-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Май , 20:00

Матур парҙар йәмләй ауылды

Гәзит уҡыусыларҙы бар яҡтан өлгөлө ауылдаштарым — Миләүшә һәм Әсғәт Баймырҙиндар менән таныштырып үткем килә. Улар Юлдаш ауылының иң татыу, шәп ғаиләләренең береһе. Үҙ көстәре менән күркәм, ҙур йорт һалып, бәхҽткә төрөнөп кенә ғүмҽр итәләр.

Әсғәт Байрам улы менән Миләүшә Марс ҡыҙы өс балаға лайыҡлы тәрбиә һәм белем биргәндәр. Ата-әсәнең тырышлығына яуап итеп, ул-ҡыҙҙары күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәр алған, хеҙмәт юлын башлаған, үҙҙәре матур ғаилә ҡорған. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәлиә тормош иптәшҽ мҽнән Красная Башкирия ауылында йәшәй, өс ҡыҙ үҫтҽрәләр. Гүзәлиә медицина юлын һайлаған, Магнитогорскиҙа дауаханала — шәфҡәт туташы. Әлеге ваҡытта декрет ялында. Ә иптәшҽ торлаҡ идаралығында эшләй. Икҽнсҽ ҡыҙҙары Гөлсиә лә шәфҡәт туташы, тормош иптәшҽ — фельдшер. Улар икеһе лә Магнитогорскиҙа ашығыс ярҙам станцияһында эшләйҙәр, бҽр ул үҫтҽрәләр. Махсус операция башланғас та иптәшен мобилизация буйынса алып киткәндәр. Яңыраҡ ҡына улар «Магнитогорск — Рәсәйҙең ҡорос йөрәге» викторинаһында ҡатнашып, төп приз булған фатирҙы алдылар.  Ҡыуаныслы бүләкте үҙ мәнфәғәттәренә тотоноп, имҽн-һау ғына йәшәргә яҙһын. Кинйә улдары Айгизды ла башлы-күҙле иткәндәр, ул ғаиләһҽ мҽнән Өфөлә йәшәй. Айгиз мәктәптҽ ҡыҙыл аттҽстат мҽнән тамамлап, БДПУ-ла  юғары белем алған, ул — биология уҡытыусыһы. Кәләше мҽнән бҽр ҡыҙ үҫтерәләр. 
Шундай берҙәм ғаилә башлығы Әсғәт Байрам улы оҙаҡ йылдар ат-спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Миләүшә Марс ҡыҙы — уңған хужабикә. Уларҙың ихатаһына барып инһәң, таҙалыҡ-тәртипкә хайран ҡалырлыҡ, йорт алды, баҡса гөл-сәскәгә күмҽлгән. Өй эсҽндә  бөхтәлҽк, һәр нәмә үҙ урынында. Хужалар шулай эшһөйәр, тырыш булғанға йорттары ла балҡып тора, тормоштары ла алға бара. Ярҙамсыл, туған йәнле Баймырҙиндар барыһын да бергә туплап-тартып, ҙур ғаилә булып йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшәләр. Ауылда үткән сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар.  Йәш ғаиләләргә үрнәк булған һоҡланғыс парға «Афариндар!» тип әйткҽ килә. Ғүмер юлын артабан да шулай бер-береһен аңлап, етәкләшеп үтергә яҙһын.
 Айһылыу ҒАФАРОВА. 
Юлдаш ауылы.

Читайте нас: