+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Март , 19:00

Күңелгә ятҡан эш – килем табыу ысулы

Күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләргә һәм яратҡан шөғөлөңдән үҙең өсөн күпмелер килем алырға теләгәндәргә хәҙерге заманда мөмкинлектәр бихисап. Бары тик теләк һәм тырышлыҡ булһын. Зарина Йәнбирҙина үткәргән «Леди-бизнес-2024» бәйгеһе тап шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә урынға тупланы.

Күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләргә һәм яратҡан шөғөлөңдән үҙең өсөн күпмелер килем алырға теләгәндәргә хәҙерге заманда мөмкинлектәр бихисап. Бары тик теләк һәм тырышлыҡ булһын. Зарина Йәнбирҙина үткәргән «Леди-бизнес-2024» бәйгеһе тап шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә урынға тупланы. Сәй табыны артында барған бәйгелә һәр ҡатнашыусы үҙенең шөғөлө тураһында бәйән итте, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 

Ир-аттар үҙ-ара партнер, дуҫ булараҡ аралаша. Аралашыуҙа һәр ваҡыт күпмелер ара һаҡлай. Ә ҡатын-ҡыҙ – башҡасараҡ. Уларҙың яҡын аралашҡан, йәнеләй күргән, һәр серен уртаҡлашҡан кешеләре бар. Уларҙан тыш, дуҫ-әхирәттәре бихисап. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар аралашыуҙан, бер-береһе менән фекер алышыуҙан кинәнес, көс ала. Нескә затҡа кемгәлер яҡын, файҙалы, кәрәкле булыу мөһим. Декрет ялында оҙаҡ тотҡарланған йәиһә күңеле ятҡан шөғөл тапҡандар йыйылған ине был бәйгегә. Улар үҙҙәренең төп эштәренән тыш, күңел талабы буйынса аҙмы-күпме булһа ла килем килтергән шөғөл менән булалар, йәмғиәткә файҙа килтерәләр, үҙҙәрен ҡайһылыр өлкәлә кәрәкле тип һанайҙар.
Сараның кис мәлендә булыуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың географияһы киң ине – төпкөлдә ятҡан Хәмит ауылынан, хатта күрше Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан да килгәйнеләр. Улар барыһы ла ҡатын, әсәй, килен ролен башҡаралар, әммә иңдәренә – йөкмәтелгән бурыстарҙан тыш, үҙҙәренең шөғөлдәренә лә ваҡыт бүлә беләләр.
Иң тәүге ҡатнашыусы, ике бала әсәһе Диана Сәлмәнова һөнәре буйынса нейропсихолог. Ул баш мейеһе эшмәкәрлегенең боҙолоуын, ауырыуҙарын (йәрәхәттәр йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында, тыумыштан килгән үҫеш аномалиялары, йоғошло ауырыуҙар һәм башҡалар) тикшерә. Нейропсихолог мейе эшмәкәрлеген һәм психик эшмәкәрлекте, хис-тойғоларҙы белдереүҙе нормалләштерә. Мәҫәлән, әгәр уҡыусы дәрестәрҙә иғтибарһыҙ, уҡыуҙан даими ситләшә, уҡытыусыларҙы һәм класташтарына битараф ҡылана, тәртипһеҙләнә икән, был һәр ваҡыт дөрөҫ тәрбиә бирмәү һөҙөмтәһе түгел. Сәбәбе – баш мейеһенең үҫешмәгән урындары булыуы ихтимал һәм был осраҡта нейропсихологтың ярҙамы ҙур. 
Диана Радик ҡыҙы кисәлә ҡатнашыусыларға үҙенең эше хаҡында һәм күбеһенсә балалар менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Уға ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Красная Башкирия урта мәктәбендә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Венера Кузиәхмәтова бынан егерме йыл элек Mary Key биҙәнеү әйберҙәре кампанияһында консультант булып эш башлаған һәм бөгөнгө көндә директор вазифаһына тиклем үрләгән. Ул мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә алып бара. Тағы ла биш балаға әсәй: иң өлкән ҡыҙына 19 йәш булһа, кинйә малайына 4 йәш тулған. Венера Әнүәр ҡыҙы 20 йыл эсендә Mary Key өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренә һәр саҡ иғтибар бүлергә – ҡул-биттәрҙе, күҙ ҡабаҡтарын һырҙарҙан араларға, биҙәнеү серҙәре менән уртаҡлашырға кәрәклеген әйтте һәм ҡул тиреһен тәрбиәләү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Гөлйөҙөм Вәлиева – дүрт бала әсәһе. Буранғол ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Бынан тыш ул тәм-томдар һәм торттар бешереү менән шөғөлләнә. Магазинда һатылған торттар бөтәһе лә бер иш итеп етештерелә. Ә Гөлйөҙөмдөң һәр тәмлекәсе үҙенсәлекле. Мәҫәлән, балаға торт әҙерләгәндә, тик уның ғына теләктәрен үтәй. Иң яратҡан йәнһүрәттәренең геройҙары менән биҙәй, баланың күңеленә ятҡан төҫтәр ҡуллана. Ундай торт берәү генә була һәм байрамға ҡабатланмаҫлыҡ йәм өҫтәй. Бынан тыш, Гөлйөҙөм билдәләүенсә, заказға эшләгән торттарҙа тәбиғи булған ризыҡтар ғына ҡулланыла. Ул бәйгелә ҡатнашыусы ҡыҙҙарға торт биҙәү процесын күрһәтте һәм үҙенең тәмле тортынан ауыҙ иттерҙе.
– “Декрет ялына сыҡҡас, бөтә йәш әсәйҙәр кеүек өйҙә тик ултырыу ялҡыта башланы.  Баланан, ғаиләнән тыш нимә менәндер шөғөлләнге килә ине. Шул ваҡытта кашпо үреүгә бәйле бер курс күреп ҡалдым. Уға тиклем ҡул эше менән шөғөлләнгән юҡ ине, үҙемде һынап ҡарарға булып, яҙылдым да инде, – тип һөйләй Гөлиә Шаһыбалова үҙенең шөғөлө хаҡында.
Эйе, һуңғы ваҡыт ротанганан кашпо үреү модаға инеп китте. Бигерәк тә гөл үҫтерергә яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар был матур ҙа, зауыҡлы ла һауытҡа ҡыҙыға. Әммә уны үреү өсөн күпме таһыллыҡ, ваҡыт һәм сыҙамлыҡ кәрәклеген Гөлиәнең тәжрибәһенән аңланыҡ. Ябай ғына, магазиндан һатып алынған биҙрәне ҡупшы ғына гөл һауытына әйләндереү өсөн ҡатын-ҡыҙҙан көс тә, ныҡышмалылыҡ та, иғтибарлыҡ та талап ителә – сөнки биҙрәне быраулау, аҙаҡ ротанга менән нағышлап үргәндән һуң остарын матур итеп йөпләп ҡуйыу ҙа мөһим. 
Гөлиә һөнәре буйынса тәрбиәсе, әлегә декрет ялында. Үҙе өс балаға әсәй. Киләсәктә өҫтәмә шөғөлө менән күберәк килем алырға, үҙен ошо өлкәлә табып, кешеләргә матурлыҡ бүләк итергә йыйына.
Асҡарҙа йәшәүсе өс малай тәрбиәләгән Гөлйөҙөм Ғөбәйҙуллина сәнғәт мәктәбендә кадрҙар буйынса инспектор булып эшләй. Бынан тыш, керпектәрҙе молекуляр тергеҙеү менән шөғөлләнә. Процедуранан һуң керпектәр бик сағыу күренә, шулай уҡ керпектәрҙең тиҙ үҫеүенә лә булышлыҡ итә. 
– Керпек үҫтереү процедураһынан һуң, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙың керпектәре юҡҡа сыға. Миңә күберәк шундай ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә лә инде. Молекуляр тергеҙеү иһә керпектәргә күләм, оҙонлоҡ өҫтәй һәм күҙ ҡараһы коллаген һәм витаминдар менән тултырыла. Процедура ике айға тиклем күҙ ҡараһы формаһын һәм күләмен һаҡлай, шунан һуң тағы ла ҡабатларға мөмкин, – ти ул.
Кешенең ғүмерендәге бәхетле миҙгелдәрҙе фотоға төшөрөүсе Юлиә Әхмәтйәнова педагогик белемгә эйә. 
– Минеңсә, фотоһүрәт ярҙамында ваҡытты туҡтатыу һәм иң тетрәндергес мәлдәрҙе иҫтә ҡалдырыу мөмкинлеге бар. Фотограф булараҡ юлым өсөнсө балам тыуғас башланды. Миңә фотоһүрәтте яратҡан һәм ҡәҙерләгән, ғаилә ҡиммәттәрен мөһим тип һанаған, баланың һәм ғаиләһенең үҫеүен иҫтәлек итеп һаҡларға теләгән кешеләр килә, – тип һөйләй ул.
Юлиә – дүрт бала әсәһе. Тормош иптәше бөгөнгө көндә Украинала барған махсус хәрби операцияла. 
Бәйгене ойошторған, төрлө матурлыҡ конкурстарында еңеүҙәр яулаған Зарина Йәнбирҙина ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур теләк менән конкурста ҡатнашыуҙарына рәхмәт белдерҙе һәм уларға “Һомай” студияһы исеменән дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.  
Ҡатын-ҡыҙ сабып барған атты ла туҡтатырҙай, янып торған өйгә лә инерҙәй, юҡтан һәр ваҡыт бар яһарға әҙер рухи яҡтан көслө зат ул. Иңдәрендә әллә күпме йөктө күтәреп барған, шул уҡ ваҡытта донъяһын да гөрләтеп көткән, эштәрендә лә уңыштарға ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкин түгел.

Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: