2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда төп капиталға инвестициялар үҫеше 26,6 процент тәшкил иткән. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 15-се урынды биләй. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙерге шарттарҙа инвестиция күрһәткестәренең ыңғай динамикаһын һаҡлау мөһим.
- Һөҙөмтәләр бик яҡшы, улар беҙҙе ҡыуандыра. Иң мөһиме – темпты юғалтмай, алға барыу, - ти төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Беҙ үҙебеҙгә амбициялы маҡсаттар ҡуябыҙ. Хәҙер, айырыуса ҡатмарлы осорҙа, инвестициялар үҫеше кимәлен һаҡлау мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы биш йылда республика иҡтисадына инвестициялар 1,5 тапҡырға артҡан, был Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.