем студентҡа Ҡырымда, Ҡара диңгеҙ буйында вожатый булып лагерҙа эшләп ҡайтыу бәхете тәтей. 
— Студент йылдарында бик күптәргә был «бәхетле билет» эләкмәй әле ул. Тағы ла өсөнсө курста уҡығанымда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың стипендияһына лайыҡ булдым. Шул мәлдәрҙә үҙем өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем, — ти Динара. — Уҡыуҙа һынатмайым тиһәң, әлбиттә, иң башта тырышлыҡ кәрәк. Ошоға тиклем сессияны тик «5» билдәләренә тапшыра барам. Сит телде өйрәнеүгә килгәндә, инглиз теле ауыр телдәрҙең береһе булып һанала.
Белеүебеҙсә, студенттар һәр яҡлап өлгөр халыҡ. Динара Ғәлләмова ла дөйөм ятаҡта тик кенә ятыуҙы хуп күрмәй, эҙләнә, үҙ-үҙен төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарай. 
2021 йылда бер төркөм Әбйәлил йәштәре тыуған яҡтарына ҡайтырға юлға сыға. Юлда улар ретро һәм заманса башҡорт йырҙарын тыңлай. Ошонан һуң әүҙем йәштәребеҙ башҡортса яңы уйындар һәм, ғөмүмән, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн нисек тә булһа яңы идеяларҙы тормошҡа ашырырға кәрәклеген аңлай. Һәм шул саҡта башҡортса йырҙар менән бәйле уйын үткәреү идеяһы барлыҡҡа килә. Бер нисә аҙна үткәс, йәштәр уны тормошҡа ашыра — «ЙырАлыш» уйыны тиҙ арала республика буйлап тарала һәм популярлыҡ яулай бара. Тәүге мәлдәрҙә үк илленән ашыу егеттәр һәм ҡыҙҙар был сарала әүҙем ҡатнаша, бөгөн иһә музыкаль-күңел асыу уйынының майҙаны киң. 
Сентябрь айында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телебеҙҙе популярлаштырыуға арналған проекттар-ҙы матди ярҙам менән тәьмин итергә әҙерлеге тураһында хәбәр иткәс, Динара ошо проекты менән ҡатнашырға йөрьәт итә. Башҡорт телен популярлаштырыу, Башҡортостан Республикаһы халҡын ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, шулай уҡ граждандар әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән проект еңеп сыға. 
— Бер ай дауамында йәштәр медиаһы, IT, мәғариф, мәҙәниәт, фән өлкәһендә телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәр ҡабул ителде. Барлыҡ проекттарҙан эксперт комиссияһы икенсе этапҡа 87 эш араһынан 11 проект һайлап алды. Беҙ, авторҙар, оффлайн яҡлауға сығып, эксперттар алдында сығыш яһаныҡ һәм ошо 11 проект араһында мин дә еңеүсе тип табылдым. Башҡорт теле көнөндә ҙур еңеүебеҙ менән тәбрикләнеләр. Һуңынан инде «Юлдаш» радиоһында тура эфирҙа булдым, — ти Д. Ғәлләмова. 
Артабан Динара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ еңгән гранты буйынса Өфө ҡалаһының биш мәктәбендә «ЙырАлыш» музыкаль-күңел асыу уйынын уҡыусылар араһында үткәрергә ниәт итә. 
Әле Яңы йыл байрамдарында «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһы менән Йәштәр йортонда ошо музыкаль-күңел асыу уйынын уҙғарған. Башҡорт телен белеүсе, башҡорт халыҡ һәм заманса йырҙарҙың һүҙҙәрен белеүсе, уларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектта ҡатнашыусы әүҙем йәштәр булыуы ҡыуандыра. 
Бөгөнгө көндә йәштәр үҙ тормоштарын интернетта актив сағылдырып баралар. Динараның да шәхси битләүенә инһәң, ниндәй хәл-ваҡиғалар булғанын, кемдәр менән аралашыуын, ниндәй проекттарҙа, байрамдарҙа ҡатнашыуын күреп була. 
Бәләкәй сағында ҡәләм тибрәтеүе, шиғырҙар яҙыуы бөгөн дә Динараға ҙур ярҙам. Сөнки ул йәштәр үҙ итеп өлгөргән, тик рус телендә яңғыраған заманса йырҙарҙы мәғәнәһенә тап килтереп башҡортсаға әйләндерә һәм үҙе башҡара ла. Тағы ла студент ҡыҙ уҙған йылда баш ҡалала үҙенсәлекле акциялар ойошторҙо. Ул алдан әҙерләнгән башҡорт һүҙҙәрен рус теленә дөрөҫ тәржемә иткән кешеләргә рауза сәскәләре таратты. Тағы ла «Кил, ҡосаҡлашайыҡ!» тигән яҙыуы менән ҡосаҡлашыу көнөндә башҡорт телен популярлаштырҙы. Туған телде өйрәнеүгә йүнәлтелгән ижади ҡарашлы, креатив фекерләүсе яҡташыбыҙҙан тағы ла яңы идеялар, проекттар көтөп ҡалабыҙ.
Ата-әсәһенең генә түгел, районыбыҙ ғорурлығы, үҙенең бер туғандарына — Мират ағаһына, Венера, Әнүзә, Рита апайҙарына һәр яҡлап терәк булған Динараның барыһы ла алда әле. Киләсәктә лә тормош «институты» уға тик «5»-ле билдәләре генә ҡуйыр, тип ышанғы килә.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: