+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Апрель , 11:45

Ватандың ышаныслы һаҡсылары

Беҙҙең көнгәсә һаҡланып килеп еткән легендаларға ҡарағанда Булат ауылында йәшәгән Итекәевтар бөрйән ырыуының Итекәй батыры тоҡомонан таралған.

Беҙҙең көнгәсә һаҡланып килеп еткән легендаларға ҡарағанда  Булат ауылында йәшәгән Итекәевтар бөрйән ырыуының Итекәй батыры тоҡомонан таралған.
 Ҡаҙаҡтар йыш ҡына башҡорт ауылдарын талап, уларҙың малдарын ҡыуып алып китер булғандар. Баҫҡынсыларҙың һөжүменән ырыуҙаштарын нәҡ Итекәй батыр һаҡлар булған. Ауылдың ололары һөйләүенсә, бер мәл ҡаҙаҡтар Урал йылғаһын кисеп сығып, Оло Ҡыҙыл буйлап килеп, Булат ауылына яҡынлашҡандар. Итекәй батыр дошмандарҙы тирә-яҡ ус төбөндәй күренеп ятҡан ҡалҡыулыҡта ҡаршылай. 
“Беҙ һине ишетеп белгәнсә булһаң, уғыңды ебәр, беҙгә килеп етерме икән?” – тип мыҫҡыллаған батырҙы ҡаҙаҡтар башлығы.
 “Минең уғым барып етеү генә түгел, күҙеңде һытып сығарыр”, тигән дә Итекәй уғын атып та ебәргән һәм дошманы күҙенә тейгән уҡтан бөгөлөп тә төшкән. Бер аҙҙан ҡаҙаҡ башлығының ҡатыны ғәскәр йыйып килгән, тағы ла ҡаршыларына Итекәй батыр сыҡҡан. “Ҡаҙаҡ ҡатынының күҙенә тейгеҙһәм, һуғышһыҙ боролаһығыҙ” тигән батыр, шулай килеп сыҡҡандан да һәм ошо мәлдән алып Булат ерҙәренә баҫҡынсыларҙың һөжүме туҡтаған.
Итекәй батыр тоҡомдары бөгөн дә Булат ауылында ғүмер кисерә.

Итекәевтар тоҡомон дауам иткән ир-егеттәр барыһы ла әрмелә хеҙмәт итеп, ил алдындағы изге бурысын үтәгән. Динислам Итекәев Бөйөк Ватан һуғышы осоронда легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан, Днепрҙы аша сыҡҡанда батырҙарса һәләк булған. Итекәевтарҙың ейәне Йәноҙаҡ Ғәзизйән улы  90-сы йылдар башында Вьетнамда диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән. 1993 йылдың ноябрендә Ғәзизйән Әбүзәр улы менән Фатима Низам ҡыҙы улдарына яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн часть командованиеһынан рәхмәт хаты ала. Ә 2021 йылдың февралендә иһә Йәноҙаҡ Ғәзизйән улы менән ҡатыны Гөлназ Нәзиф ҡыҙына ла улдары  хеҙмәт иткән частән ошондай рәхмәт хаты килеп төшә.
Был хатта подполковник М. Шәмсетдинов Радмир Йәноҙаҡ улының үҙен тәртипле һәм намыҫлы һалдат итеп күрһәтеүе хаҡында хәбәр итә. Радмирҙың подразделениеның иң яҡшы һалдаттарының береһе булыуын, башҡарыусанлығы, тырышлығы менән башҡаларҙан айырылып тороуын яҙа. Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн Радмир Итекәев “Отличник” күкрәк билдәһе менән наградланған. 
Әйткәндәй, район хәрби комиссариаты бинаһында был ойошманың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән стенд бар, унда граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу эшендә өлгәшелгән уңыштары, төрлө спорт һәм йәмәғәт сараларындағы әүҙемлектәре өсөн төрлө дипломдар, грамоталар ҡуйылған, шуларҙың нәҡ уртаһында Ленинград өлкәһе Выборгский районы хәрби комендатынан райондың хәрби комиссарына бирелгән берҙән бер рәхмәт хаты бар. 
“Хөрмәтле Әбйәлил районының хәрби комиссары! Ефрейтор Радмир Йәноҙаҡ улы Итекәев үҙенең хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Хәрби бурыстарын үтәгәндә Радмир үҙен ҡыйыу һалдат, ышаныслы дуҫ итеп күрһәтте. Киләсәктә ил һағына Радмир Итекәев кеүек шәп егеттәрҙе  алырһығыҙ, тип ышанабыҙ”, тигән юлдар бар.
Ошо яҙылғандарҙы дәлилләгәндәй,  күптән түгел Итекәевтар ғаиләһе кинйә улдары Замир хеҙмәт иткән часть  командованиеһынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды. 
Сиҙәм мәктәбендә уҡығанда үҙен әүҙем, спорт  һөйөүсән егет булараҡ танытҡан  Замир Итекәев мәктәптән һуң Магнитогорск техник университетында тау ҡорамалдарын электрлаш- тырыу һәм автоматлаштырыу факультетында уҡыны.
Бөгөн Замир ил алдындағы изге бурысын үтәй. Хәрби часть командиры Замир Йәноҙаҡ улының эш һөйөүсән, тәртипле һалдат булыуын хәбәр итә. Яҡташыбыҙҙың Рәсәй сигендә махсус бурыстарҙы үтәгән хәрби частәрҙе яғыулыҡ-майлау материалдары һәм техник саралар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы үтәүҙә күрһәткән тырышлығы  өсөн командирҙың  рәхмәтенә лайыҡ булған.
Часть командованиеһы улдарын илебеҙҙең ышаныслы һаҡсыһы итеп тәрбиәләгән ирле-ҡатынлы Итекәевтарға рәхмәт белдерә.
Ата-әсә менән бергә беҙ, уҡытыусылар һәм туғандары ла сикһеҙ ғорур- лыҡ кисерәбеҙ. Әйткәндәй, Замирҙың бөтә туғандары ла хәрби хеҙмәттә дәүләт сиген һаҡланылар. Ике туған ағаһы Илгиз Төнъяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. 
Замир ҙа Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтыр, әрме тәжрибәһе уға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. 
Салауат Рәжәпов,
Урал мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: