+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Май , 15:35

Тыуған яғының тарихын яҙып ҡалдырҙы

Яҙыусы һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаевтың исеме Әбйәлил халҡына айырыуса таныш, сөнки уның тормошоноң тәүге өлөшө был яҡтар менән тығыҙ бәйле.

Яҙыусы һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаевтың исеме Әбйәлил халҡына айырыуса таныш, сөнки уның тормошоноң тәүге өлөшө был яҡтар менән тығыҙ бәйле. Уның атайсалы — йәй уртаһында артыҡ ҙур булмаған, ә яҙҙарын ҡотороп, ярҙарынан сығып аҡҡан Оло Ҡыҙыл һыуы буйында, халыҡ йырҙарында йырланған күк Ирәндек армыттары менән уратылған, был яҡтарҙа иң бороңғо ауылдарҙың береһе — Әлмөхәмәт. Үҙемдең кеше булып тәрбиәләнгән өсөн яҡташтарыма һәр саҡ рәхмәтлемен, тип йыш әйтә торғайны ул үҙе. Ошо көндәрҙә уға йөҙ йәш тулыр ине...

Рамаҙан Ғимран улы 1924 йылдың 7 апрелендә, ул ваҡытта Йылайыр кантонына ҡараған, Әлмөхәмәт ауылында ярлы һаналған Ғимран ҡарт ғаиләһендә донъяға килә. Ғаилә башлығы заманында билдәле шәхес булған. Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» һәм Орскиҙа Мағаҙи мәҙрәсәләрендә белем ала, ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белә. I Бөтә донъя һуғышында унтер-офицер булып хеҙмәт итеп, Георгий тәреһе алып ҡайта. Ғимран йыш ҡына йәйгелеккә ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ балаларын уҡытыу маҡсатында далаға сығыр булған. Был турала уның әле Үҙәк архивта һаҡланған 1908-1912 йылдарға ҡараған көндәлектәре раҫлай.
1931 йылдың 1 сентябрь көнөндә ул билдәле Ханнан хәҙрәт өйөндә асылған Әлмөхәмәт башланғыс мәктәбенең ишеген тәүге аса. Рамаҙан уҡыуға бик әүәҫ була һәм икенсе, өсөнсө синыфтарҙа яртышар йыл уҡып, 1934 йылда мәктәпте тамамлай. Бала саҡтан аслыҡ, яланғаслыҡты үҙ иңендә татыны.
Үҙенең яҙмаларында ошо йылдар тураһында ул шулай яҙып ҡалдырҙы: «...Артабан уҡыуҙы дауам итеү теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, яҡын тирәлә мәктәп булмау, бигерәк тә ситкә китеп уҡыу өсөн өҫ-баштың юҡлығы арҡаһында, мәктәптән мәхрүм булдым. Уҡыуҙан бөтөнләй төңөлөп бөткәс, шул йылдың сентябрь аҙаҡтарында атай мине Ҡырҡты тауы буйында алтын сығып ятҡан «Ырғайҙы» тигән тау ҡуйынына алтын йыуырға алып китте... 
Октябрь аҙаҡтарында, башҡа балалар бер сирек уҡығас, мин өҫтә ыштан-күлмәк менән генә һәм ялан-аяҡ Ишҡол колхоз-йәштәр мәктәбенең 5 класына уҡырға инеп киттем. Миңә тейешле ҡулдан тегелгән итек, кесерәйтеп атай толобонан эшләнгән аҡ тиртун тик ноябрь урталарында ғына килеп етте... Ҡыш буйы үҙем бейеклеге ауыр тирмән тартып, күрше-күләнгә хат яҙып, ситтән ауылға килгән хаттарҙы уҡып тамаҡ туйҙырҙым, сөнки атайҙарҙан һирәк-һаяҡ килгән ярҙам менән йүнләп уҡырлыҡ һәм ус яларлыҡ булманы... Алтынсы класты тамамлап, колхозда эшләй башланым... 
1 сентябрь көнө килеп еткәс, атайымдың мине артабан уҡытырға хәле булмай сыҡты. Мәктәпте ташларға тура килде. 13 йәшкә ҡарағанда ауылда ойоша башлаған Әлмөхәмәт МТС-ына директорҙың эш ҡағыҙҙарын күсереүсе булып эшкә индем. Атайыма тәүге алған илле тәңкәне тотторғас, уның йәшел күҙҙәренә йәш эркелде, сөнки 1928 йылда бер көрән бейәбеҙҙе һатып, 80 тәңкә алған аҡсанан башҡа беҙҙең өйгә бер ҡасан да ундай аҡса ингәне булманы...»
Һуғыш алдынан ғына Рамаҙан Өмөтбаев Баҡыр-Үҙәк ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлай. 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китә. Курск тирәһендә ҡаты бәрелештәрҙә ауыр контузия ала. Һауыҡҡас, 11-се гвардия армия сафында дошмандарҙан Балтика буйын азат итеүҙә ҡатнаша. 1946 йылда демобилизациянан һуң «Сибайзолото» руднигына старателдәр артеле хисапсыһы булып урынлаша. Тиҙҙән Рамаҙан Өмөтбаевты рудник комсомол ойошмаһының секретары вазифаһынан КПСС-тың Баймаҡ район комитетына эшкә алалар һәм ул бында беренсе секретарға тиклем юл үтә. Артабан Башҡортостан Өлкә Комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, Министрҙар Советының рәйес урынбаҫары, Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе  вазифаларында эшләй. Шул йыл-дарҙа ул республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рамаҙан Өмөт-баев йәмәғәт эштәре һәм әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Ул — милли рух, башҡорт телен тергеҙеү һәм халыҡ хазинаһы — ер мәсьәләләре хаҡында байтаҡ фәнни-иҡтисади мәҡәләләр авторы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҙыусы күп кенә хикәйә, очерктар, кино өсөн сценарийҙар ижад итә, унлап китап сығара.
Рамаҙан Өмөтбаевтың Советтар Союзы Геройы Та-һир Кусимовтың ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс тормош юлын һүрәтләгән «Генерал Кусимов» исемле китабы киң танылыу тапты. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арналған әҙәби бәйгелә повесть иң яҡшы тип табыла. Һуңынан китап тәржемә ителеп, рус уҡыусыларына ла еткерелә.
1993 йылда «Китап» нәшриәтендә Рамаҙан Ғимран улының тәүге романы ла баҫылып сыға. «Ысыҡтан эйелә ҡылған» тип аталған был киң күләмле әҫәр Башҡортостандағы крәҫтиәндәрҙең үткән быуаттың 20-се йылдарҙағы фажиғәһе тураһында һөйләй. Шул уҡ йылда Рамаҙан Ғимран улы яңы булдырылған Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияның тәүге лауреаты булып таныла. Уның «Һарығолаҡ» исемле хикәйәһе буйынса Башҡорт телевидениеһы ике сериялы нәфис фильм төшөрә.
1995 йылда әҙиптең сираттағы, Баймаҡ машиналар эшләү заводы тарихына арналған китабы донъя күрә. «Осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар» исемле йыйынтығында Рамаҙан Өмөтбаев үҙе белгән һәм яҡындан аралашҡан республикабыҙҙың билдәле шәхестәре тураһында һөйләй. Улар араһында — Жәлил Кейекбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ҡадир Тимерғазин һ.б. Шул уҡ китапҡа яҙыусының халыҡ һәм милләт яҙмышы тураһында уйланыуҙары ла ингән. Рама-ҙан Өмөтбаев 1995 йылда Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттарының беренсе Ҡоролтайына делегат итеп һайлана, илдең төрлө тарафтарында йәшәгән милләттәштәрҙе берләштереү буйынса тәҡдимдәр менән әүҙем сығыш яһай.  
