+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Май , 15:29

Олатайҙан күргән — ат тотҡан...

«Атанан күргән — уҡ юнған, инәнән күргән — тун бескән» мәҡәлен үҙемсә үҙгәртеп, эшенә мөкиббән киткән булдыҡлы кеше менән таныштырмаҡсымын.

«Атанан күргән — уҡ юнған, инәнән күргән — тун бескән» мәҡәлен үҙемсә үҙгәртеп, эшенә мөкиббән киткән булдыҡлы кеше менән таныштырмаҡсымын. Яңы Балапан ауылында тыуып-үҫкән, бала сағы, йәшлеге ошо ауылда үткән, атай нигеҙен ташламай, йәнтөйәгендә ҡотло донъя ҡорған, тыуған мәктәбендә уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы, хөрмәтле коллега булған, ике туған ағайым Айбулат Мөхтәр улы Солтанов хаҡында һүҙем.

Уның менән таныштырыуҙы тулыраҡ итеү өсөн алыҫ тарих төпкөлөн айҡамайынса булмай. Айбулат Мөхтәр улының дүртенсе быуын олатаһы Солтан ҡарт тураһында һөйләмәһәм яҙыҡ кеүек. Ул да ҡасандыр ошо ауылда нигеҙ һалып, өйөр-өйөр йылҡы малы тотҡан. Һуғыш ветераны Ғиниәтулла олатайым: «Солтан ҡарт тирә-яҡта билдәле кеше булған. Бихисап йылҡы өйөрө тотоп, етеш йәшәгән. Уның йорто һаман да ауылда балалар баҡсаһы булып хеҙмәт итә. 21-се аслыҡ йылында ул ауыл халҡын йоттан ҡотҡарып ҡалған. Йома һайын өй беренсә саҡырып, бөтәһен дә ашатҡан. Тик шул осорҙоң низағ-ҡаршылыҡтары арҡаһында бөтә ғаиләһе менән һөргөнгә оҙатылған. Ауылға уның улы Ғаззал менән ейәне Мөхтәр ғына әйләнеп ҡайтҡан. Улар икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан», — тип һөйләне. Үкенескә күрә, Ғаззал апа яуҙа ятып ҡалған. Улы Мөхтәр Сталинград янында барған ҡаты һуғыштарҙа, 1-се Украина фронтында алышҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. Тик һуғыш яраларынан мандый алмай 53 йәшендә генә Айбулаттың атаһы үлеп ҡалған. 
12 йәшлек үҫмергә донъя йөгөн тартырға тура килә. Ике апайы, ике ағаһы ситтә уҡып йөрөгәс, Айбулат өйҙәге ике бәләкәй туғанына терәк, әсәһенә ярҙамсы була. Мәктәпте тамамлағас, Мәғнит ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға бара. Әрмегә саҡырыла. Хеҙмәт юлын Байым мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып башлай. Ике йылдан эшен тыуған мәктәбендә дауам итә. Атай нигеҙендә яңы йорт күтәргәс, күрше ауыл — Рәхмәт ҡыҙы Миңзәлә менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Бар яҡтан уңған, аҡыллы кәләше менән тормош һуҡмағын ғына түгел, хеҙмәт юлынан да бергә үтәләр. Икеһе лә мәктәптә балалар уҡыта, яратҡан һөнәрҙәренә оҙаҡ йылдар бағышлайҙар. Коллегаларының ихтирамын тойоп эшләй абруйлы педагогтар. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Айбулат Мөхтәр улының уҡыусылары район, республика ярыштарында еңеү яулауҙары — уның хеҙмәт ҡаҙаныштары. Тик балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар юҡлығы эсен бошора. Мәктәптә спорт залы булмағас, уҡыусылар тышта футбол уйнай, саңғыла йөрөй, йүгерә. 
Татыу ғаилә ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Бер нисә саҡырылыш депутат итеп һайланған Айбулат Мөхтәр улының ауылдаштарына ярҙамы ҙур. 
Солтан олатаһының эшен дауам итеү ниәтен атҡарыу, уның васыятын тормошҡа ашырыуға форсат сыҡмайыраҡ тора. Ниһайәт, өс йыл элек туғандарының кәңәше менән эште башлап ебәрә, дәүләт ярҙамын ала. Хәҙер уның хужалығында илленән ашыу ат, егерме һыйыр, байтаҡ ваҡ мал бар. «Матур ҙа, аҡыллы ла аттарға кемдәр генә һоҡланмаған? Элек-электән ат ир-егеттең тоғро юлдашы булған», — ти Айбулат ағай. Ҡыш буйы ҡурала торған малдарҙы йәшел үлән сығыу менән Көркәк тауы итәгендә урынлашҡан йәйләүенә оҙата ул. Ҙур хужалыҡта ярҙамсыларһыҙ булмай. Улдары Айнур, Сынбулат — атайҙарының төп терәге. Полицияла эшләгән өлкән малайы Айнур бесән эшләүҙә ярҙамлаша, бөтә техника уның ҡарамағында. Ял һайын ҡайтҡан кейәүҙәре Азамат менән Рияздың да ғаилә эшендә өлөштәре ҙур. Ә кинйә Сынбулатҡа бөтә донъяны ҡарау — күнегелгән эш, бәләкәй саҡтан хеҙмәт тәрбиәһе алған егет барыһына ла өлгөрә. Ғаилә башлығының иң ҙур ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, бар эштәрен хуплап, йөпләп тороусы ҡатыны  — Миңзәлә Хөсәйен ҡыҙы. Икеһе лә  бөтмөр, булдыҡлы, матур итеп донъя ҡороп, ике ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр, өлгөлө ғаилә булып йәшәйҙәр.
Олатаһы аманатын үтәгәс, Айбулат ағайымдың хәҙер күңеле тыныс. Солтан ҡарттың 21-се йылда ауыл халҡына күрһәткән изгелектәре ейәндәренә меңләтә һауап булып ҡайтҡандыр, күрәһең. Мөхтәр апаның ул-ҡыҙҙары тырышып донъя көтә, етеш йәшәй. Айбулат Мөхтәр улының да башҡараһы эштәре, ниәт иткән хыялдары күп әле. Уларын да тормошҡа ашырырға насип итһен.
Гүзәлиә ҒИБӘҘӘТОВА.

Читайте нас: