+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Июнь , 14:16

Мәсет ауылға ҡот һәм бәрәкәт килтерһен

Ун йыл элек Иҫке Балапан ауылында буласаҡ мәсеткә нигеҙ һалынған ине. Был һауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотондо. Һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә ты-рышты: кемдер ҡул көсө менән, кемдер аҡсалата ярҙам итте. Ниһайәт, күмәкләп был изге эште атҡарып сыҡтылар.

Иҫке Балапанда иҫтәлекле ваҡиға — бында күптән көтөлгән мәсет асылды. Ауыл халҡының сикһеҙ ҡыуанысын уртаҡлашырға район Советы секретары Булат Исламбаев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, райондың имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ситдыҡов, Байым ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Даян Фәтхуллин һәм төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар килде.
Мәсетте асыу тантанаһында Рөстәм хәҙрәт үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
— Бөгөн бик күркәм сараға йыйылдыҡ. Изге эште ахырынаса алып барып еткергән ауылдың имамы Әсғәт Әхтәмовҡа һәм уның йәмәғәтенә, иман йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт. Теләк шул: мәсеттең ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын, ололар ҙа, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иман йортона йөрөһөн, — тине Р. Ситдыҡов.
Ауылда иман йортон булдырыуға күп көс һалған, төҙөлөш башланғандан аҙағынаса бөтә эштәрҙе теүәлләгән имам-хатиб Әсғәт Әхтәмов мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан ауылдаштарына, бағымсыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
— Иҫке Балапан ауылында тәүге мәсет 1802 йылда төҙөлгән. Тарихи документтарға ярашлы, иман йортонда ошо ауылдың старостаһы Балапан хәҙрәт намаҙ-аяттар уҡыған. Революциянан һуң мәсет юҡҡа сығарылған. 2014 йылдың көҙөндә беҙ ауылда йыйылыш үткәреп, мәсет төҙөргә хәл иттек. Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов мәсеткә документтар юллауҙы үҙ өҫтөнә алды. Ауыл халҡы бик ихлас тотондо: ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа изге эштән ситтә ҡалманы, күрше ауылдар халҡы ла ярҙамға килде, — тине Әсғәт Әхтәмов. — Нигеҙ ҡаҙыу өмәһенән башлап, стена күтәреү, башын ябыу, манараһын эшләү, эстән матурлау, электр һәм газ үткәреү, тирә-яғын төҙөкләндереү күмәк көс менән башҡарылды, һәммәгеҙгә лә ысын күңелдән оло рәхмәттәремде еткерәм. Ҡул көсө менән дә, аҡса яғынан да ярҙам итеүселәр күп булды. Ун йыл тигәндә ошондай ҙур, яҡты мәсетте асыу тантанаһына еттек.
Район етәкселеге исеменән ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән район Советы секретары Булат Исламбаев тәбрикләне. 
— Шөкөр, районда йыл һайын яңы мәсеттәр асылып тора. Быға тиклем Таштуй, Ҡушый ауылында яңы иман йорттары сафҡа инде, ошо арала Юлдашта мәсет асырға ниәтләйбеҙ. Беҙҙә 55 иман йорто эшләй, Байым биләмәһендә бөтә ауылдарҙа ла мәсеттәр бар. Тәүге осорҙарҙа оло быуын вәкилдәре имам булһа, хәҙер йәштәрҙең алмашҡа килеүе, дин юлына баҫыуы ҡыуаныслы. Иҫке Балапанда мәсет асылыуын халыҡ күптән көттө. Ауылда тәртип, иман нығыныр тигән өмөттә ҡалабыҙ, — тине Булат Юныс улы һәм мәсеткә район хакимиәтенән сертификат бүләк итте.
Яҡташтарының оло шатлығын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы директоры Йәлил Зәйтүнов уртаҡлашты.
 — Ысынлап та, бөгөн ҙур байрам — ниһайәт, Иҫке Балапан ауылы халҡының үҙ мәсете булды. Республика депутаттары исеменән барығыҙҙы ла ошо тантаналы көн менән ҡотлайым. Мәсетте төҙөүҙә финанс яҡтан ҙур ярҙам күрһәткән һәр кемгә, айырыуса бөтә эштең башында торған Әсғәт ағайға ҙур рәхмәт еткерәм. Иҫке Балапан ауылының тарихы бай, бында мәсет мотлаҡ булырға тейеш. Иман йортоноң урыны ла матур ерҙә һайланған, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Ауыл халҡына һаулыҡ, именлек насип булһын, — тигән теләктәр еткерҙе Йәлил Насиб улы һәм яңы мәсетте ҡотлап, аҡсалата ярҙам тапшырҙы. 
Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов мәсет төбәктә рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, йәштәрҙе, айырыуса балаларҙы иманлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк тип билдәләне.
Байым биләмәһе башлығы Даян Фәтҡуллин, Земфира, Лениза һәм Сәләм Сәғәҙиевтар, Әнисә Шәрипова, Иштимер Йосопов, күрше-тирә ауылдарҙың имам-хатибтары, Рәхмәт ауылы ағинәйҙәре, Иҫке Балапан ауылында йәшәүселәр изге теләктәр әйтеп, яңы мәсеткә бүләктәр тапшырҙы.
Мәсет асыу тантанаһы барыһын да берләштереүсе матур байрамға әүерелде. Хәҙер йома намаҙҙары, дини байрамдар, исем ҡуштырыу, никах уҡыу изге йортта башҡарыласаҡ.  Мәртәбәле ҡунаҡтар яңы асылған иман йортона изге теләктәр юллағандан һуң, ал таҫма киҫелде һәм бөтәһе лә ҙур, яҡты мәсеткә үтте. Тәүге аятты күмәкләп уҡығас, ауылдаштар һәм ҡунаҡтар ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Ауылға ҡот, илаһи моң өҫтәп  аҙан тауышы яңғыраны.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: