+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Март , 19:10

Балалары менән бәхетле әсә

Тормош юлдары бер тигеҙ генә бармай. Булат ауылында ғүмер кисергән Флүрә Йәноҙаҡова күпте күргән, күпте кисергән.

Яҙмышына яҙылғанды риза булып ҡабул иткән, тормош ауырлыҡтарын сабыр ғына күтәргән Флүрә инәй. Улар быуынына төшкән һуғыш йылдары ауырлығын, етемлекте үҙ иңендә тойған. Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы ике йәшлек сағында атайһыҙ ҡала, ҡәҙерле кешеһен бөтөнләй иҫләмәй, «атай» тип өндәшергә зар-интизар булып үҫкән. Апайы менән икеһен әсәһе яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра. Ҡыҙҙар бәләкәйҙән эшләп өйрәнәләр. Хәлилдә етенсене тамамлағас, колхозда хеҙмәт юлын башлай. 1957 йылда Булат ауылына килен булып төшә. Рафаэль Йәноҙаҡов менән матур ғаилә ҡоралар. Йәштәр дәртләнеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Ғаилә башлығы «Урал» совхозында эшләй. Флүрә Ишбулды ҡыҙы һауынсы ла була, сөгөлдөр утау кеүек миҙгелле эштәрҙә йөрөй. Тик һәүетемсә барған ғаилә тормоштарына ҡайғы еле ишек ҡаға, 22 йыл бергә йәшәгән ире ҡапыл вафат була. Ҡулында ете бала менән 41 йәшлек ҡатын тол ҡала. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиеүҙәре раҫҡа сыҡҡандай, иңенә төшкән оло ҡайғынан арынырға, күҙ-баш алырға лә өлгөрмәй, ауыл Советынан балаларын алырға киләләр. «Яңғыҙыңа ете баланы үҫтереү ҡыйын булыр, өлкәнен, уртансыһын, иң бәләкәйен алып ҡал да, дүртәүһен бир», — тиҙәр. Был һүҙҙәр йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала, иҫен юғалта яҙа. Шулай ҙа ғәзиздәрен кемгәлер тоттороп ебәреүҙе күҙ алдына ла килтермәгән әсә үҙен ҡулға ала һәм: «Балаларымды бер кемгә лә бирмәйем» тип ныҡлы әйтә. Ике-өс ҡабат килеп өгөтләһәләр ҙә, әсә үҙ һүҙендә тора. Был хәлде тетрәнеүһеҙ, күҙ йәштәрһеҙ хәтерләй алмай ул. 
Оло йөрәкле әсә ниҙәр кисергәндер, әммә һыр бирмәй, бөтә көсөн балаларын кеше итеүгә һала, улар башҡалар алдында кәм-хур булмаһын өсөн тырыша. Бер кемгә лә ярҙам һорап бармай ғорур ҡатын, үҙ көсөнә, балаларының ярҙамына ышана. Мал көтә, ҡош-ҡорт үҫтерә, дебет өсөн кәзә-ҡуян аҫырап, төн йоҡоһон йоҡламай шәл бәйләп һата. Һоратып килгәндәргә лә баш тарта, «үҙем һау булайым, балалар минән яҙмаһын» тип уйлай.
— Яңғыҙ балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу еңел булмағандыр, — тип һорамайынса түҙмәнем.
— Мин яңғыҙ булманым. Балаларым бөтә эштә лә ярҙамлашты, ауыр саҡтарҙа күңелемде шуларға баҫтым, — ти ҡыйынлыҡтар алдында бирешмәгән инәй.
Ул-ҡыҙҙары теләгән һөнәрҙәренә эйә булып, ояларынан осҡан ҡоштай төрлө тарафтарға таралалар. Ете балаһына ҙурҙан ете туй яһап, оло тормош юлына оҙата. Әсәләренең изге доғалары менән бәхетле йәшәйҙәр. Флүрә Йәноҙаҡова оҙаҡ йылдар ауыл магазинында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.  
— Ғүмерҙең үткәнен дә һиҙмәгәнмен, хәҙер балаларымдың матур тормошона ҡыуанып ултырам. Иғтибар-ярҙамдан өҙмәүҙәре, һәр көн иртән шылтыратып хәлемде белешеүҙәре, ял-байрамдарҙа ҡайтып төшөүҙәре  өсөн рәхмәтлемен. Яҙмышым иркәләмәһә лә, бәхетлемен, шөкөр, — ти Флүрә инәй. — Тормош еңеләйҙе, өй йылытам тип иртә таңдан мейес яғаһы түгел, газ бар, һыуҙы ла әллә ҡайҙан көйәнтәләп ташырға түгел, өйҙә ағып ҡына тора. Шулай булғас, кинәнеп йәшәргә лә йәшәргә.
85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөтә ғүмерен эшләп өйрәнгән кеше буш ултырып сыҙаймы һуң инде?! Йәйгелеккә ҡапҡа тултырып ҡош-ҡорт ала, баҡса үҫтерә. Ҡотло, яҡты йортон инәйҙең ҡул эштәре биҙәй. Күҙ яуын алырлыҡ япма-түшәктәрҙе яҡындарына бүләк итергә ярата. 
—  Радионан йырҙар тыңлай-тыңлай бәйләйем, көндөң үткәне лә һиҙелмәй. Йәйгеһен ҡапҡа алдында ултырам, гәзит килһә, тышта уҡып бөтөп инәм, — ти инәй. — Ишбулдыла йәшәгән бер туған апайым Таһираға 90 йәш тулды, уның йәшенә етһәм тип Хоҙайҙан һорайым. Уға, балаларым янына ҡунаҡҡа барып торам.
Бәхетле өләсәй ул — 18 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар. Быйыл йәй ауылдаштар осрашыуы алдынан бөтәһен бергә Ҡорбан ашына йыйған.
— Балаңдың балаһы балдан татлы, шуларҙы күңел булғансы һөйөп ҡалам.  Шул тиклем балалар яратам. Туғандар бер-береһе менән аралашып, кәрәк саҡта ярҙамлашып йәшәргә тейеш. Ул-ҡыҙҙа-рымды кешегә һәйбәт булығыҙ, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәгеҙ тип өйрәттем. Эшкә состар, донъя көтөүгә шәптәр, — ти ул ғорурланып.
Флүрә инәй кинйә улы менән йәшәй, өлкән ҡыҙы ла ауылда, көнөнә әллә нисә инеп сыға. Балаларын теүәлләп, һәр ҡайһыһына кәңәштәрен биреп ултыра. Тыуған нигеҙҙәренең тотҡаһы, ҡото, йәме булып оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын. Тормош һынауҙарына бирешмәгән, бала ҡайғыларын сабыр үткәргән әсәгә яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: