Ҡыҙыҡлы тема һайлау уңыштың яртыһы булһа, йәш эҙләнеүсенең уны ҙур мауығыу менән атҡарып сығыуы һәм жюри алдында ышаныслы яҡлай алыуы ҡалған өлөшөн тәшкил итә. Арсланға Рәсәй кимәлендә уңыш килтергән фәнни эҙләнеү эшенең темаһы башҡорт балына бәйле. Бал нисек эшләнә, ҡайҙан йыйыла, кемдәр йыя – был хаҡта малай бәләкәйҙән белә. Сөнки ул данлыҡлы умартасылар нәҫеленән. Хәлил ауылында йәшәгән Ринат олатаһының умарталығына Арслан да алты йәшенән атаһы менән ярҙамлашырға йөрөй. Рамдарҙы таҙартыша, бал һығыуҙа ҡатнаша, башҡа төрлө йомоштарҙы үтәй. Шуға күрә класс етәксеһе А. Р. Муллахмәтова фәнни эҙләнеү эше башҡарып ҡарарға тәҡдим иткәс, күп уйлап тормай, беренсе ғилми эшен бал темаһына бағышларға ҡарар итә.
Ҡайһы бер намыҫһыҙ бал һатыусылар күберәк килем алыу, балдың күләмен арттырыу, йәиһә ваҡытынан алда һығып алынған продукцияға татлы тәм биреү өсөн уға шәкәр, һыу, крахмал, аҡбур ҡушыу кеүек мутлашыу аҙымдарына бара икән. Һатып алыусыларға нисек алданмаҫҡа, нисек итеп ябай ғына ысулдар менән тауарҙың сифатын тикшерергә – “Башҡорт балының сифатын өй шарттарында билдәләү” тип аталған ғилми эшендә Арслан ошолар хаҡында ентекле өйрәнә. Төрлө әсбаптар, интернет ярҙамы менән балдың таҙалығын, икенсе матдәләр ҡушылмағанлығын, өлгөргәнлеген билдәләү ысулдарын таба. Һәм уларҙы ғәмәлдә һынап, тәжрибәләр яһай.
Улдарының ҡыҙыҡһыныуы ата-әсәһен дә йәлеп итә. Эксперименттар өсөн баҙарҙа дүрт нөктәнән бал һатып алалар. Ә бишенсе өлгө итеп үҙҙәренең шәхси умарта балын ҡулланалар.
Балға шәкәрле һыу ҡушылғанмы-юҡмы? Йәш эҙләнеүсе “өй лабораторияһында” быны икмәк киҫәге, ҡағыҙ бите ярҙамында тикшергән. Әгәр бал бер ниндәй ҙә ҡушылдыҡһыҙ таҙа булһа, уға манылған икмәк киҫәге ҡата, ти ул, ә инде икмәк ебеһә – киреһенсә. Әйткәндәй, был тест биш төрлө бал араһынан икәүһенә һыу ҡушылыуын асыҡлаған. Балды өлгөрөп етмәйенсә һыҡканда ла продукция дымлы була икән.
Ҡағыҙға тамыҙылған бал тамсыһы йәйелеп ағып китһә йәки һыулы тап ҡағыҙҙың икенсе яғына үтә сыҡһа, уға шәкәр ҡатыштырылыуы тураһында һөйләй, ти эҙләнеүсе малай. Тәбиғи таҙа бал һаҡлағанда кристалләшә, йәғни ҡата, ә шәкәр ҡушылған бал, күпме ваҡыт уҙһа ла, шыйыҡ ҡала икән.
Балды һыуға һалып болғатҡанда шыйыҡса тоноҡланырға тейеш, ти Арслан сираттағы тәжрибәһе менән бүлешеп. Әгәр төбөнә боламыҡ ултыра икән – был шәкәр ҡушылғанлығын күрһәтә.
Баллы һыуға бер нисә тамсы йод тамыҙғандан һуң ул алланһа – балдың таҙа булмауына ишара. Һыу һоро төҫ алһа, был ысын бал.
Крахмаллы һыу ҡатышмаһын балдың күләмен күбәйтеү маҡсатында ҡушалар, тип һөйләй йәш эҙләнеүсе һәм мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн баллы һыу әҙерләп уға бер әҙерәк уксус йәки нашатыр спирты тамыҙып тикшереп ҡарарға тәҡдим итә. Уксус менән реакциянан һыу күбекләнһә, нашатырҙан буръяҡ төҫ алһа – балға крахмал ҡушылған була, тип дәлилләй ул.
Әлбиттә, баҙар тикшереүҙәр үткәрә торған урын түгел. Балды һыналған, таныш умартасыларҙар һатып алыу отошло. Әгәр уның сифаты шикләндерһә, бер-ике тамсы балды ҡул тиреһенә һөртөп ыуалағыҙ, төйөрләнһә – алмағыҙ, ысын бал тирегә һеңә, ти умартасы ейәне.
Бына ошондай тормошсан, ябай ғына ысулдар ярҙамында балдың сифатын тикшергән малай фото, видеоматериалдар менән раҫланған, слайдтар менән нығытылған үҙенең ҡыҙыҡлы һәм күптәр өсөн фәһемле ғилми эшен атҡарып сыға. Уны яҙыуҙа фәнни етәксеһе Альбина Ринат ҡыҙы ярҙамлаша. Ихлас мауығып, күп ваҡытын сарыф итеп эшенең осона барып сыҡҡас, Яңы йыл алдынан уны остазы Рәсәй күләмендәге конкурсҡа ебәрә. Һәм һайлап алыу турын уңышлы үткәндәр иҫәбендә Арсланға ла февраль айында илебеҙҙең баш ҡалаһында төп конкурста ҡатнашыу форсаты тейә.
Альбина Ринат ҡыҙы менән Мәскәүгә осҡан уҡыусыны гимназия етәкселеге, ата-әсәһе изге теләктәрҙә оҙатып ҡала. Арсландан тыш, 4-се класс уҡыусыһы Арина Ямалова ла (етәксеһе О. Б. Ямалова) ошо конкурсҡа барып, диплом һәм “Йәш эҙләнеүсе” миҙалына лайыҡ булған. Гимназия уларҙың финанс сығымдарын күтәрешергә булышлыҡ иткән, бының өсөн йәш эҙләнеүселәрҙең ата-әсәләре директор Р. Н. Әхмәтовҡа рәхмәт белдерә.
Мәскәүҙә биш көн булалар. Баш ҡала буйлап сәйәхәт итергә лә өлгөрәләр. Конкурс “Дельта Измайлово” ҡунаҡханалар комплексының конференц-залында уҙа. Арслан Ғәлишин социаль секцияла фән кандидаттары, доценттарҙан торған абруйлы жюри алдында һынау тотҡан.
– Сығыш яһағандан һуң һис юғында өсөнсө урын аласаҡмын тигән ышаныс күңелемдә ныҡлы урын алды. Ә инде икенсе урын бирелгәс, ныҡ ҡыуандым, – ти ул.
Мәртәбәле конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашып, ҙур ҡаҙанышҡа ирешеүе йәш эҙләнеүсегә илһам ҡанаттары ҡуйған. Ошо теманы артабан үҫтереп, киләсәктә бал ҡортоноң төҙөлөшөн, балдың химик составын өйрәнмәксе. Башҡорт балының данын фән кимәлендә күтәрәсәк, тимәк. Ҡыҙыҡлы фәнни-ғәмәли эше менән ул район күләмендәге Бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында ла сығыш яһаған.
Арслан мәктәптә “5” һәм “4” билдәренә генә өлгәшә. Рухлы малай. Юҡҡа ғына ул “шайморатовсылар” класы уҡыусыһы түгел. Ишле ғаиләнән, ата-әсәһенең ғорурлығы, һеңлеләре Асия менән Айлина өсөн һәр яҡтан өлгө булып тора. Көрәш төрҙәре, шахмат менән етди шөғөлләнә, бында ла етди уңыштары бар.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.