Илебеҙ именлеге, тыныс тормош өсөн башын һалған Рауил Батыр улы Мортазин 1970 йылда Асҡар ауылында тыуған. Красная Башкирия урта мәктәбендә ту-ғыҙынсы класҡа тиклем уҡый, артабан Магнитогорск политехник колледжында ашнаҡсы һәм автомеханик һөнәрен ала. Ғүмер юлдашы Миләүшә Ғәйнислам ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, дүрт бала үҫтерәләр. 2024 йылдың март айында илһөйәр, ҡыйыу рухлы Рауил Мортазин махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Украинала хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк була. 7 июндә яҡташыбыҙға 54 йәш тулған булыр ине...
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов хушлашыу сараһында сығыш яһап, яҡташыбыҙҙың ҡыйыулығы онотолмаҫ тип белдерҙе.
— Һуғыш дауам итә. Ауыр ваҡыттар кисерәбеҙ. Ҡайғыларҙы еңеләйтерлек һүҙҙәр табып булмай. Рауил Мортазин ҙур ғаилә башлығы ине, ҡатыны Миләүшә Ғәйнислам ҡыҙының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Бигерәк тә балаларының атайһыҙ ҡалыуы уғата ауыр. Уларҙы үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға өлгөрмәй ҡалды, терәк, арҡа булыр сағында ғына ғүмере өҙөлдө. Ғаиләһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, тип ышандырам. Рауил Батыр улы башҡа райондаштарыбыҙ кеүек ил өсөн ауыр мәлдә ситтә ҡалмай, үҙ теләге менән яуға юлланды, — тине Илдар Таһир улы. — Беҙ батырҙың яҡты исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ, онотмаясаҡбыҙ. Уның ҡаһарманлығы хаҡында киләсәк быуындарға еткерәсәкбеҙ.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов яугирҙең ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм депутаттар корпусы исеменән батыр яҡташыбыҙ Рауил Батыр улының ҡатыны һәм балаларына сабырлыҡ, көс теләйем, — тине Йәлил Насип улы. — Ул тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең ғүмерен ҡорбан итте. Батыр улы булғас, ысын башҡорт ир-егете, илһөйәр яҡташыбыҙ хәрби антына тоғро ҡалды. Яҡты исеме мәңгелеккә онотолмаҫ. Бәхил бул, яугир!
Ауылдаштары исеменән Йәноҙаҡ Итекәев, туғандары араһынан Фәтхислам Итекәев менән Айгиз Муллагилдин Рауил Мортазин хаҡында күп йылы һүҙҙәр әйтте.
— Ярҙамсыл, ипле, һәр кемгә яҡты йөҙлө булды. Туған йәнле кеше ине, ғаиләһе, балалары өсөн өҙөлөп торҙо. Уны һуңғы юлға оҙатырға ярҙам иткән, ҡайғы уртаҡлашҡан район хакимиәтенә, хәрби комиссариатҡа, ауылдаштарға рәхмәт белдерәбеҙ, — тине туғандары.
Мәтам митингыһы тамамланыу менән ямғыр һибәләй башланы. Күтәреп булмаҫлыҡ ҡайғынан күҙҙәре йәшләнгән ир-егеттәр менән ҡуша тәбиғәт тә илай ине...
Динара САФИУЛЛИНА.