Замандаштарҙы Өмөтбаевтың башҡорт халҡының һөйләм телен тәрән аңла-уы, туған теленең бөтә нескәлектәре һәм байлығы менән оҫта файҙалана белеүе һәр ваҡыт ғәжәпләндерә торғайны.
Уның хеҙмәте юғары баһаланды. Рамаҙан Өмөтбаев Ленин, Почет Билдәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы грамоталары, күп миҙалдар менән бүләкләнде. 1995 йылда уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Ул РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исеменә лайыҡ булды. БАССР-ҙың Юғары Советының 4-9-сы саҡырылыш депутаты, уның Президиумы ағзаһы, партияның XXI съезына делегат итеп һайланды. 
Рамаҙан Ғимран улының яҡты донъянан китеүе көтөлмәгәнерәк булды. 1997 йылдың 24 август көнөндә, Баймаҡта үткән уҡытыусылар конференцияһынан ҡайтҡанда, уның йөрәге туҡтай... Был хәлде белмәйенсә, шул уҡ көндө уның хәләл ефете, Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы ла яҡты донъя менән хушлашты.  
Бөйөк кешеләрҙән кемдер, Виктор Гюго, буғай «Ҡулъяҙмалар бер ҡасан да янмай», тигән аҡыллы фекер әйтеп ҡалдырған. Был дөрөҫтөр, күрәһең. Атайымдан ҡалған ике ҡалын ғына папканы, ундағы ҡулъяҙмаларҙы ун йылға яҡын өйөмдә һаҡланым. Унда яҙып бөтөрөл-мәгән трилогияның өсөнсө өлөшөнөң ятҡанын мин яҡшы белә инем. Атайым тормошоноң һуңғы айҙарында уның өҫтөндә бик көсөргәнешле эшләүенә ҡарамаҫтан, романды тамамлай алманы. Яҙмаларына тотонорға ниңәлер баҙнат итмәнем. Икенсе яҡтан, уларҙы архивҡа ла тапшырырға ҡул барманы. Тап шул ваҡытта «Башҡортостан» гәзитендә Рамаҙан Ғимран улының күптәнге иптәше, Баймаҡта йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Вара ағай Буранбаевтың мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Яҙыусының ике романы баҫылды, уның яҙып бөтөрөлмәгән өсөнсө китабы ла мотлаҡ булырға тейеш тиелгәйне унда. Вара ағайҙың әйткәне дөрөҫ ине. Был хәл миңә ниндәйҙер этәргес көс биргәндер, моғайын.
Ысынлап та, атайым, Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы, был донъянан ҡапыл китеп, үҙенең күп кенә маҡсаттарын, үкенескә ҡаршы, тормошҡа ашыра алманы. Күп йылдар ул үҙенең тыуған төйәге — Әлмөхәмәт ауылының тарихы тураһында яҙырға ниәтләнеп йөрөнө. Күпте атаһынан, ҡарттарҙан ишетеп, күп нәмәләрҙе үҙе лә күреп белә ине. 
Үткән быуатта ауыл халҡы үҙ иңендә бик ауыр һынауҙар үткәрҙе. Граждандар һуғышы, ҡыҙылдар менән аҡтар араһындағы аяуһыҙ көрәш Башҡортостанда бигерәк тә киҫкен рәүештә бара. Күп тапҡыр фронт тап беҙҙең ерҙәр аша үтеп, ҡайһы бер ауылдар ҡулдан-ҡулға әллә нисә мәртәбә күсеп тора. Башҡорттарҙың үҙ билдәләнеше өсөн алып барылған көрәш, башҡорт ғәскәренең башта бер яҡҡа, һуңынан икенсе яҡҡа күсеүе дөйөм хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Иҫ киткес ҡанлы һуғыш бөткәс, тағы ла яңы афәт — ҡурҡыныс йот йылы килә. Аслыҡтан һуң тере ҡалғандары саҡ ҡына аяҡҡа баҫа башлағас, кулактарҙы бөтөрөү һәм һөргөнгә ебәреү, халыҡты көсләп колхозға ойоштороу башлана. Унан һуң халыҡтың иң аҫыл шәхестәрен юҡ иткән ҡара 1937 йыл, һуғыш йылдары, аслыҡ, яланғаслыҡ...

Читайте нас: