+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Апрель , 18:30

“Мәҙәниәт – минең яҙмышым”

Бәләкәй сағынан бейей ул. Район мәҙәниәт йортонда Зөлхиә Исхаҡова етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнә. Уҡыусы ҡыҙҙарҙы бейетеү менән бер үк ваҡытта “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблен дә етәкләгән Зөлхиә Рәшит ҡыҙы уға ҙур өмөттәр бағлай.

Бәләкәй сағынан бейей ул. Район мәҙәниәт йортонда Зөлхиә Исхаҡова етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнә. Уҡыусы ҡыҙҙарҙы бейетеү менән бер үк ваҡытта “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблен дә етәкләгән Зөлхиә Рәшит ҡыҙы уға ҙур өмөттәр бағлай. “Их, Гүзәл, буйың ғына бәләкәс, юғиһә, “Йәшлек”кә баҫтырыр инем”, – ти ул үкенес тойғоһо менән оҫта бейеүсеһенә һоҡланып. Мәктәпте бөтөр йылы, ниһайәт, буйға бер аҙ күтәрелгәс, ансамблгә алалар. Дәүләт имтихандары һабантуйға әҙерлек репетициялары менән бер тулҡында үтеп тә китә. Осоп, ҡанатланып  тигәндәй бейергә йөрөй ул, сәхнәгә сыҡһа – бөтә донъяһын онота.  Әммә башына әллә ҡасандан инеп оялаған судья булам тигән уйын һис ебәргеһе килмәй. Юридик факультетҡа  уҡырға инеү өсөн судта, милицияла йәки прокуратурала эшләгән ике йыллыҡ хеҙмәт стажы булырға тейеш тигән талапты күҙ уңында тотоп, мәктәптән һуң райондың халыҡ судына эшкә төшә. Ләкин яҙмыштың борма юлдары уның барыр һуҡмағын барыбер мәҙәниәт өлкәһенә табан бора. Һүҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, райондың “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Гүзәл Әсәҙуллина хаҡында.
Эш, эштән һуң бейергә йүгереү, уның араһында тарих уҡытыусы биргән китаптарҙан белем эстәп хыял йортона уҡырға инеүгә әҙерләнеү менән тәүге хеҙмәт йәйе лә ахырына яҡынлаша. 1989 йылдың авгусы.  Репетициялар ҙа йышлай, ал-ял белмәй шөғөлләнәләр, ни тиһәң дә, ансамбль сит илгә – Австрияға гастролгә сығырға әҙерләнә! Райком секретары М. Ә. Бикмәтов бейеүселәр эшләгән ойошма-предприятиеларҙың етәкселәрен үҙенә саҡыртып, гастроль ваҡытында бер кем дә зыян күрмәҫкә тейеш тип, артистарҙың эш хаҡы менән бергә эш урындарын һаҡлауҙы талап итә. Бөтә етәкселәр ҙә был бойороҡто үтәй. Тик бер суд рәйесе генә закон буйынса эш итә. Хеҙмәткәре сит илдән йөрөп ҡайтыуға уны вазифаһынан бушатып, урынына икенсе кешене алған була. Йәш кенә ҡыҙ нимә тиһен инде, уның урынына әсәһе мәҙәниәт бүлегенә яу һуғып бара. Унда Гүзәл беҙгә эшләргә килһен һуң тип саҡырыуҙан башҡа бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Ҡайҙалыр уҡырға инер ине, ҡабул итеү имтихандары күптән тамамланған, көҙ етеп уҡыуҙар башланған. Судта ике йыл тәжрибә туплап юриспруденция буйынса уҡырға китәм тигән хыялы ла селпәрәмә килгәс, ирекһеҙҙән, район мәҙәниәт йортона эшкә төшөүҙән башҡа сараһы ҡалмай. 
Бейеүсе ҡыҙҙы бында ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Хеҙмәт кенәгәһендәге киномеханик вазифаһына эшкә алыныуы тураһындағы яҙма шул дәүерҙән. Әлбиттә, уға бер тапҡыр ҙа кино күрһәтергә тура килмәй. Балалар өсөн бейеү түңәрәген алып бара, “Йәшлек”тә бейей. Шулай дүрт йыл ваҡыт һиҙҙермәй үтеп тә китә. Өлкән коллегаларының: “Һинең урының сәхнәлә, бейеү буйынса уҡырға кәрәк!” – тигән кәңәшен тотоп уҡырға була. Силәбеләге мәҙәниәт институтына барырға етәкселек хат та әҙерләй. Әммә  хореография буйынса төплө белемгә эйә булмауы арҡаһында Гүзәл Энгель ҡыҙы унда барырға ҡыймай, Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-ағартыу тех- никумына һынау тота. 
“Йәшлек”тә бергә бейегән Хәлил ауылы егете Фәнил Әсәҙуллин күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙың аҫылын ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн уның артынан уҡырға йүнәлә. Бер төркөмдә уҡып, бергә бейегән йәштәр араһындағы дуҫлыҡ ҡайнар мөхәббәткә үрелә. Учалы ҡалаһында уҙған бер конкурста  “Күгәрсендәр” дуэты менән улар гран-при яулай.  Тиҙҙән студенттар туй гөрләтә. Бына-бына ҡулдарына диплом аласаҡ йәш бейеүселәрҙең эшкә йүнәлтмә алыу көнө етә. Әсәҙуллиндарҙы Әбйәлилгә ҡайтарыуҙы юллап район мәҙәниәт бүлегенән вәкил ебәрелә. Ижади ғаилә пары өсөн ысын мәғәнәһендә “көрәш” була: Яңауыл ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы күҙ алдарында асҡыс болғатып, был һеҙҙең фатирҙыҡы тип ымһындырып маташа, ә йәш пар күптән үҙ һайлауын эшләгән була. Сибайҙа яңы асылған филармонияға артистар туплау маҡсатында уҡыу йортона быға тиклем бер нисә тапҡыр килеп киткән бейеү ансамбленең художество етәксеһе Гөлназ Аҡназарова алдан уҡ Әсәҙуллиндарҙы “ҡоҙалап” саҡырып ҡуя, ҡала хакимиәте башлығы исеменән йәш артистарға алтын тауҙар вәғәҙәләй. Шулай итеп, был алышта район мәҙәниәт бүлеге өнһөҙ еңелә. Ә йәштәр ҙур маҡсаттар менән Сибайға юллана.
Тик  алтын тауҙар өйөлөп көтөп ятмай унда, әммә, һуңғараҡ булһа ла, вәғәҙә ителгәнсә торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә. “Сибай” бейеү ансамбленең башланғысында торған пар – солистар ҡолас ташлап ижад итә, дәртле йәшлек йылдарын шунда хеҙмәт итеүгә бағышлай, республика, ил төбәктәре, хатта сит илдәр буйлап гастролдәргә сыға. Фәнил Шәйхислам улының хеҙмәт баҫҡыстарынан күтәрелеүендә, ансамблдең, тора-бара филармонияның художество етәксеһе, аҙаҡ директор урынбаҫары, директор вазифаларын биләүендә, республика кимәлендә танылған бейеү ҡуйыусы, режиссер булып китеүенең, атҡаҙанған артист исеме алыуының артында Гүзәл Энгель ҡыҙының терәге иң ҙуры. Аҡыллы ҡатын ирен башкөллө ғаилә йөгө менән баҫмай, ижад  итергә, янып эшләргә мөмкинлек бирә. Үҙе иһә юғарыға ынтылмай, яратҡан эшенән ҡәнәғәт булып хеҙмәт итеүен дауам итә. “Сәхнәлә мин үҙемде һыуҙағы балыҡтай тоям”, – тиеүе уның һөнәре буйынса  “үҙ тәрилкәһендә” булыуына ишара. Сағыу таланты, бейеүҙәрҙә тыуҙырған ҡабантланмаҫ образдары, бигерәк тә шаян ролдәре менән айырылып торған филармония солисткаһының хеҙмәтен Хөкүмәтебеҙ юғары баһалай – 2019 йылда Гүзәл Әсәҙуллинаға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелә. 
Күҙ асып йомған арала 25 йыл ваҡыт уҙып та китә. Бейеүселәр өсөн ике тиҫтә йыл эшләү – хеҙмәт стажын тултырып  хаҡлы ялға сығырға ваҡыт тигән һүҙ. Сәхнәлә ижад итеү мөҙҙәттәре уҙһа ла, ғүмерҙәренең алтын осорона еткән, бай тәжрибә туплаған Әсәҙуллиндар 2021 йылдың башында Әбйәлилгә, мәҙәниәт өлкәһенә эшкә ҡайтырға ҡарар итә. Фәнил Шәйхислам улына район мәҙәниәт бүлегендә юғары вазифа бирелһә, Гүзәл Энгель ҡыҙына “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләү бурысы ышанып йөкмәтелә. Бейеүсе Сибайҙа саҡта уҡ остазлыҡ йүнәлешендә үҙен үҙ эшенең оҫтаһы итеп күрһәтә: СиБДУ-ның “Сармат” бейеү ансамблен етәкләй, уның ҡулы аҫтында студенттар коллективы “Байыҡ” телебәйгеһенең лауреаты була. Шуға күрә күңеленә ныҡ яҡын да, йәшлек хәтирәләре менән ҡәҙерле лә булған, ваҡытында үҙенә бейеү ҡанаттары ҡуйған ансамблгә художество етәксеһе итеп тәғәйенләүҙәрен ҡыуанып ҡабул итә. Т. Кусимов исемендәге гимназия базаһында эшләп килгән “Йәйғор” бейеү ансамбле менән шөғөлләнеүҙе лә ҡулына биргәстәр, уларға “Йәшлек”тең репертуарынан бейеүҙәр өйрәтә, ансамблгә йәш көстәрҙән алмаш итеп әҙерләй. Әйткәндәй, шул уҡыусылары араһынан байтаҡ бейеүселәр бөгөн ансамблдең төп составында бейей. 
–  Өс йыл ниндәйҙер һығымталар эшләр өсөн күп ваҡыт түгел. Шулай ҙа “Йәшлек”тең ир-егеттәр составын тулыһынса яңыртыуға өлгәштек, ҡыҙҙар араһында ла йәш бейеүселәр килеп сыҡты. Репертуарға яңы бейеүҙәр өҫтәлде. Ике пар костюмдар тектерҙек, – тип һөйләй Г. Э. Әсәҙуллина. 
Яңы бейеүҙәр ҡуйыу, уны һалыуға ситтән балетмейстр саҡырыу кеүек мәшәҡәттәрҙән ансамбль азат. Был йәһәттән бөтә республика дүрт күҙ менән көтөп торған талантлы бейеү ҡуйыусы Ф. Ш. Әсәҙуллин “Йәшлек” өсөн юҡ ваҡытын бар итеп һәр ваҡыт эшләргә әҙер. “Һалдаттар”, “Тархандар иле” тигән бейеүҙәрен фәҡәт район ансамбле өсөн ҡуйған ул, шулай уҡ репертуарға индерелгән Йәүҙәт Бикбирҙиндың  “Ҡарауанһарай” бейеүен дә тамашасылар яратып ҡабул итте. Әйткәндәй, “Йәшлек” ансамбле ағымдағы йылда тулы состав менән “Байыҡ” бәйгеһендә ҡатнаша. Яңыраҡ “Тархандар иле” бейеүе менән конкурстың беренсе турын үтеп ҡайтҡандар, ансамблгә ҙур еңеү насип булһын тип теләйек!
Ҡайнап торған мәҙәниәт ҡаҙанына Гүзәл Энгель ҡыҙын да үҙенең яғынан дәрт, илһам кеүек кәрәкле “ингредиенттар” өҫтәүсе тиеү хата булмаҫ. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен берләштрееп ул ойошторған “Хазина” фольклор-хореографик коллективы ла тиҙ арала сәхнә күркенә әүерелде, 2023 йылда “Байыҡ” телебәйгеһендә беренсе урын яуланылар, ә етәксе “Остаз” номинацияһында билдәләнде. Остазлыҡҡа килгәндә, йәш бейеүселәр әҙерләү өлкәһендә лә арымай-талмай хеҙмәт итә Гүзәл Әсәҙуллина. Эштән һуң көн һайын “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән шөғөлләнә, ата-әсәләрҙең теләге буйынса гимназияла бер класты бейергә өйрәтә. Артист булараҡ үҙе лә сәхнәне онотмай. Район мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр”, “Илһам” коллективтары тормошонда ҡайнай, ижад итә.
– Тормош иптәшем тарафынан ныҡлы ижади терәк тоям. Кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Уға һәр саҡ таяна алам, ышанам. Етәксем булараҡ эштә уға буйһонам, уның таланты менән ғорурланам, “кәләш” статусым менән файҙаланып үҙемә ҡарата артыҡ иғтибар даулап йөрөмәйем, киреһенсә, уның эше алға китһен өсөн хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам, – ти ул. – Мәҙәниәткә бағышланған ғүмеремде байҡап шуны әйтә алам – мин үҙ урынымда! Икенсе юҫыҡтан китһәм, сәхнәне һағынып, зарығып йәшәр инем, икебеҙҙе бер бөтөн иткән, уртаҡ уйҙар, уртаҡ ғәм менән йәшәткән ғүмерлек йәремде осратмаҫ инем. Хәйер, барыбер мәҙәниәт юлынан киткән булыр инем. Судта бергә эшләгән бер апай яңыраҡ: “Гүзәл, һин беҙҙә эшләгәнеңдә лә күҙҙәрең юл ашаһындағы мәҙәниәт йорто яғында ине, шул яҡҡа ҡараһаң ҡулдарың хәрәкәткә килеп, аяҡтарың  тыпырлап китә торғайны”, – тип көлдөрөп алды.  Мәҙәниәт – минең яҙмышым.
Ижади ғаиләлә ике ҡыҙ буй еткергән. Аграр университет тамамлаған Нәркәс тәүге хеҙмәт йылын башлаған. Нурсилә – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты. Ата-әсәһе юлынан китмәһәләр ҙә, икеһе лә сәхнәнән йыраҡ китмәгән улар. Нәркәс бәләкәйҙән йырлай, республика күләмендәге йыр бәйгеләре лауреаты, спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнә, хәҙерге көндә “Салауат Юлаев” хоккей командаһының терәк төркөмөндә чер- лидер булып йөрөй. Нурсилә иһә “Етегән” төркөмөндә, танылған йырсы Зәйнетдиндең ижади командаһында бейей.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: