Айғырбатҡан яланы этно-ауылды хәтерләтә: бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләр, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен, тарихын сағылдырған бай күргәҙмәләрҙә ниндәй генә экспонаттар урын алмаған!
Быйылғы һабантуйҙа район ауыл биләмәләренән тыш Бөрйән, Ишембай, Белорет, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары ла бай тирмә ҡорған. Уларҙа ырыуҙарҙың кәсебе, шөғөлө, аш-һыуы, үткәне, хәҙергеһе менән танышырға була.