“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты (WorldSkills Russia) йыл да үткәрелә. Ярыштар төҙөлөш һәм технологиялар, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәт күрһәтеү, транспорт һәм логистика, мәғариф өлкәләрендә 105 компетенция буйынса уҙғарыла. Был ярышҡа илдең төрлө төбәктәренән өс меңдән ашыу уҡыусы һәм студент, уларҙы оҙатып йөрөүсе эксперттар йыйыла. Ошо ярыш сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш белгестәр өсөн “Абилимпикс” конкурсы ла үтә.
Республикала урта һөнәри белем биреү системаһы бик әүҙем үҫешә, сөнки кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе иҡтисад өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. 2019 йылдан 60 колледж базаһында 188 заманса оҫтахана булдырылған , шуларҙың 79 -ы милли проект сиктәрендә, 109-ы “Йәш профессионалдар” чемпионатын эсенә ала.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары “Йәш профессионалдар” чемпионатының республика этабында һөнәри оҫталыҡтарын һынаны һәм юғары күрһәткесәргә өлгәште. Ҡала студенттары менән бер рәттән сығыш яһаған Алсын Минһажев, мәҫәлән, компетентлы һөнәр оҫтаһы булыуын иҫбатланы. Алсын “Ашнаҡсы-кондитер” һөнәренә уҡыған утыҙға яҡын студент араһында почетлы туғыҙынсы урынға сыҡты.
Был чемпионатта ҡатнашыу өсөн алдан төплө әҙерлек кәрәк. Алсын етәксеһе Анна Ниғәмәтйәнова менән чемпионатты ойоштороусыларҙан инструкция, өйгә эш ала. Аҙыҡ-түлек исемлеге бирелә һәм уға яраҡлаштырып студент меню төҙөй. Меню бөтә ашнаҡсылыҡ талаптарын үтәп, үҙенсәлекле итеп эшләнергә тейеш. Төҙөлгән меню менән конкурсант ярышҡа килә.
Конкурс башланыр алдынан һәр бер студентҡа бер үк шарттар булдырылған эш урыны, алдан әйтелгәнсә, аҙыҡ-түлек, эш ҡорамалдары бирелә. Дүрт сәғәт ваҡыт эсендә йәш белгестәр үҙҙәренең аш-һыу әҙерләү оҫталығын күрһәтә. Бойондороҡһоҙ эксперттар студенттың компетентлығын баһалап балдар ҡуя бара: аҙыҡтарҙы турау-ҡырҡыу технологияһы үтәләме, масса һәм пропорциялар тура киләме, эшкәртеү ҡағиҙәләрен беләме, хәүефһеҙлек техникаһы күҙәтеләме, эш ҡорамалдарын дөрөҫ, тәғәйен тотонамы, тышҡы ҡиәфәте профессияһына ярашлымы, әҙер аш-һыуҙы өҫтәлгә ҡуйыу тәртиптәрен беләм. Таймер ваҡытты туҡтатыуға конкурсант эш урынын тәртипкә килтереп, әҙерләгән ашты эксперттар алдына ҡуйып, үҙенең әҙерлеге тураһында әйтеп өлгөрөргә тейеш. Үҙен юғары компетентлы һөнәр оҫтаһы итеп күрһәткән Алсын Минһажев быйыл диплом алырға йыйына.
“Йәш профессионалдар” чемпионаты сиктәрендә үткән “Абилимпикс” конкурсында ҡатнашыу ҙа уңыштар алып килгән агросәнәғәт колледжына. “Абилимпикс” – һаулыҡ үҙенсәлектәре булған кешеләргә үҙҙәрен танытырға, үҙ-үҙҙәренә ышанырға мөмкинлек биргән уникаль проект. Ярыштар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен ҡалаларының профессиональ белем биреү ойошмалары майҙансыҡтарында үтте. Чемпионатта 14 йәштән өлкән инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Рәсәй граждандары: уҡыусылар, студенттар, шулай уҡ эшсе һәм эшкә урынлашыуға мохтаж белгестәр ҡатнашты. “Ашнаҡсы-кондитер” һөнәренә уҡыған Бауржан Шугубаев “Башҡарыу оҫталығы (вокал)” компетенцияһында үҙенең моңло тауышы менән арбаны һәм өсөнсө урын яуланы. Бауржанды конкурсҡа производствоға өйрәтеү мастеры һәм класс етәксеһе
Д. С. Әхтәмова әҙерләгән.
– Ике егет тә ашнаҡсы-повар һөнәренә уҡыйҙар: Алсын – дүртенсе, Бауржан өсөнсө курста курста. Был һөнәрҙең яҡшы киләсәге бар тип иҫәпләйем. Ашнаҡсы һөнәренә уҡыуҙар тамамланғас, студенттар демонстрацион имтихандар тапшыра. Был имтихан да “Йәш профессионалдар” конкурсы талаптары буйынса үтә. Уҡыуҙың тәүге көндәренән уҡытыусылар был йүнәлештә маҡсатлы эшләй. Элек беҙ уҡыусыларыбыҙға эш эҙләһәк, хәҙер производство практикаһына йәш белгестәр һорап мөрәжәғәт итеүсе ойошмалар булыуы ҡыуандыра. Курорт зонаһына яҡын булыуыбыҙ ҙа отошло, унда беҙҙең белгестәргә ихтыяж ҙур. Беҙҙән диплом алып сыҡҡан белгестәр тураһында тик яҡшы һүҙҙәр ишетелеүе – беҙҙең эшебеҙгә ҙур баһа, – ти уҡыу эштәре өсөн яуаплы педагог Нәсимә Шәмсетдинова.
Нәсимә Ишҡол ҡыҙы әйтеүенсә, уҡыу йортонда иретеп йәбештереүсе, тракторсы-машинист һәм ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрен дә алырға була. Тракторсы-машинист, бер үк, ваҡытта мастерлыҡ һөнәрен дә, ошо яңы профессияларға үткән уҡыу йылында аккредитацияны уңышлы үткәндәр. Быйылғы планда – «Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау” һөнәренә лицензия алыу тора.
Филиалдың дипломлы уҡыусылары райондың ауыл хужалығы предприятиеларында уңышлы хеҙмәт итәләр. Мәҫәлән, Вадим Мәғәфүров сәсеү кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса “Сәсеү батыры-2023” тигән исемгә лайыҡ булды. Вадим да уҡыған ваҡытта “Йәш профессионалдар” конкурсында “Йөк машинаһы водителе” компетенцияһында призлы урынға лайыҡ булғайны (етәксеһе Р. И. Вәлидов), хәҙер “Красная Башкирия” хужалығында алдынғы механизатор.
– Егеттәребеҙ Илмир Мәхмутов, Ринат Ибраһимов, Ринат Астанғәлин, Тимур Хөснийәров, Айнур Һатлыҡов, Рәмис Мөхәмәтйәнов, Нияз Хәйруллин һәм башҡалар Магнитогорск металлургия комбинатында ла кәрәкле эшселәр. 18 йәше тулған уҡыусыларыбыҙҙың ”Прокатмонтаж” акционераҙар йәмғиәтендә практика үтеүе үҙе бер мәртәбә, сөнки балалар производство шарттарында оҫталыҡтарын камиллаштыра. “Красная Башкирия” ауыл хужалығында Вадим Мәғәфүров, Алина Ғәлиуллина, Вадим Мөхәмәтйәнов, Раян Мәғәфүров, Нургиз Асҡаров маҡтаулы хеҙмәт итәләр, – ти оло бер ғорурлыҡ менән Нәсимә Ишҡол ҡыҙы.
Демонстрацион имтихандар – заман талабы. Иретеп йәбештереүселәр ике йыл рәттән демонстрацион имтихан тапшыра, быйыл мастерҙар ошо уҡ формала беренсе тапҡыр имтихан тапшырасаҡ. Демэкзамендың документарын: баһалау критерийҙарын, имтихан һорауҙарын, уларҙың эсенә ингән өс модуль буйынса эштәрҙе мәғарифты үҫтереү институты төҙөй. Уҡыусылар имтихандарын Учалы тау сәнәғәте колледжы, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы базаларында тапшыра, уларҙың белемен сит эксперттарҙың объектив баһалауына шик юҡ. Студенттарҙы ошо демэкзамендарға сифатлы әҙерлек менән оҙатыу өсөн белем биреү учреждениеһында тейешле шарттар булдырылырға, заманса йыһазландырылған оҫтаханалар булырға тейеш. Әлегә агросәнәғәт колледжында шарттар булмауы белем кимәленең тейешенсә үҫешенә мөмкинселектәрҙе сикләй. Заманса технологиялар менән йыһазландырылған оҫтаханалар – уҡыусылар өсөн практик эштәр урыны ул. Әлегә колледжда мастерскойҙар булдырыу – заман талабы булып ҡала.
2023-2024 уҡыу йылында учреждениеға райондың шәхси эшҡыуарҙары ҙур ярҙам күрһәткән: “Әбйәлил” ауыл хужалығы кооперативы (Гөлнара Вәлиева) аш-һыу бүлмәһе өҫтәлдәре, “Күстәнәс” һатыу нөктәләре хужаһы Лилиә Бейешева дүрт индукциялы плитә һәм һауыт-һаба, Лена Зарипова өҫтәл электрон үлсәүҙәре алып биргәндәр. Урындағы ойошмалар ҙа колледж тормошона битараф булмаһын ине, берҙән-бер һөнәри учреждениены үҫтереү, уны заман талаптарға яраҡлаштырыу көнүҙәк маҡсат булып ҡала.
Г. БАЯЗИТОВА.