+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Апрель , 20:15

Туған телгә һөйөү — балалар баҡсаһынан

Сабый туған телен ҡайҙан белә, ҡайҙа өйрәнә? Әлбиттә, әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан. Ғаиләлә, өйҙә башҡорт телендә һөйләшәләр, аралашалар икән, балаға үҙ телеңдә ғорурлыҡ менән һөйләшергә кәрәк тип өйрәтелә икән, ул бер ваҡытта ла туған телендә һөйләшеүҙән оялмаясаҡ, рәхәтләнеп аралашасаҡ. Ә инде

— Беҙҙең балалар баҡсаһында барлығы ике төркөм. «Бәпембә» бәләкәстәр төркөмөндә 11, «Ҡояшҡай» өлкәндәр төркөмөндә 17 бала башҡорт мөхитендә тәрбиәләнә. Ғөмүмән, беҙҙең балалар баҡсаһының маҡсаты — балаларҙа башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәрбиәселәребеҙ режим, режимдан тыш мәлдәрҙе, уйын ваҡыттарын, төрлө сараларҙы башҡортса ойоштора. Балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, йолаларға ҙур урын бирелә, балалар уларҙы йылы ҡабул итә, улар аша балаларҙа туған телебеҙҙә аралашыу теләге уяна, — тип ҡаршы алды беҙҙе өлкән тәрбиәсе Ф. Тимерйәнова.
Ысынлап та, беҙҙе үҙ-ара саф башҡортса аралашҡан һәм тәрбиәселәренә лә тик башҡортса өндәшкән кескәйҙәр ҡаршы алды. Был бөгөнгө йәмғиәттә һирәк күренеш.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Ишҡол урта мәктәбенең филиалы тип һанала. Балалар баҡсаһы менән мәғариф өлкәһендә 29 йыл хеҙмәт стажына эйә Фәнүзә Тимерйәнова етәкселек итә. Бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, Магнитогорск педагогия училищеһын тамамлаған ул. 1995 йылда балалар баҡсаһына эшкә килгән. Килен булып төшкән еренә таштай батып, әллә нисә быуын кескәйҙәрҙе тәрбиәләгән. Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы әйтеүенсә, коллективта хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы тиһәң дә була. Бөтәһе өс тәрбиәсе, ике тәрбиәсе ярҙамсыһы, бер ашнаҡсы, бер кер йыуыусы хеҙмәткәр иҫәпләнә.
Тәрбиәселәр Фәнүзә Тимерйәнова, Айгөл Рамаҙанова һәм Айһылыу Шаһимәрҙәнова башҡорт телендә тәрбиә һәм белем биреү юҫығында нисек эшләргә кәрәклеген яҡшы белә. Балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайҙар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғаралар. Шәхсән дә, балалар менән дә бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн бәйгеләрҙә ҡатнашып торалар. Фотоконкурс, флешмоб, шиғырҙар бәйгеһе булһынмы, тәрбиәселәр балалар менән үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар ҙа был сараларға әүҙем ҡушыла. 
— Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе хеҙмәтен күптәр еңел һәм ябай тип уйлай. Көн һайын балалар менән уйнап, йөрөп килдең, ашаттың да йоҡлаттың — нимәһе ауыр булһын? Асылда, тәрбиәсенең эше — бик күп һөйөү, түҙемлек, көс һәм үҙеңде тулыһынса бағышлауҙы талап иткән көндәлек ауыр хеҙмәт ул, — тиҙәр улар. — Әлбиттә, заман талаптарына ярашлы, беҙ үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе камиллаштырып торабыҙ. Төрлө уҡыу йорттары ойошторған курстарҙы үтәбеҙ, башҡорт балалар баҡсаларында эшләгән коллегаларыбыҙҙың эш тәжрибәләре менән танышабыҙ, педагогик ҡумтабыҙҙы байытабыҙ.
Тәрбиәсе ярҙамсылары Гөлиә Йәрмөхәмәтова, Гөлсәсәк Әбүзәрова, ашнаҡсы Тәнзилә Шәғәрғәзина, кер йыуыусы Вәлимә Динмөхәмәтова ла тәрбиәләнеүселәрен һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала, шуға балалар ҙа баҡсаға теләп йөрөйҙәр. 
Дәүләт программалары нигеҙендә бында балалар майҙансығы эшләнгән, бинаға ремонт яһалған. Йәштәрҙең күпләп ҡырға китеүе балалар баҡсаһының яҙмышында ла сағылыш таба. Бынан бер нисә йыл элек ясле төркөмө лә булдырылған, тик кескәйҙәрҙең һаны кәмеү сәбәпле, ул төркөм үткән йылда ябылған. 
— Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был — балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү дөйөм эшебеҙ икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы кү- тәреп алырға әҙер торалар, бының өсөн уларға ҙур рәхмәтлемен, — ти Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы. 
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас: