+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Май , 15:31

Ҡунаҡтар килде беҙгә

Һәр вакыттағыса әбйәлилдәр ҡунаҡ ҡаршылауға етди әҙерләнде.

Ҡунаҡтар килде беҙгә
Ҡунаҡтар килде беҙгә

Һабантуй ҡапҡаһы төбөндә үк "Урал аръяғы" инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы фольклор һәм бейеү коллективтары, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре ҡуйған мәҙәни тамаша "аһ!" иттерҙе. Башҡорттарҙың тарихы, ете ырыуы хаҡында сәнғәт телендә һөйләгәндән һуң ырыу башлыҡтары ҡунаҡтарҙы хозур сәхрәләге үҙ биләмәләренә - тирмәләр йәйләүенә әйҙәне. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ менән һәр тирмә янында йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Һар ырыу үҙенең данлыҡлы йыраусы-бейеүселәрен генә күрһәтеп ҡалманы, халыҡ кәсептәре оҫталары менән дә таныштырҙы.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: