-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Май , 10:20

Батырлыҡ һәм намыҫ менән үтелгән тормош юлы

Ҡыҙыл Армияның, ә һуңынан Совет Армияһының буласаҡ офицеры Мостафа Сафа улы Өмөтбаев 1925 йылдың 26 майында Әлмөхәмәт ауылында  тыуған. Мөхәмәтсафа һәм Мәхүпъямал Өмөтбаевтарҙың беренсе балаһы Мостафа тиҫтерҙәре араһында етеҙлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм тиктормаҫлығы менән айырылып тора.

Ҡыҙыл Армияның, ә һуңынан Совет Армияһының буласаҡ офицеры Мостафа Сафа улы Өмөтбаев 1925 йылдың 26 майында Әлмөхәмәт ауылында  тыуған. Мөхәмәтсафа һәм Мәхүпъямал Өмөтбаевтарҙың беренсе балаһы Мостафа тиҫтерҙәре араһында етеҙлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм тиктормаҫлығы менән айырылып тора.  Улының холҡон яҡшы аңлаған атаһы уны үҙаллылыҡҡа, тәртипкә, бөтә эште ваҡытында башҡарырға өйрәтә. Баланың ҡарарҙарын хөрмәт итә, үҙенсәлектәре, ҡыҙыҡһыныуҙары һәм теләктәре менән килешә.
Улының ҡылыҡтарын ҡатыраҡ баһалаған әсәй кешене ғаилә башлығы тыныс ҡына тыйып ҡуя. Мөхәмәтсафа ағай Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша һәм ике йыл дауамында Германияла әсирлектә була. Күп һынауҙар үтеп тә, һынмаған атай кешегә ғәҙәти булмаған тәрбиә биреү ысулдарын ҡулланыу ҡулайлыраҡ булғандыр инде. 
Оҙаҡ йылдар Мостафа Сафа улының ғаиләһендә атаһының фотолары һәм Германиянан яҙған хаттары һаҡлана. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, Мостафа Сафа улы  билдәле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре,  яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев менән  яҡын туғандар.
Һуғыш алдынан Мостафа Өмөтбаевтың ата-әсәһе оҙаҡ ваҡыт Баҡыр Үҙәк ауылында йәшәй. Атаһы бында баҡыр колчеданы сығарыу руднигында шахтер булып эшләй.
Атаһы вафат булғандан һуң, 14 йәшендә Мостафа шахтанан һыу һурҙырыусы булып эшкә урынлаша. Һуңынан, әрмегә саҡырылғанға тиклем, ошо ауылда балаларға белем бирә.
1943 йылда әрме сафтарына алынған Мостафа 3-сө Белорус фронты составында дошман менән алышҡа инә. Юғалтыуҙар күп була. Тере ҡалғандар араһында, ҡаты яраланған Мостафа ла була. Госпиталдә дауаланғандан һуң уны тылға ебәрәләр. Һауыҡҡандан һуң, хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дауам итә. Һауа уҡсыһы-радист М. Өмөтбаев Американан күп тапҡырҙар фронт өсөн «Аэрокобра Р-39», «Китахаук Р-39» истребителдәрен Красноярск аэродромына алып ҡайта. Уның юлы  Анадырь һәм Аляска аша, киң билдәле Чкалов – Байдуков маршруты аша үтә. Мостафа Сафа улы өсөн һуғыш 1945 йылдың август-сентябрь айҙарында япон милитаристарын еңгәндән һуң тамамлана. Артабан СССР Ҡораллы Көстәре сафында Ҡытайҙа Дальний  (Даля́нь)  ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә. 
Корея ярымутрауындағы ваҡиғалар тамамланғанға, йәғни 50-се йылдар башына тиклем хәрби хеҙмәттә була.
Тыуған яғына ялға ҡайтҡанда 25 йәшлек лейтенант Мостафа Өмөтбаев Темәс педагогия училищеһын тамамлаған Клара исемле ҡыҙ менән таныша. Йәш ғаиләнең Ҡытай һәм СССР биләмәләре буйлап хеҙмәт юлы башлана: Дальний ҡалаһы, Цинчжоу — өлкән ҡыҙы Динаның, һуңынан 8 йыл Читала — бәләкәй ҡыҙы Лина тыуған ҡалаларҙа хеҙмәт итеү, Пермь, Рязань, Ленинград ҡалаларында уҡыу һәм Куйбышев ҡалаһына хеҙмәткә тәғәйенләнеү...
Мостафа Сафа улы ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, уны тыуған иленә ҡарата һағыныу хистәре ташламай: Башҡортостанға ҡайтып үҙ халҡына хеҙмәт итеү теләге менән йәшәй ул. Һәм ниһайәт, 1969 йылда Башҡорт АССР-ның Хәрби комиссары генерал-майор Т. Т. Кусимовтың һорауы буйынса, ғаиләһе менән Куйбышевтан Өфөгә күсерелә. Өфөлә Киров районы хәрби комиссариатында бүлек начальнигы була, һуңынан тыуған Әбйәлил районында хәрби комиссар вазифаһын башҡара. Тыуған районы алдында бурысын үтәп, яңы уңыштар ҡаҙанып, халыҡтың сикһеҙ ихтирамын яулаған М. Өмөтбаев Өфөгә ҡайта. 32 йыл ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған хәрби 1975 йылда отставкаға китә. Еңел булмаған һуғыштан һуңғы йылдарҙа һәм  бәхетле хәрби тормошта М. Өмөтбаевтың янында Клара Фәтхи ҡыҙы тоғро юлдашы булды.  52 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң, яратҡан ҡатыны яҡты донъяны ташлап китте. Был мәлдә Мостафа Сафа улының 80 йәшлек юбилейына тиклем 15 кенә көн ҡалған була. Яҡын кешеһен юғалтыуҙы хәрбиҙәрсә тешен ҡыҫып күтәрә Мостафа Сафа улы.  
Хаҡлы ялда ла ул тынғы белмәй, төрлө комиссиялар рәйесе һәм ағзаһы, патриотик сараларҙы әүҙем ойоштороусы һәм пропагандалаусы була. Тыуған ил уның тоғро хеҙмәтен лайыҡлы баһалай. М. Өмөтбаев СССР Юғары Советы грамотаһы һәм утыҙлаған орден-миҙалдар менән наградланған. 2004 йылда Парижда Гитлерға ҡаршы коалицияның  икенсе фронт асыуына  60 йыл тулыу уңайынан ойошторолған осрашыуҙа ҡатнаша. 
2005 йылдың май айы Мостафа Сафа улы өсөн икеләтә байрам була: Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы һәм үҙенең 80 йәшлек юбилейы. Батырлыҡ һәм намыҫ менән оҙон тормош юлын үткән Мостафа Сафа улы Өмөтбаев 2008 йылдың май айында 83 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Өфө ҡалаһында ерләнгән.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас: