Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһенән:
2024 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был ҡарарҙың маҡсаты — ғаиләләрҙе яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтте популярлаштырыу тора. Был йүнәлеш Башҡортостан республикаһында ла өҫтөнлөклө булып ҡала. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләләргә, ата-әсәгә һәм балаларға ярҙам итеү — беҙҙең тәүсират бурыс.
Тал Ҡусҡары ауылы ҡыҙы Айһылыу Исҡужа ауылында йәшәгән апайына ҡунаҡҡа йыш йөрөй. Ошо ауыл егете Әхмәр ҡап-ҡара сәсле Айһылыуҙы тәү күреүҙән оҡшата. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешергә ҡарар итәләр.
Тормоштарын йәмләп өс улға, сәскәләй өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән улар. Иң өлкән ҡыҙҙары Алина ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә, ул оҫта һүрәт төшөрә, бейергә лә ярата. Айзилә Сибай колледжында менеджер, консультант-кассир һөнәрен аласаҡ. Батыр Ишҡол урта мәктәбенең 8-се класына бара, ул волейбол уйнай, көрәш секцияһына йөрөй, бер ярыштан да ситтә ҡалмай. Ғаиләләге һәр бала үҙенсә талантлы, һәр ҡайһыһының миҙалдары, грамо-талары бик күп. Илназға 5 йәш, Айгүзәлгә 4 йәш, кескәйҙәре Салауатҡа әле ни бары туғыҙ ай. Мөхтәровтар тәрбиәләгән бала-лар әҙәпле, тыңлаусан, аҡыллы.
— Ғаиләм, балаларым — минең ышаныслы терәгем һәм таянысым. Шатлығымды ла бүлешә, ҡыйын ваҡыттарҙа ла улар миңә һәр саҡ ярҙамға ла килә. Ирем Әхмәр аэропортҡа йөрөп эшләй, ул балаларға хәстәрлекле атай. Бөтә эште бергәләп башҡарабыҙ. Кейәүгә сыҡтым да декрет ялынан сығып булмай, — тип ихлас күңелдән көлә Айһылыу.
Бөтмөр, уңған йәш ғаилә Исҡужа ауылына ингән ерҙә өй бөтөрөп ингән. Йортҡа килеп инеү менән унан йылылыҡ, нур бөркөлә. Йортта бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт.
— Ғаиләлә балалар күп булһа, улар берҙәм, татыу, бер-береһенә ярҙам итә, тип беҙҙә алты балаға ғүмер бирҙек. Элекке ваҡытта пособиелар түләнмәһә лә, ғаиләләр күп бала үҫтергән булған, хәҙер хөкүмәттән ярҙам ҙур. Ауылда эш юҡ, шулай ҙа күп итеп мал үрсетәбеҙ, — тип һөйләй Айһылыу Марат ҡыҙы. — Республика Башлығы Радий Хәбиров: күп балалы ғаилә — илебеҙҙең, миллә- тебеҙҙең йәшәү нигеҙе, тимәк йәш ғаиләләрҙе арттырыр кәрәк, ти. Күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, алты йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар бирелә, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма өсөн аҡса бүленә. Бынан тыш, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бар һәм торлаҡ шарттарын яҡ-шыртырға, шул иҫәптән ер участкалары ла алырға ярҙам ителә.
— Ғаиләбеҙҙең үҙ йолалары ла бар. Һәр беребеҙҙең тыуған көндәрен билдәләйбеҙ, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Йәй көнө урманға сығабыҙ. Емеш-еләк йыйыуға ла ғаиләбеҙ менән йөрөйбөҙ. Тормош мәшәҡәттәренән арынып, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ, — тиҙәр Мөхтәровтар.
Татыулыҡта 19 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер иткән, алты бала ата-әсәһе Әхмәр һәм Айһылыу Мөхтәровтарға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә бергә, берҙәм булып, бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Ауылдарҙың киләсәге тырыш ғаиләләр ҡулында. Татыу, матур, ҡотло ғаилә бәләкәй генә ауылға йәм өҫтәй.
Г. СОЛТАНОВА.