+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Май , 14:32

Ағастар шаулап үҫһен!

Әбйәлилдәр «Йәшел Башҡор-тостан» акцияһына ихлас ҡушылды. Район үҙәге ойошма-предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һабантуй яланындағы аллеяға декоратив ҡырағай алма һәм ҡорос ағасы (ясень) үҫентеләрен ултыртты.

Әбйәлилдәр «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ихлас ҡушылды. Район үҙәге ойошма-предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һабантуй яланындағы аллеяға декоратив ҡырағай алма һәм ҡорос ағасы (ясень) үҫентеләрен ултыртты. Өмәлә район башлығы Илдар Нафиҡов һәм Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Амантаев та ҡатнашты. 

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһын үткәреүҙең берҙәм көнө быйыл 27 апрелгә тура килде. Был көндә әбйәлилдәр ҙә дәррәү көс һәм күтәренке кәйеф менән тыуған еребеҙҙе йәшелләндереүгә ҙур өлөш индерҙе. Өмәләр бөтә ауыл биләмәләрендә лә дөргөн уҙҙы. Урындағы халыҡ ағас ултыртыуҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Ғөмүмән, акцияның йылдан-йыл киңерәк үтеүе, уға йәштәрҙең дә ихлас ҡушылыуы, һәр кемдең йәшәгән еребеҙҙе күркәмерәк итеү, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуындарға матур торошта тапшырыу барыһы ла фәҡәт үҙебеҙҙән тороуын аңлауы һөйөндөрә. 
Йәйрәп ятҡан һабайтуй яланы киләсәктә йәшел ҡалҡан уратыуында буласағына иманым камил. Йәшелләндереү буйынса район күләмендә уҙған һәр бер сарала ул иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Эйе, ышыҡ-күләгә булмаған, көн әйләнәһенә ҡояш ҡыҙҙырған, һәр ваҡыт үтәнән-сүтә ел уйнаған ерҙә ағас үҫтереүе еңел хеҙмәт түгел. Һабан байрамы  майҙаны яңы урынға күсерелгәс тә райондаштарыбыҙ көсө менән унда аллея булдырылды һәм, шөкөр, ағастар үҫтерергә тырышып ятҡан көн. Яҙ һайын ерегеп китә алмағандары урынына яңы үҫентеләр ултыртыу, өҫтәп сәсеү кеүек даими эштәрҙең һөҙөмтәһе күҙгә күренә башлауы бигерәк тә ҡыуаныслы.
— Беҙ иҫ киткес хозур урында йәшәйбеҙ. Ошо матурлыҡты ейәндәребеҙгә, уларҙан һуң тыуасаҡ быуындарға ла ҡалдырыу, тирә-яҡ мөхитебеҙ тураһында хәстәрлек күреү, яҡлау, уны үҫтереү — беҙҙең мөҡәддәс бурыс, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов сәләмләү һүҙендә. 
Һабантуй яланы — райондың көҙгөһө, тип билдәләне башлыҡ. «Бында беҙ йыл һайын ҡунаҡтарҙы ҡаршылайбыҙ, инвестһабантуйҙа, мәҫәлән, 11 ил делегацияһын ҡабул иттек, һәм ситтән килеүселәрҙә Әбйәлил тураһындағы тәүге фекер ошо ерлектең төҙөклөгөнә, йәшеллегенә ҡарап тыуа. Ә ғөмүмән алғанда,  матурлыҡ үҙебеҙгә ҡала, изге эште ҡеүәтләп өмәгә килеүегеҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт», — тине ул.
Баш ҡала вәкиле А. А. Амантаев республика етәкселегенең һәм Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ҡайнар сәләмен еткерҙе. 
— Әйләнә-тирә тәбиғәткә һөйөү уятҡан, мәҙәнилеккә өйрәткән, урмандарҙы һаҡлау зарурлығы тураһында уйландырған, иҫкәрткән йолаға әйләнгән акция башҡаларға үрнәк булыуы менән дә мөһим, — тине Артур Азат улы. — Һеҙҙең өлгөлә киләсәктә тәбиғәтте сәләмәтләндереү буйынса эште балаларығыҙ дауам итер. Һәм бөгөн һеҙ ҡалдырған кескәй генә йәшел эҙ бер нисә йылдан буй еткән ағастар булып шаулар.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, ағас ултыртыусылар артынан хатта күҙ ҙә эйәрмәне. Бер ыңғайы иҫке ҡыу үләнде тырматып та сыҡтылар. Асҡар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы өмәселәрҙе ялан сәйе менән һыйланы.
Ошо уҡ көндә «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә Ярлыҡап ауылына яҡын ерҙә 3 гектар майҙанда Ватан геройҙары иҫтәлегенә 12 мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Бында ла өмәселәр күмәк, дәртле һәм дәррәү булғас эш тиҙ ыраны. Сара аҙағында тәбиғәт ҡосағында төшкө аш ойошторолдо.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: