+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Март , 18:50

“Эшем менән республикаға файҙа килтерергә әҙермен”

Яҡташыбыҙ Салауат Кәримов Мәскәүҙә И. М. Губкин исемендәге нефть һәм газ Рәсәй дәүләт университетында белем ала.

– Мәктәптә тиҫтерҙәремдән айырылманым, ябай бер уҡыусы инем. Ләкин тырыш һәм тәртипле булдым. Яҡшы өлгәшеүемдә ата-әсәйемдең роле ҙур, улар минең нисек уҡыуым менән даими ҡыҙыҡһынып торҙолар. Класс етәксебеҙ Л. С. Абдрахманова ла һәйбәт уҡырға, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашырға әйҙәгән, дәртләндергән янып торған уҡытыусы булды. Шуға күрә мәктәп йылдарында иғтибарымды уҡыуҙан тыш, төрлө өлкәләрҙә үҙемде һынап ҡарауға ла йүнәлттем. Спорт түңәрәктәренә йөрөнөм: еңел атлетика, хоккей, футбол, волейбол, рус лаптаһы һәм башҡа командалы дисциплиналарҙа призер булдым. Балалар сәнғәт мәктәбендә алты йыл  шөғөлләнеп рәссамлыҡ серҙәрен үҙләштерҙем. Шулай уҡ мәктәп урмансылығы эшмәкәрлегендә актив ҡатнаштым, республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге фәнни конференцияларҙың һәм слеттарҙың күп төрлө наградаларына эйә булдым. Бында инде етәксебеҙ М. К. Махийәноваға рәхмәтлемен, – тип һөйләй Асҡар егете Мәскәүҙе яулағанға тиклемге, үҙе әйткәнсә, “ябай уҡыусы” тормошо тураһында.
Бәләкәй сағында күпселек малайҙар кеүек Салауат та хоккейсы булыу тураһында хыяллана. Ә инде бер аҙ өлкәнәйгәс, нефть-газ өлкәһе иғтибарын нығыраҡ тарта. Буласаҡ һөнәрен һайлау фәҡәт үҙенең ҡарары менән хәл ителә. Мәктәп партаһы артында уҡ киләсәктә ҡайҙа, ҡайһы уҡыу йортона барасағын асыҡ күрә. Быға ҡәҙәр ҙә һәр башланғысын хуплап торған ата-әсәһе улдарының был ҡарарына ла ҡаршы килмәй. 
2018 йылда 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлаған егет нәҡ үҙе теләгәнсә илдең баш ҡалаһы студенты булып китә. Тыуған өйҙән, ата-әсәһенән алыҫ булыу башта ныҡ ҡына һағындырһа ла, Башҡортостан йәштәре менән танышып улар араһына ылығып китеүе күңел болоҡһоуҙарынан арындыра. “Әйткәндәй, Мәскәүҙә беҙҙең республиканан бик күп студенттар уҡый, улар араһында үҙеңде ят мөхиттә итеп тоймайһың, яҡташлыҡ рухы тыуған ерҙән йыраҡ булғанда хатта көслөрәк тә”, – ти ул.  
Бакалавриатта уҡыған йылдарында Салауат тотороҡло рәүештә ике айға бер тапҡыр Асҡарға ҡайтып, өй йылыһына иркәләнеп, әсәһенең тәмле-татлы ризыҡтарына кинәнеп көс алып китеүҙе ғәҙәт итһә, магистратураға ингәс, йәшәү рәүеше ҡырҡа үҙгәргән. Хәҙерге ваҡытта ул Губкин университетының газ һәм газ кондесаты ятҡылыҡтары разработкаларын проектлау һәм эксплуатациялау кафедраһының икенсе курсында белем ала, бер юлы  “НИПИГАЗ” инжиниринг компанияһының  экспедайтинг бүлегендә эшләп тә йөрөй. Нефть-газ өлкәһенең бизнес-аналитика йүнәлеше буйынса ла ғилем эстәү тураһында уйлай.
Һәм, әлбиттә, бөтә яҡтан әүҙем яҡташыбыҙ илдең баш ҡалаһында ла йәмәғәтселек эшенән ситен түгел. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы республика йәштәрен берләштереүсе, башҡорт студенттарының мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, ҙур мегаполис шарттарында  уларға социализациялашыуға булышлыҡ иткән “Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” (“BashStudents”)  төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһында Салауат Кәримов башҡарыусы директор вазифаһын үтәй. Ойошманың артабанғы үҫеш стратегияһын билдәләү, саралар ойоштороу, сығымдарҙы планлаштырыу, кәрәкле ресурстар менән тәьмин итеү кеүек мөһим бурыстарҙы атҡара. Әйткәндәй, һөҙөмтәле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн яҡташыбыҙ 2022 йылда Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән (һүрәттә). 
– Әлбиттә, мин бер үҙем генә эшләмәйем. Беҙҙең командабыҙ ҙур. Барыбыҙ ҙа Мәскәүҙә уҡыусы студенттарбыҙ. 2022-2023 уҡыу йылы ойошма өсөн алға китеш йылы булды. Уҡыу йылы башында Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге лә беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрә, проект офисыбыҙ тап шунда урынлашҡан. Өйҙән алыҫта булһаҡ та, кесе Ватаныбыҙҙың  ҙур  ярҙамын тоябыҙ, – ти ул ойошма эшмәкәрлеге тураһында.
Әйтергә кәрәк, “BashStudents” ассоциацияһы профориентация буйынса ла маҡсатлы кампания алып бара. Мәскәү студенттары каникулда ваҡытты бушҡа уҙғармай. Үҙҙәре уҡып сыҡҡан мәктәптәрҙә сығарылыш класс уҡыусылары менән осрашып баш ҡала вуздарына уҡырға инеү нескәлектәре хаҡында һөйләй, ойошманың йәмәғәт эштәре менән таныштыра. Ошо урында Салауаттың ата-әсәләргә төбәп әйткән фекерен дә яҙып үтеү кәрәк тип уйлайым: 
– Ата-әсәләрҙең балаһының теләген ҡабул итә белеүе бик мөһим. Өлкәндәрҙең үҙ ҡарашын тағып, буласаҡ студентты үҙе теләмәгән йүнәлешкә ҡайырыуы дөрөҫ түгел. Киреһенсә, балаға терәк булыу, дөрөҫ һайлау яһауына булышлыҡ итеү, уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Күңел ятмаған ерҙә уҡыуҙың файҙаһы юҡ – студент йә уҡыуын ташлай йәки был йүнәлештә эшләмәй, диплом ҡоро саңланып ятасаҡ. Был йәһәттән һеңлем менән икебеҙҙе ныҡ бәхетле тип һанайым. Атай-әсәйебеҙ Юлай Булат улы һәм Лилиә Ғәлимйән ҡыҙы Кәримовтар һәр саҡ фекербеҙгә ҡолаҡ һалып, теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеп киләләр. Был юғары уҡыу йортон һайлағанда ғына түгел, ә, ғөмүмән, бала сағыбыҙҙан шулай булды. Әле лә улар менән тығыҙ бәйләнеш тотам, һәр ваҡыт терәк-таяныстарын тоям һәм иртәгәһе көнгә ышаныс биреүҙәре өсөн ҡәҙерле кешеләремә сикһеҙ рәхмәтлемен. 
Салауаттың һеңлеһе лә Мәскәүҙә. Алһыу ҙа 11-се класта уҡ ҡайҙа уҡырға барасағын ҡәтғи хәл итә. Асҡар урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған ҡыҙ уҙған йәйҙә К. Г. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының дизайн факультетына уңышлы һынау тота. БДИ-нан тыш уҡыу йортонда уҙған рәсем, һынлы сәнғәт, композиция кеүек дисциплиналар буйынса ҡабул итеү имтихандарын биргән ваҡытта ағаһы оҙатып алып йөрөй. Ағай булараҡ егет хәҙер ҙә туғаны хаҡында даими хәстәрлек күрә. Ял көндәрендә баш ҡаланы мәҙәни яҡтан күрһәтергә, иҫтәлекле урындарға алып барырға тырыша. Ҙур театрҙа, Кремль һарайында,  башҡа урындарҙа булғандар.  
“Киләсәгеңде ҡайҙа күрәһең?” – тиеүемә Салауат Кәримов был һорауҙы йыш бирһәләр ҙә, әлегә ул хаҡта аныҡ күҙаллауҙарым юҡ тип яуапланы. 
– Иртәгәгә ҡалдырмай бөгөн булған мөмкинселектәрҙе файҙаланып йәшәргә, уҡырға, эшләргә тырышам. Шулай дөрөҫ, минеңсә. Ә һөҙөмтәһен ваҡыт үткәс күрербеҙ. Минән тағы ла “Башҡортостанға ҡайтаһыңмы?” – тип тә һорайҙар. Әгәр һөнәри белемем йәиһә етәкселек сифаттарым тыуған еремдә кәрәк икән – эшем менән республикаға файҙа килтерергә мин һәр ваҡыт әҙермен һәм ҙур белем багажы, тәжрибә туплағас, әлбиттә, ҡайтырға кәрәк тигән ҡараштамын,  – тип тамамланы ул әңгәмәне.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: