+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Май , 19:00

Әбйәлил һылыуҙары Өфөнө яулай

Өфөлә «Топ-модель Өфө-2024» дефиле буйынса беренсе республика турниры үтте. Бәйгелә 5-10 йәшлек балалар һәм 11-17 йәшлек үҫмер ҡыҙҙар ҡатнашты.

Иртәнге сәғәт 10-дан сәхнәлә дефиле өлкәһендә тәжрибәһе булған модель ҡыҙҙар тамашасыларға һәм жюриға классик, спорт һәм киске образдарҙа үҙҙәренең модель йөрөшөн күрһәтте. Жюри ағзалары араһында билдәле блогерҙар, эстрада йондоҙҙары, Өфө модель мәктәптәре директорҙары һәм телевидение йондоҙҙары бар ине. Конкурста республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бөтәһе 40 бала ҡатнашты.
21 апрелдә конкурстың беренсе этабы үтте, унда моделдәрҙе интернет тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнеләр. «Интернеттың иң яҡшы моделе» номинацияһында «Һомай – Урал аръяғы» студияһы (етәксеһе Зарина Йәнбирҙина) моделдәре Дарьяна Ихсанова (кесе категорияла) һәм Данилина Кузиәхмәтова (өлкән категория) еңеүсе тип табылды. 
24 апрелдә «Топ-модель Өфө – 2024» бәйгеһенең икенсе этабы үтте, унда Данилина Кузиәхмәтова икенсе урын алды. 
«Һомай – Урал аръяғы» студияһы моделдәре Фәриҙә Сәлмәнова, Ильвина Рәхмәтуллина, Азалия Кинйәбулатова, Регина Иҙиәтуллина, Анелия Сафуанова, Гүзәлиә һәм Азалия Әлибәковалар, Дарьяна Ихсанова, Рианна Ғүмәрова, Данилина һәм Софья Кузиәхмәтовалар, Ульяна Нөғәмәнова, Гүзәлиә Шаһыбалова, Ева Шабанина, Регина Абдуллина районыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәйенсә, республика кимәлендә лайыҡлы сығыш яһаны. 
Зарина Йәнбирҙина «Топ-модель Өфө – 2024» дефиле буйынса республика турниры режиссеры булһа, модель ҡыҙҙарҙың әсәләренә «Топ-модель әсәһе» исемле миҙалдар тапшырылды.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: