+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Апрель , 10:55

Ҡырҡ биш йыл бергә

Ғүмер — ағын һыу кеүек, күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Һәр кем үҙ тәҡдиренә яҙылған күрәсәкте күрә, кисә-кисерә ғүмер юлынан атлай. Яңы Балапан ауылында йәшәгән Зилә һәм Әхмәҙей Малыбаевтарҙың ғаилә ҡороп, ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, йәштәргә үрнәк булып йәшәүҙәренә 45 йыл да үтеп киткән.

Әхмәҙей — Сафура һәм Ильяс Малыбаевтар- ҙың ғаиләһендә 1955 йылдың август айында дүртенсе бала булып донъяға килә. Был мәлдә Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан атаһы Шайморатов исемендәге колхоздың өсөнсө бригадаһында балта оҫтаһы булып эшләй. Әсәһе лә колхоз эшенән ҡалмай: һарыҡ ҡырҡа йөрөй, бесән саба, вал әйләндерә, фермала һыйыр ҙа һауа, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайҙа ҡушалар, шунда көс түгә. 
Шулай матур итеп йәшәп ятҡанда ғаиләгә ҡайғы килә: әсәләре ҡапыл вафат була. Был мәлдә Әхмәҙейгә алты, иң өлкәндәре Рәжәпкә — 12, унан етәгеһе Баҙыянға — 11, Ғимаҙиға 10 йәш була. 
Аталары эштә ваҡытта ашарға бешереү, туғандарының өҫ-башын йыуыу, һыйыр һауыу һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәре Баҙыянға төшә. Әхмәҙей ҙә апай-ағайҙарына һәр эштә ярҙамсы булып, иртә балалыҡтан сыға, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеп үҫә. 
1970 йылда оҙаҡ ауырығандан һуң, атаһы ла вафат була. Ауылдағы мәктәптең һигеҙ класын тамамлаған Әхмәҙей Магнитогорскиҙа һөнәрселек училищеһында уҡып, слесарь-ремонтсы һөнәрен ала һәм йүнәлтмә буйынса Силәбе ҡалаһына эшкә ебәрелә. Хәрби бурысты үтәү мәле етеү менән әрмегә алына һәм ике йыл Грузияның Ахалкалаки ҡалаһында танк полкында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Магнитогорск калибровка заводында эшкә урынлаша. Буласаҡ тормош юлдашы менән дә ошо ҡала осраштыра, таныштыра.
 Әүмеш ауылында тыуып үҫкән Зилә мәктәптән һуң Магнитогорск ҡалаһында штуркатур-маляр һөнәренә эйә булып, төҙөлөштә эшләп йөрөгән була. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр гөрләтеп туй үткәрәләр һәм йәш ғаилә ауылға ҡайтып, атай йортонда төпләнә. 
Әхмәҙей фермаға мал ҡараусы, Зилә һауынсы булып эшкә урынлашалар. Бәләкәйҙән эшкә әрһеҙ, тырыш егет колхоз тарҡалғансы фермала эшләй. Унан инде урындағы мәктәптә төнгө ҡарауылсы булып күсә һәм шунан хаҡлы ялға сыға. Әхмәҙей Ильяс улының намыҫлы хеҙмәте төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған. 
Тормош юлдашы Зилә Муллахмәт ҡыҙы Байым элемтә бүлексәһендә 18 йыл почтальон булып эшләп, пенсияға сыға.
— Мин Мораҡай, Йәнекәй, Яңы Балапан ауылдары халҡына гәзит-журналдарҙан тыш, пенсия-пособиелар, посылкалар тарата торғайным. Ул йылдарҙа һәр ғаилә 5-10-ар дана баҫмаға яҙылыр ине, — ти  Зилә Малыбаева. — Ауыр сумканы йөкмәп ауылдан ауылға йәйәү, тура килһә тракторға, бик һирәк машинаға ултырып барып етеп, таратып ҡайта торғайным. 
Һуңынан бригада етәкселеге почтальонды транспорт менән тәьмин итә — ат бирә. 
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырыуҙа йыл һайын планды арттырып үтәгән Зилә Муллахмәт ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте Почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Тырышлыҡтары, булдыҡлылыҡтары, хәләл көс менән төҙөгән донъялары матур һәм  төҙөк. Һуңғы йылдарҙа эре мал тотмаһалар ҙа, күпләп ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. 
Уңған, татыу ғаиләлә өс бала буй еткергән. Ул-ҡыҙҙары урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәргә эйә булғандар, ата-әсә өлгөһөндә матур ғаилә ҡорғандар. Белорет районы Абҙаҡ ауылында төпләнгән ҡыҙҙары Гәүһәр тормош иптәше Айнур менән өс ҡыҙ үҫтереп, уларҙы кейәүгә биреп, үҙҙәре олатай-өләсәй булғандар. 
Фельдшер һөнәренә эйә Әлфиә тормош иптәше Айнур менән Магнитогорскиҙа йәшәйҙәр, улар бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биргәндәр. Ашнаҡсы булған Арсен тиҫтә йыл Мәскәү ҡалаһы ресторандарының береһендә эшләй. Кәләше Гөлмирә  менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр. 
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп, был матур тормошҡа шатланып, бер-береһенә, туғандарына ҡә-ҙер-хөрмәт күрһәтеп, балаларына һәр яҡлап өлгө, ныҡлы терәк-таяныс булып, ейән-ейәнсәрҙәрен иркәләп йәшәй хөрмәтле хеҙмәт ветерандары.
Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: