-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Август 2024, 21:15

Башҡорт атына мәңгелек дан!

15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында өсөнсө «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үтте. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Пакистан, Төркмәнстан, Мысыр, Ҡырғыҙстан вәкилдәре, спортсылар һәм ғалимдар килде.

«Даға бәхет килтерә»
«Башҡорт аты» байрамының тантаналы өлөшө «Арғымаҡ ат — юл башлар, аҡыллы ир — ил башлар» музыкаль-спорт театрлаштырылған тамашанан баш-ланды. Ул джигитовка буйынса сығыштарҙы һәм артистарҙың номерҙарын берләштерҙе. Тамашаның үҙәгендә бәхет килтереүсе йылҡысылыҡ символы – даға ята. Ойоштороусылар билдәләүенсә, «ер менән ат көсөн берләштергән, ут эсендә нығынған ат дағаһы» тураһында һүҙ бара — ул һәр саҡ уңыш. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары байрамға махсус ижад иткән башҡорт халҡын һәм башҡорт атын данлаусы сәйәхәтсе һыбайлы хаҡындағы йырҙы башҡарҙы. 

Ат парады
Фестивалде тантаналы асыу сараһы йола буйынса аттар парадынан башланды. Быйыл ат парады дәүләтебеҙҙең көнбайыш сиктәрен батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ менән һаҡлаған Ватанды һаҡлаусыларға арналды. Биш йөҙләгән һыбайлынан торған парад күңелдәрҙе рухландырырлыҡ сағыу тамаша булды. Байрам яланына бейек тау башынан килеп төшкән аттар, сағыу милли һәм тарихи костюмдарҙағы һыбайлылар, төрлө төҫтәге байраҡтар — һоҡландырғыс тамашаны барыһы ла күҙ яҙлыҡтырмай ҡараны. Һыбайлылар парадында Әбйәлил флагы аҫтында яҡташтарыбыҙҙы күреү ғорурлыҡ тойғоһо уятты.

«Әлбиттә, һауа торошо ҡатмарлы булды. Хатта байрамды күсерергә уйлағайныҡ. Әммә икенсе көн булһа ла, күпме машина, күпме кеше. Был ҙур фестиваль. Тағы ла шуны әйтәм: беҙ уны күңел асыу сараһы тип кенә ойоштормайбыҙ. Был фәнни, этник һәм хатта сәйәси сара. Минеңсә, барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты. Әммә иң мөһиме – йыл һайын башҡорт аты байрамын үткәрергә ҡарар иттек. Район етәкселегенә һәм ауыл хужалығы министрлығына мөһим бурыс ҡуйҙым, беҙ бында инвестициялар йәлеп итергә тейешбеҙ», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Ат — халҡыбыҙҙың  тоғро дуҫы 
— Баймаҡ иле өсөнсө тапҡыр «Башҡорт аты» фестивален ҡабул итә. Был һабантуй ғына түгел, күпкә әһәмиәтлерәк ваҡиға. Был беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, тарихыбыҙға һәм башҡорт халҡының тоғро дуҫы — атҡа ихтирамыбыҙ. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты: Рәсәй халыҡтары тарихы дауамында ат тоғро юлдаш, дуҫ һәм союздаш булды. Ә фестивалдең маҡсаты — башҡорт атын популярлаштырыу, традицион ҡымыҙсылыҡты, йылҡысылыҡты йылдам үҫтереү. Ғилми яҡтан бик әһәмиәтле, үҙебеҙҙең башҡорт атын нисек һаҡлап ҡалыу тураһында бер төркөм фекер алышыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Үткән йыл башҡорт аты исеменә патент алыуыбыҙҙы беләһегеҙ. Хәҙер башҡорт аты хоҡуҡи яҡтан яҡланған. Һәм барыбыҙға ла башҡорттоң тоғро юлдашының — башҡорт атының генофондын һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Был — ҙур мәҙәни һәм спорт байрамы. Бөгөн Баймаҡ районы халҡына майҙансыҡты тәьмин иткәндәре, хәстәрлектәре өсөн, бик күп ҡунаҡтарҙы йыйған ҙур байрамды ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт әйтмәксемен. Ә был байрам халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде лә инде. Йылдан-йыл сит илдәрҙән делегацияларҙың артыуын күрәбеҙ. Сөнки бөтә халыҡтар өсөн дә ат ысын мәғәнәһендә ҙур тарихтың бер өлөшө булып тора. Ысын күңелдән бөгөн барыһына ла матур кәйеф теләгем килә, яҡты хис-тойғолар ​​ҡалһын, йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә эшләгән эштәрендә уңыштар теләйем. Байрам менән», — тине Радий Хәбиров фестивалде асып. Артабан төбәк Башлығы республикала йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа фестивалдең әһәмиәтен юғары баһаланы. 
— Был байрам ғына түгел, ә фәнни һәм мәҙәни эштәр бергә алып барылған сара. Һәм был ысынлап та Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшмәкәрлеге сиктәрендә башҡарыла, сарала традицияларҙы үҫтереү, бер-береңде аңлау, ихтирам һәм үҙ-ара ярҙам итеү кеүек сифаттар ярылып ята, был хаҡта илебеҙ дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтары һөйләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Канавский. — Әлеге ваҡытта ошо майҙансыҡта башҡарылған эштәр артабан дәү-ләттәребеҙҙең киң хеҙмәттәшлегенә ярҙам итһен, ахыр сиктә, быларҙың барыһы ла бөтә халыҡтарға файҙа килтерһен.
«Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы директоры Оксана Жаворонкова ла сәләмләне. 
— Был фестиваль, тәү сиратта, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе нисек яратыуыбыҙҙы күрһәтә, ә башҡорт халҡы аттар менән бәйле йолаларын хөрмәт итә һәм һаҡлай, — тине Оксана Жаворонкова. — Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Ә «Башҡорт аты» атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығы һеҙҙең мәҙәниәтегеҙҙе һәм йәшәү рәүешегеҙҙе ҡәҙерләүегеҙ хаҡында һөйләй. Шуға күрә башҡорт аты мәҙәниәттә, спортта, һаулыҡ һаҡлауҙа һәр кешегә хеҙмәт итеүен дауам итһен. Һеҙ бөтә нәмәлә лә үҙенсәлек һаҡлайһығыҙ — орнаментта, бейеүҙә, музыкала, быны быуындан-быуынға тапшыраһығыҙ.
Тантаналы өлөштө Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тимур Рамаҙанов башҡарыуында «Аттар саба» вокал композицияһы тамамланы.

«Ирәндек» туристик кластеры  буласаҡ
Фестиваль майҙансыҡтарҙың береһендә «Ирәндек» туристик-рекреацион кластеры планы мастер-проекты һәм Урал аръяғында туризм өсөн үҫеше мәсьәләләре  тикшерелде. Сессия эшендә Урал аръяғынан  100-ҙән артыҡ туристик бизнес вәкиле, бизнес-шерифтар, йылҡысылыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры  Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, төп маҡсаты — атлы туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеү булған кластер Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарын берләштерергә тейеш. 
— «Ирәндек» туристик кластерын булдырыу хаҡында дүрт сәғәткә яҡын фекер алыштыҡ һәм туризм менән шөғөлләнгәндәрҙән ҙур хуплау алдыҡ. Халыҡ теләктәрен, борсолоуҙарын белдерҙе, ниндәй ярҙам кәрәклеген әйтте, — тип белдерҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. — Фестиваль өсөнсө тапҡыр уҙғарыла, һәм бөгөн беҙ һыбайлыларыбыҙҙың һәм туристик операторҙарҙың берләшеүен күрәбеҙ. Был сара йыл буйына ваҡиғаға әйләнһен һәм һыбай йөрөргә, аттарҙы яратҡан һәр кем милли мәҙәниәт менән танышырға теләй — Рәсәй Федерацияһы картаһында ошондай нөктә барлыҡҡа килде, һәм был бик шәп!
— Иң мөһиме — унда аттар, матур Ирәндек һырты, шифалы ҡымыҙ бар. Былар ат туризмын үҫтереү өсөн яҡшы тәүшарттар. Башҡорт аты сыҙамлы, ул ҡышҡы һыуыҡтарҙа тибендә үҙенә аҙыҡ табып йөрөргә мөмкин. Биләмәлә бик күп заманса яҡшы туристик үҙәктәр барлыҡҡа килергә тейеш. Туристик маршруттарҙы үҫтереүгә туризм өлкәһендә хөкүмәт гранттарын алған эшҡыуарҙар бар ҙа инде», — тип билдәләне БР туристик биләмәләрҙе үҫтереү буйынса проект офисы етәксеһе Заһир Ҡотлосурин. 
Әйткәндәй, фекер алышыуҙарҙа туризм өлкәһен үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алған, бөгөн был тәңгәлдә үҫеш юлында булған яҡташыбыҙ Айтуған Фәттәхов үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, пландары менән бүлеште.
  
Йылҡысылыҡ артабан үҫешәсәк
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканың аграр райондарының фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм йылҡысылары менән осрашты. Тоҡомло, продуктив һәм спорт йылҡысылығын үҫтереү, шулай уҡ профилле хужалыҡтарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы эш йүнәлештәрен атта йөрөргә өйрәтеү өсөн яңы майҙансыҡтар булдырыу, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромын үҫтереү һәм ат спорты буйынса фестивалдәр һәм ярыштар үткәреү тип атаны. 
— Шишмә районында Турахан мавзолейы эргәһендә Башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәге төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Уның биләмәһендә бер нисә йыл дауамында ике ипподром, манеж, ат һарайы төҙөләсәк. Был йылҡысылыҡ һәм ошо йүнәлеште популярлаштырыу өлкәһендәге иң ҙур проекттарҙың береһе. Үҙәк иң юғары кимәлдәге саралар үткәреү өсөн халыҡ-ара талаптарға яуап бирәсәк. 
Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале майҙансығы артабан үҫеш аласаҡ. Төбәк етәксеһе бында кәрәкле инфраструктура менән ҙур майҙансыҡтар булдырыу концепцияһын эшләргә ҡушты. 
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән хужалыҡтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген һөйләне. Йылҡысылар льготалы кредиттар, техника, аттар һатып алыуға һәм ҡымыҙ һатыуға субсидиялар аласаҡ. Бының өсөн уларға республиканың ауыл хужалығы министрлығына ярҙам итеү тармаҡ программаларында ҡатнашырға кәрәк. Һуңғы өс йылда был йүнәлеште үҫтереүгә 200 миллион һум самаһы аҡса бүленде.

Гөлшат Кәримова, Таштимер ауылы: — Икенсе йыл инде беҙ, Әбйәлилдең бер төркөм пенсионерҙары, «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы буйынса «Башҡорт аты» фестивалендә булдыҡ. Бында беҙ төрлө күргәҙмәләрҙе ҡараныҡ, «Оҫталар ҡалаһы»ндағы һөнәрмәндәрҙең эштәренә хайран ҡалдыҡ, ат-спорт, уҡтан атыу ярыштарын күҙәттек, көрәшселәрҙе, иң көслөләрҙе асыҡлаған башҡа бик күп ярыштарға шаһит булдыҡ. Оло йәштәгеләргә ошондай сәйәхәттәргә йөрөү мөмкинлеге биргән «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһын булдырған республика Башлығы Радий Хәбировҡа сарала ҡатнашҡан бөтә пенсионерҙар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Фәнни тикшеренеүҙәр майҙансығы
Фестиваль сиктәрендә «Евразия аттарын һаҡлау һәм үҫтереү» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Мәскәүҙән генә түгел, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар сығыш яһаны. Конференцияла тоҡомсолоҡ эше, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм һаҡлау мәсьәләләре, ветеринария мәсьәләләре, йылҡы һәм ҡымыҙ продукцияһы етештереү һәм башҡалар тикшерелде.

Иң тәмле ҡымыҙ — хәйбуллаларҙа!
Ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһендә республиканың 13 районынан килгән 20 ҡымыҙ оҫтаһы үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Бында шулай уҡ ҡымыҙҙы нисек бешеүҙәрен үҙ күҙҙәрең менән күрергә, теләгәнеңде — һаумал, әсеһе, төрлө үләндәр менән ыҫталғанын һатып алырға ла мөмкин ине. 
Белорет районынан аҡ шыршы һыуы етештереүсе Илдус Агишевтың да продукцияһын тәмләп ҡарау мөмкинлеге булды.
«Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә ҡымыҙ етештереүселәрҙең XVIII республика  конкурсына йомғаҡ яһалды, Хәйбулла рай-онынан Нур Күсербаев хужалығында етеш-терелгән ҡымыҙы иң тәмлеһе тип табылды.

Оҫталар ҡаласығы
Фестиваль майҙансығында ойошторолған оҫта ҡулдар тарафынан эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһендә нимә генә юҡ ине! Һәр һөнәрсенең эше оло маҡтауға лайыҡ. Тире эше оҫталары үҙҙәре әҙерләгән ат егеү кәрәк-ярағын, хәрби һәм һунар ҡорамалдары, төрлө түн әйберҙәр, биҙәүестәр ҙә ҡуйғайны.  Был тәңгәлдә күндән йүгән, сыбыртҡы, ышлыя, эйәр кеүек әйберҙәр эшләгән Учалы оҫтаһы Кәрим Мостафинға етеүсе булмағандыр.
Тимер оҫталары шунда уҡ ат дағаһы яһап күрһәттеләр, уларҙың башҡа күп эштәре лә ҡу-йылғайны. Ишембай районынан килгән Инсаф Фәхретдинов йүкәнән септә үреү серҙәре менән уртаҡлашты. Бөрйән районынан килгән фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары теккән сер-гетыштар күҙ яуын алды. Әлбиттә, халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәре, кейемдәре, тормош-көнкү-решенә арналған башҡа күргәҙмәләр бай ине.
Күргәҙмәлә был йәки теге шөғөлдө өйрәнергә теләүселәр оҫталыҡ дәрестәре алды.

Ат тураһында китап
Дондағы Ростовта йәшәгән яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимов «Башҡорт аты»  тигән китап сығарған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт атын үҫтереүҙә йәмәғәт башланғыстары» түңәрәк өҫтәле барышында китаптың исем туйы үтте.
— Мин башҡорт аты тураһында мәғлүмәт йыйҙым, ә «Башҡорт аты» фестивале үткәндә китап яҙырға ваҡыт еткәнен аңланым, — тип уртаҡлашты яҙыусы. Йыйынтыҡ өҫтөндә Мәхмүт Сәлимов  йыл ярым эшләй. Китапҡа ҡыҙыҡлы факттар, риүәйәттәр һәм ат тураһында хикәйәләр индерелгән. Автор башҡорттарҙың ат культы булыуын билдәләй һәм традицион ҡымыҙ эсемлегенә иғтибар бүлә. Китапта Нурмөхәмәт олатаһының әкиәттәре һәм легендалары айырым урын биләй. Улар шәхси тәжрибәгә нигеҙләнгән һәм тарихи факттар менән тулыландырылған. Улар аша уҡыусылар башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше һәм йолалары хаҡында хәбәрҙар була. Олатаһынан яҙып алынған Яйыҡ батыр тураһындағы легенданан өҙөк рецензенттар тарафынан «Урал батыр» эпосының дауамы варианттарының береһе тип таныла.
Баҫма башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә ҡыҙыҡлы.
Республика Башлығы «Китап» нәшриәтенең тауарҙары менән танышҡанда, уға Мәхмүт Сәлимовтың  китабын бүләк иттеләр. 

Иң көслөләр асыҡланды
«Ат спортында башҡорт атын ҡулланыу: үҫештең яңы этабы» «түңәрәк өҫтәл»е һөҙөмтәле уҙҙы. Сарала спикерҙар сифатында ат спорты мәктәптәре һәм клубтары, республика йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡорт тоҡомонан булған аттарҙа уҡтан атыу традицияларын тергеҙеү, «Ауҙарыш» ярышын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, сабыштарҙа, спорт мәктәптәрендә балаларға тәүге дәрес биреү өсөн башҡорт тоҡомонан аттарҙы файҙаланыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
Спорт программаһында Свердловск, Силәбе, Саратов, Пермь өлкәләренән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Ангола, Конго, Мысыр илдәренән 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. 
Фестивалдә, әлбиттә, аттар ҡатнашлығында күп ярыштар үтте. Традиция буйынса сараның кульминацияһы булып ат сабышы тора. «Башҡорт аты» сиктәрендә «Башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы аты» республика конкурсы, «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ» ярыштары үтте. 
Башҡорт тоҡомло һәм төрлө тоҡомло аттар сабышында еңеүселәр автомобиль менән бүләкләнде. 3 йәштән өлкән башҡорт тоҡомло аттар бәйгеһенең төп бүләген Баймаҡ районынан Снежана Таймасова алды. Ырымбур өлкәһенән Серек Урмантаев 3 йәштән өлкән аттар ярышында төп призға лайыҡ булды.
«Бәйге» халыҡ-ара фестивале көс экстримы сиктәрендә 150 килограммлы ташты күтәреү һәм күсереү, бүрәнәләрҙе ташлау һәм башҡа спорт уйындары буйынса ярыштар ойошторолдо. Йылдан-йыл «Башҡорт аты» фестиваленә яңынан-яңы проекттар индерелә бара. Мәҫәлән, быйыл «Урал Батыр» халыҡ-ара турниры уҙҙы. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән көслө кешеләр ҡатнашты.
Милли көрәш, билбау көрәше, самбо майҙансыҡтарында спортсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә күп булды. Быйыл тәүге тапҡыр грэпплинг буйынса ярыштар үтте. Уҡтан атыу ярышы иң мәргәндәрҙе асыҡланы. Масрестлинг, армрестлинг, арҡан тартышыу кеүек ярыштар ҙа спортсыларҙы күп йыйҙы. 
Ике көн дауамындағы сара республиканың сәнғәт оҫталарының сағыу концерты менән тамамланды.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Иштимер ЙОСОПОВ фотолары.

Читайте нас: