+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Май , 11:01

һуғыш йылдары хәтирәләре

1941-1945 йылдарҙа һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ағай-апалар менән «Берлек» колхозында эшләргә тура килде. Шул осорҙағы хәтирәләрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

Рысҡужа ауылынан фронтҡа 100-гә яҡын кеше киткән булған, шуларҙың  яртыһынан әҙерәге генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Ауылдаштарҙы фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа оҙатҡан мәлде иҫләмәйем, 5-6 йәшлек малай ҡайҙан белһен инде. Ауылымдың ир-уҙамандары араһынан һуғышҡа йәштәре етмәгән күршеләребеҙ Бикйән ағай Ғәзин менән Әсләм ағай Хәм-зинде генә белә инем. Атайым һуғышта булғас, ошо ағайҙарға эйәреп йөрөй торғайным. Ҡаҙмаш йылғаһында балыҡ тотҡандары хәтерҙә. Ҡыҙыл йылғаһына нурҙа һала инеләр, мин уларҙың салбар-күлдәктәрен, аяҡ кейемдәрен арттарынан алып йөрөнөм. Балыҡты күп кенә тотһалар ҙа, икеһе бүлешеп алалар ҙа, миңә өлөш сығармай ине улар. Ағайҙар менән бергә тау итәгенә әлморон йыйырға барғанда, үҙемә йыя инем.
Ҡырмай тауының 35-38 гектарҙай ерендә беҙҙең ауыл бригадаһы иген сәсә торғайны. Шул йылдарҙа әсәйем Ғилмияза бригадир булды. Ҡайҙа барһа ла, мине үҙе менән алып йөрөнө. Ураҡ бөтөп, көлтә һуҡһалар, ике ат егеп барабан өйрөлткәндәре хәтерҙә. Эш бөтһә, ҡатындарҙы, үҫмерҙәрҙе арбаға ултыртып ҡайтаралар. Япон һуғышы геройы, һыңар ҡуллы Ғимал апа Яҡупов ҡарауылсы булып ҡала торғайны. Эштәрҙе теүәлләгәс, әсәйем менән ғәҙәттә һыбай ҡайта инек. Бер мәл ағайҙар ҙа эштән һуң бушағас, ҡара төҫлө Дантис ҡушаматлы айғырға әсәйем менән Абрар ағай Басиров атланды, мин Әсләм ағай менән туры атта һыбай ҡайтҡаныбыҙ әле лә күҙ алдымда.
1942 йылдың көҙөндә һуғышҡа алынған Бикйән ағайҙың 9 май көнө Берлинды алған ваҡытта снайпер пуляһынан вафат булды тигән хәбәре килде. 1943 йылдың башында Әсләм ағайҙы ла оҙаттыҡ, ул Алыҫ Көнсығышҡа эләкте, 1951 йыл һуғыштан ҡайтты.  Ҡайтҡас урмансы булып эшкә урынлашты. Ҡаҙмаш ауылынан Нурикамал еңгәйгә өйләнеп, матур итеп донъя көттөләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары булманы. Алтмыш йәшен тултыра алмайынса, бесәндә салғы сүкеп ултырғанда,  инфарктан үлеп ҡалды.
1943 йылда һуғыштан ҡайтҡан Мөжәүер ағай Асҡаровты әсәйем урынына бригадир итеп ҡуйҙылар. Урамға сыҡһам, әсәйемдең эшкә менеп йөрөгән ҡара-ала аты Ғәлиәхмәт апаларҙың ҡапҡаһында бәйле тора ине. Мин уны ысҡындырып алып ҡайтып киттем. Тик Мөжәүер ағай артымдан килеп, атты кире алғас, илап ҡалдым.
Күп тә үтмәне, Мөжәүер ағай ауырып китте. Колхоз рәйесе Ҡужин дауаханаға алып барырға ат бирмәгәс, үгеҙ егеп Мәғниткә китеп барғанда, Дәүләт ауылын үтеп киткәс, юлда гүр эйәһе булған. 
Бер аҙҙан, беҙ, ауыл малайҙары, атта йөрөргә эшкинә башланыҡ, колхозға бесән әҙерләшәбеҙ, ҡышын уны фермаға ташышабыҙ. 
Атайымдың ҡустыһы Әкрәм ағайым 1940 йылдың көҙөндә  хеҙмәткә алынған була һәм Украинала сик буйында танк ғәскәрҙәрендә тоҫҡаусы булып хеҙмәт итте. «Сик буйында танкыларҙы үткәрмәҫ өсөн траншеялар  ҡаҙа торғайныҡ. Иптәшем Ҡырҙас ауылынан булды, ул һуғыштан ҡайта алманы. Соҡор ҡаҙырға ҡуштылар: ер дымлы, тупраҡ көрәккә йәбешеп тик тора, ташлауы ауыр. Уға мин көрәкте һыула ла шулай итеп һыу менән ташла тип өйрәтәм, шунан эш арыуыҡ ырап китте, ҡалғандарҙан күберәк ҡаҙғанбыҙ. Бер мәл өҫтән берәү: «Сығығыҙ әле бында!» тип башҡортса ҡысҡыра. Сыҡһаҡ,  башҡорт генералы булып сыҡты, хәл-әхүәлде һорашты, беҙҙе маҡтап китеп барҙы. Эште бөтөп ашханаға барһаҡ, беҙгә ике порция  бирҙеләр, генерал бойороп китте, тинеләр. Шунда хеҙмәт итеп йөрөгәндә һуғыш башланды, йөҙәрләгән танк-самолеттарҙы шартлатып, немец танктары булған нәмәне тапап, ҡыйратып үтеп киттеләр», — тип һөйләгәнен онотмайым. 
1941 йылдың 8 ноябрендә Мәскәүҙә парадта ҡатнашып, шунан тура фронтҡа инә. Мәскәүҙе  обороналауҙа ҡатнаша, Курск дуғаһында була. Ағаһы менән бер фронтта йөрөгәндәр, береһе — танкист, икенсеһе — кавалерист булған. 1943 йылдың ғинуар айында ағаһы һуғыш яланында һәләк була, Әкрәм ағай йөрөткән танк та дошман утына эләгә. Ошонда уң ҡулынан яраланған ағайҙы демобилизациялайҙар. Үҙе һөйләүенсә, ул атакаға барғанда һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә һыйынып, тәкбир әйтер булған. Командирҙары иһә: «Ихсанов всегда в атаку с песнями идет», тип маҡтаған. Рысҡужа ауылында беренсе орденды ул таҡҡан.  
Ҡайтҡас, уны хәрби комиссариатҡа саҡырып буласаҡ һалдаттарҙы уҡытырға ҡушалар. Олатайымдың туры бейәһен егеп, өләсәйем мәрхүмә менән Асҡарға ағайыма аҙыҡ-түлек алып барыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Асҡар быуаһы эргәһендә ағайым ир-егеттәрҙе сафҡа теҙеп, Ҡырҡты тауы яғына китеп бара ине, ул беҙҙең менән һөйләште лә ары юл тоттолар.
Ике йыл хәрби комиссариатта эшләгәндән һуң Ҡаҙмаш мәктәбенә  военрук булып күсте Әкрәм ағай. Малайҙар турникта күтәрелә алмаған осраҡтарҙа һыңар ҡулы менән елкәнән тотоп күтәрә торғайны. 
Колхозда ла төрлө эштәрҙә ҡатнаша: рәйес ярҙамсыһы, бригадир, төҙөлөш мастеры, объездчик, көтөүсе лә булды.
«Заветы Ильича» колхозы рәйесе Пеннерҙың һорауы буйынса Ҡолғана ауылына барып, һауынсылар өсөн өйгә бураларҙың әҙерлеген белешеп ҡайтып килгәнендә Урал тауы аръяғында, Биреле йылғаһы буйында тулы һыулы соҡорға төшөп китеп, гүр эйәһе булды ул. Шулай, яу яланынан үҙ аяғында ҡайтып, тыныс хеҙмәттә тырышып эшләп, ете ҡыҙ һәм бер малайын ҡалдырып, 58 йәшендә фажиғәле вафат булды. Балалары хәҙер барыһы ла иҫән-һау, олатай-өләсәй булып, ғүмер кисерәләр. 
Атайымдың ике туған ҡустыһы Әбделғәлим Имамов «Красная Башкирия» совхозында тракторсы булып эшләп йөрөгәнендә һуғышҡа алына, әрмелә лә танк ғәскәрҙәрендә механик-водитель булып хеҙмәт итә. Белорус фронтында алыша. Фронт командующийы Жуков тураһында йыш һөйләгәнлектән,  ул ағайға «Жуков» ҡушаматы тағылды. Һуғыштан һуң колхозда бригадир булып эшләне. Ауылыбыҙҙа орден йөрөткән икенсе ағай ине ул. Уның нәҫелен дауам иткән ул-ҡыҙҙары бөгөн үҙҙәре олатай-өләсәй.
«Берлек» колхозының берҙән-бер шоферы Насирйән Сөләймәнов һуғышта «Катюша» йөрөтөп, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Насирйән ағай менән еңгәй икәүһе генә йәшәнеләр, балалары булманы.
Мин тәүҙә Ҡаҙмаш бригадаһында, икенсе йыл Рысҡужала, унан һуң һөтсөлөк фермаһында хисапсы булып эшләнем. Һуғыш бөтөп, тормош тынысланып, шул осорҙағы ағай-апайҙар, ҡарт-ҡоролар, үҫмер-йәштәр менән аралашып, татыу ғүмер иттек. Беҙҙең дәүерҙәге бала-сағалар хәҙер әбей-бабай булып бөттөләр. Мул тормошта, байлыҡта, барлыҡта йәшәүебеҙгә шөкөр. Немец илбаҫарҙарын еңеү өсөн көстәрен йәлләмәгән, хатта ғүмерҙәрен биргән һуғыш батырҙарына дан! 
Тик нацизмдың баш күтәреүе арҡаһында Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро ысын патриоттар йәнә ил һағына баҫыуы йөрәкте әрнетә. Бөтә донъя менән дошманды тар-мар итеү көнөн түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. «Беҙҙең эш уң! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» икәненә ышанабыҙ.
Әфләх МӘХМҮТОВ.
Йәнгел ауылы. 

Читайте нас: