+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Июнь , 09:42

Гөрләп үтте байрам

Беҙҙең районда республикала беренселәрҙән булып һабантуй үтте. Ул «Урал аръяғы - 2024» VI инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолдо. Сибай ҡалаһында өс көн дауам иткән эшлекле форум ҙур милли байрам менән тамамланды.

Әбйәлил ере мәртәбәле ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыттағыса йыр-бейеү, һый-хөрмәт менән ихлас ҡаршыланы. Тирмәләр алдына ҡуйылған бай күргәҙмәләр, ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәренең дәртле сығыштарын ҡарағандан һуң байрамдың рәсми өлөшө башланды. Дәүләт флагтарын күтәреү хоҡуғы республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Урал аръяғы Агро-МТС-ы» филиалы водителе Әлфир Илһамов, «Красная Башкирия» хужалығының һауыу буйынса операторы Гөлсинә Штырляева, спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштар яулаған Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Салауат Хәйбуллин менән 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Айназ Мансуровҡа бирелде.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һабантуйҙы тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан итеп, байрамға йыйылған халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләне.
— Быйыл Әбйәлил районында өсөнсө тапҡыр «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Был беҙҙең өсөн бик мәртәбәле сара булып тора. Бөгөн беҙ бай тарихи, рухи мираҫты — йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙың мөһимлеген ныҡлы аңлайбыҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Ә һабантуй  шанлы тарих һәм ата-олатайҙарыбыҙҙың данлы эштәре менән бәйләүсе, быуындарҙың, халыҡтың бөгөнгө, үткән һәм киләсәк тормошоноң айырылғыһыҙ булыуын дәлилләй. Был күсәгилешлек һәр саҡ күп милләтле халҡыбыҙҙы берләштерә, ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә көс бирә. Бөйөк Ватан һуғышы быға асыҡ миҫал. Ә хәҙер  махсус хәрби операция бара һәм күп кенә ир-егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта, Рәсәй именлеге, беҙҙең тыныс тормош өсөн үҙҙәрен аямай көрәшә. Беҙ улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм тиҙерәк еңеү менән имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.  
Һабан туйында ялан батырҙарына, малсылыҡ эшсәндәренә ауыр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы данлау — матур күренеш.
— Был көндө беҙ ауыл хеҙмәтсәндәренә мул уңыш алыу өсөн тырышыуҙарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Быйыл май һыуыҡ килеүе арҡаһында сәсеү эштәрен ғәҙәттәгенән һуңыраҡ башларға мәжбүр булдыҡ. Әммә шуға ҡарамаҫтан, Андрей Рахаевтың КФХ-һы һәм «Иҙел» ЯСЙ-һы (етәксеһе Рафаэль Өмөтҡужин) сәсеүҙе иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. «Урал аръяғы-Агро» МТС-ы ла тиҙҙән яҙғы баҫыу эштәрен теүәлләйәсәк. Хәҙер көндәр йылынғас, аграрийҙар тиҙ арала сәсеүҙе уңышлы тамамлар тип ышанам. Йылдың мөһим кампанияһына йомғаҡ яһап, алдынғыларҙы мотлаҡ  билдәләйәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, 65 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәреү, 44 мең гектарҙа — иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 15 мең гектарҙа майлы культуралар сәсеү планын билдәләгәнбеҙ. Беҙ алһыҙ-ялһыҙ баҫыуҙа эшләгән һәм киләсәк уңышҡа нигеҙ һалған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, — тине район етәксеһе. — Ауыл хужалығында үҫемлекселек менән малсылыҡ тығыҙ эшләгәндә генә тотороҡло үҫеш булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Дөйөм алғанда, райондың малсылыҡ тармағында ла күрһәткестәр яҡшы. Район хужалыҡтары көн һайын 34 тонна  һөт етештерә, һауым бер фураж һыйырына 25 литр тәшкил итә. Йәш малдың уртаса тәүлек артымы 1000 грамға етә. Районда һөт етештереүҙә алдынғы булған «Красная Башкирия» хужалығы һәр һыйырҙан тулайым һөт алыу буйынса ун меңлек сикте үтте. 
Бөгөнгө ҙур байрам күңелдәрегеҙҙе шатлыҡлы һәм һөйөнөслө ваҡиғалар, ҡыуаныслы һәм яҡшы хәтирәләр менән тулыландырһын. Ғәзиз еребеҙ – Әбйәлилебеҙ мәнфәғәтенә артабан да хеҙмәт итеү өсөн яңы көс, дәрт-дарман өҫтәһен!
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән район халҡын һабантуй менән ҡотлап, тап ошондай байрамдар төбәктең ысын асылын һәм эшһөйәр халыҡтың сикһеҙ ҡунаҡсыллығын күрһәтә тип билдәләне.
— Инвестиция һабантуйына 20-нән ашыу илдән вәкилдәр килеүе форумдың бәҫен арттырҙы. Бигерәк тә Үзбәкстан, Ҡытай һәм Беларусь Республикаһының почетлы делегацияларына айырым рәхмәт еткерәм. Ә район халҡына мөрәжәғәт итеп, шуны әйткем килә: һеҙҙең тырышлығығыҙ, эш һөйөүсәнлегегеҙ һәм тыуған илгә һөйөүегеҙ ярҙамында республикабыҙ илдең иң алдынғы, көслө төбәктәренең береһенә әйләнде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Ул үҙ сығышында республиканың төрлө өлкәләге уңыштарына туҡталды һәм районда тормош кимәлен яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәрҙе һанап үтте.
— Әбйәлил халҡы ла республика һәм район үҫешенә үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү 27 процентҡа артҡан, иҡтисад тотороҡло үҫешә. Һуңғы йылдарҙа инвестициялар күләме 4,5 тапҡыр артып, районда бөтәһе 7 миллиард һумлыҡ 49 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Торлаҡ-коммуналь хужалығында күп эштәр башҡарыла: быға тиклем күп ҡатлы йорттарҙа ихаталар төҙөкләндерелһә, быйыл район үҙәгендә тағы алты ихата эшләнәсәк. 13 ауылда 280-дән ашыу лампа ҡуйылған. Социаль өлкәлә эштәр ыңғай бара: Һамар ауылында 109 урынлыҡ мәктәп төҙөүгә проект эштәре башланасаҡ, Красная Башкирия урта мәктәбе реконструкцияланасаҡ, район үҙәгендә 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Һуңғы биш йылда 5 ФАП сафҡа ингән. Йөҙҙән ашыу заманса медицина ҡорамалдары, 7 санитар автотранспорт алынған. Киләһе ике йылда тағы ике фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙы планлаштырабыҙ. Балалар поликлиникаһы төҙөлөшө башлана, тағы 5 берәмек санитар автотранспорт, медицина йыһаздары алыу планға индерелгән, — тине А. Назаров. — Беҙ өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу буйынса күп саралар ҡабул итәбеҙ. Артабан да республика һәм район мәнфәғәтендә бергәләп эшләйек!
Һабантуйҙы асыу тантанаһындағы һоҡланғыс тамаша сит ил ҡунаҡтарын ғына түгел, һабантуйҙа ҡатнашыусы бар халыҡты әсир итте. Унда халҡыбыҙҙың үткәне һәм хәҙергеһе, һынмаҫ рухы һәм ҡыйыулығы, сәме һәм ғорурлығы  сағылыш тапты. Уҡытыусы тарих дәресендә «Нимә ул батырлыҡ?» тигән һорауға яуап эҙләне. Ҡаһарманлыҡ, героизм төшөнсәһе хаҡында һөйләгәндә күҙ алдынан тотош илебеҙ тарихы үтте: Бөйөк Ватан һуғышы, Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы, ололарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө, яугирҙәрҙең тыуған яғына ҡайтыуы, 100 һыбайлының патриотик йырға һабантуй майҙанынан сабып уҙыуы. Уҡыусылар дәрес һуңында берҙәмлек, татыулыҡ менән генә ауырлыҡтарҙы еңеү мөмкин булыуын аңлауҙарын әйтте. «Беҙ бергә!» тип аталған театрлаштырылған пролог тамашасыларҙы меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы һәм матурлығы, масштабы менән таң ҡалдырҙы. Сценарий авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлин халыҡтың берҙәмлеген, илһөйәрлеген күрһәтә алды. Әбйәлилдәр һәр ваҡыттағыса, барыһын да «аһ» итерлек тамаша ҡуйҙы, район мәҙәниәтселәре, мәктәп уҡыу-сылары һәм фольклор төркөмдәре бар көсөн һалды.
Сәхнәлә Башҡортостандың эстрада йондоҙҙары Һәм ижади коллективтары — «Ҡарауанһарай», «Бишбармаҡ» ансамблдәре, Учалы филармонияһы һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары сығыш яһаны. Бай һәм йөкмәткеле концерт программаһы һабантуйҙың йәме булды.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: