Республиканың урман янғын һүндереү формированиеларын техника менән йыһазландырыу 100 процентҡа еткән. Был аҡсаға янғын һүндереү цистерналары, йөк автомобилдәре, тулы приводлы УАЗ автомобилдәре һәм автоприцеплы квадроциклдар, шулай уҡ махсус янғын резервуарҙары һатып алынған. Аҡса «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты сиктәрендә бүленгән. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, алынған техника Өфө, Салауат, Белорет, Дүртөйлө һәм Әбйәлил райондарына ебәрелгән.
Йыл аҙағына тиклем урман фондына пилотһыҙ аппараттар һәм видеокүҙәтеү системалары киләсәк. Министр билдәләүенсә, республикала урмандарҙы һаҡлауҙа, видеокүҙәтеү системаларын әүҙемерәк ҡулланыу планлаштырыла. Әлегә, урман фондында 15 видеокамера ҡуйылған, йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны ике тапҡырға артасаҡ.
2019 йылдан алып, «Экология» милли проекты сиктәрендә республикала дөйөм суммаһы 400 миллион һумдан ашыуға 131 берәмек урман янғын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, шулай уҡ төрлө ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алынған.