+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Апрель , 19:30

Арҙаҡлы ғалимәнең эше онотолмай

Рәхмәт мәктәбендә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова хәтеренә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

Күренекле яҡташыбыҙ Фирҙәүес Хисамитдинова башҡорт теленең тарихын тикшереүгә, үҫтереүгә, камиллаштырыуға донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индергән ғалимә. Уның фән өлкәһендәге хеҙмәттәре бик емешле һәм уларҙың тел ғилемендәге фәнни әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының ғилми эшмәкәрлегенә арналған мәртәбәле сарала ғалимәнең улы Тимур Мохтаров, бер туған һеңлеһе, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Хисамитдинова, уҡыусыһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доцен- ты Ғәлимә Ғәлина, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Вил Илһамов, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
— Рәхмәт мәктәбе беҙҙең өсөн бик яҡын. Әсәйем ғүмер буйы мәктәбен онотманы, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булды. Ғилми эшмәкәрлеге араһында йәнтөйәгенә ҡайтып, ауылдаштары менән аралашыуҙан көс-ҡеүәт алып килә ине. Уның башлаған эштәре онотолмаҫ тип ышанам. Алдынғы уҡыусылар өсөн булдырған премияһын тапшырыуҙы беҙ дауам итәсәкбеҙ, — тине Тимур Ғаяз улы.
Үҙ сығышында ул әсәһенең тыуған ауылында заманса белем усағын төҙөүгә күп көс һалыуын, был мәктәп менән ғорурланыуын әйтеп, Рәхмәт мәктәбенә Фирҙәүес Хисамитдинова исемен биреү буйынса коллектив башлаған эште дауам итергә кәрәклеген билдәләне. 
Тимур Мохтаров мәктәп музейына Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының шәхси әйберҙәрен һәм фотоларын, уҡыусыларға китаптарын бүләк итте. Ғалимәгә арнап конференция үткәргән Рәхмәт мәктәбе коллективына ғаиләһе исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.  
— Апайым һәр ваҡыт “Рәхмәтем, Рәхмәтем” тип өҙөлөп торҙо. Бөтә эштәрен ситкә ҡуйып ауылына ҡайтырға ашҡынды. Бәләкәйҙән ҡыйыу, тура һүҙле булып үҫте. Алдына ҡуйған маҡсатты үтәмәйсә, туҡтаманы. Министр булғас, төпкөл һәм бәләкәй ауыл булһа ла, Рәхмәттә ҙур, күркәм белем усағын төҙөттө. Бөгөн ҡыҙҙар һәм малайҙар йылы, яҡты, бөтә уңайлыҡтары булған мәктәптә уҡый икән — был Фирҙәүес Хисамитдинованың ҡаҙанышы. Йәш быуын зыялы, белемле булһын өсөн тырышты, яҡшыраҡ уҡыуға дәтләндереү өсөн премияһын булдырып, үҙе килеп тапшырҙы. Ауылда иман нурын таратҡан мәсет төҙөүҙә лә өлөшө ҙур булды. Тик бер хыялы — мәсет янында мәҙрәсә асыу ниәте тормошҡа ашмай ҡалды. Уның изгелектәрен онотмай, ауылдаштарының ҙурлап тороуо, ғүмерлек эштәренә иң ҙур баһа, — тине бер туған һеңлеһе Рәшиҙә Хисамитдинова.
— Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетында башҡорт филологияһы факультетын булдырған ғалимә. Беҙҙе, үҙенең уҡыусыларын эшкә ҡалдырҙы. Бөгөн уҡыу йортонда уҡытыусыларҙың күбеһе тап уның ҡулында белем алған уҡыусылар. Ул беҙгә фәнгә йүнәлеш биреп, ҡанаттар ҡуйҙы. Сит илгә юл асты, Германия, Венгрия, Төркиәнән тел белгестәре килеп, студенттарҙы уҡытты. Ф. Хисамитдинованың хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында башҡорт филологияһы факультеты аудиторияһына уның исемен биреү буйынса эш башланыҡ, — тине Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов, мәғариф ветерандары Мәүлиә Сафиуллина, Рәйдә Мөхәмәтҡужина, Фәниә Мансурова, Гөлниса Йәнсәйетова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының бөйөк һәм ябай шәхес булыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ғалимәнең уҡыусылары Раушания Ғаззалова, Рита Харисова, Лира Абдрахманова остаздары тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, балаларға башҡорт телен өйрәткәндә уның һабаҡтарын, тәжрибәһен файҙаланыуҙарын бәйән итте.
Арҙаҡлы шәхестең тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә, туған телде өйрәнеү, уҡытыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә тел белгестәре һүҙ тотто. Р. Р. Ғирфанова «Ауыл тарихында яҡты эҙ ҡалдырыусы», З. Р. Ғәлләмова «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр», Ә. Б. Абдрафиҡова «Ғаиләлә туған тел мәсьәләһе», В. М. Хөсәйенова “Ҡатын-ҡыҙ-ғалимә», Э. Х. Ғайсина «Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының хеҙмәтендә дауалау һәм ҡурсалау магияһы» темаларына сығыш яһаны. 
Уҡыусыларҙың эштәрен ике секцияла тыңланылар, жюри уларҙың конференцияға ныҡлы әҙерләнеүҙәрен билдәләп үтте. Ирекле темаға арналған йүнәлештә Сынбулат Әхмәҙиев (Рәхмәт мәктәбе, 5-се класс), Алтынай Алтынбаева (Красная Башкирия мәктәбе, 7-се класс) еңеүселәр тип табылды. Камила Ғайсина (Рәхмәт мәктәбе, 10-сы класс), Яҙгөл Аҙнабаева (Аһылай мәктәбе, 6-сы класс), Ләйсән Әхмәҙиева (Рәхмәт мәктәбе, 8-се класс) призёр булды. Фирҙәүес Хисамитдинованың ғилми эшмәкәрлегенә арналған секцияла Юлиә Мырҙабаева (1-се Асҡар урта мәктәбе, 8-се класс), Гөлназ Зарипова (Рәхмәт мәктәбе, 6-сы класс) еңеүсе исемен алды, Лилиә Ҡотоева (Йәнгел мәктәбе, 11-се класс), Асия Таңғатарова (Рәхмәт мәктәбе, 10-сы класс), Данил Миһранов (1-се Асҡар урта мәктәбе, 6-сы класс), Заһир Мөхәмәтов (Рәхмәт мәктәбе, 7-се класс), Эльвира Мәжитова (1-се Асҡар урта мәктәбе, 10-сы класс) призёр исеменә лайыҡ булды.
Сарала ҡатнашыусылар Рәхмәт мәктәбенә Фирҙәүес Хисамитдинованың исемен биреү; йыл һайын район мәктәптәрендә Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына арналған ярыштар, конкурстар һәм ғалимәнең юбилей йылдарында конференция үткәреү; мәктәп музейҙарында, башҡорт теле кабинеттарында күренекле яҡташыбыҙға арналған мөйөштәр булдырыу ҡарарын ҡабул итте.
Күбәләктең аҫыл ҡыҙы, арҙаҡлы шәхесебеҙ, яҡташыбыҙ Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына арналған ғилми-ғәмәли конференциянан барыһы ла рухланып, илһамланып ҡайтты. Йөкмәткеле,  кәрәкле һәм фәһемле сараны юғары кимәлдә үткәреүгә күп көс һалған Рәхмәт мәктәбе коллективына, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙеләр.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: