Атайсал
26 Сентябрь 2024, 11:00

Уңған баҡсасылар бүләкләнде

Байымда иртә яҙҙан иғлан ителгән «Уңған баҡсасы» конкурсына йомғаҡ яһалды. Донъяһын гөл-сәскәгә күмгән, матурлыҡҡа сорнаған ауыл биләмәһенең иң егәрле, иң өлгөр баҡса үҫтереүселәре тырышлыҡтары өсөн баһаланды.

Ватсапта уртаҡ шөғөл-ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса төрлө чаттар бар. Бешеренеп-төшөрөнөргә өйрәнеүселәр үҙ ҡаҙанында ҡайнаһа, бәшмәкселәр бер-береһе менән «тыныс һунар» хәлдәре тураһында хәбәрләшә, ә инде баҡса үҫтереүселәр үҙ түңәрәгендә  үҫенте-рассадалар һатыу баҙарын гөрләтә, алыш-биреш итә, һис юғында матур сәскәләренең фотоларын төркөмгә һалып башҡаларҙың күҙҙәрен ҡамаштыра, сәскә сире менән бүтәндәрҙе «ауырыта». Белгәндәремдән район ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән «Баҡсалар», «Бүлмә гөлдәре» тигән чаттарҙа «тормош» ҡайнап тора. Ә бына Байым яғы баҡсасыларының үҙҙәренең генә «Гөлбаҡса» тигән айырым чаты барлығы хаҡында күбәләктәр төбәгендә уҙған «Уңған баҡсасы» байрамында  ишеттем. Конкурс ана шул чаттан башланғыс алған да инде.
Байым төбәгенең сәскәсе-баҡсасыларын берләштергән «Гөлбаҡса» чатына 284 кеше яҙылған. «Гөл-сәскә яратыусылар өсөн булдырылған чат бөтәһенә лә асыҡ. Был шөғөлдән толҡа тапмағандар оҙаҡ тотҡарланмай үҙҙәре үк кире сығып китә», — ти админ, үҙе үҫтергән төрлө ағас-ҡыуаҡлыҡтар, гортензия үҫентеләре менән Әбйәлил халҡын тәьмин итеүсе һәүәҫкәр баҡсасы Элиза Абдрафиҡова. 

Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: «Беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан йәки ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр күп. Әгәр уларҙың һәр береһе үҙенең кесе Ватанына өҫтәмә рәүештә ярҙам итһә, урындарҙа тормош күпкә яҡшырасаҡ. Күпселек эшҡыуарҙарҙың шулай ярҙам иткәнен беләм. Һәм беҙ был эште системаға һалырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта «Атайсал» проектын булдырҙыҡ. Был бер ҙә кешеләр иңенә дәүләт хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙе һалыу түгел. Был күңел ҡушыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәпкә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итеүселәргә уңайлы шарттар булдырырға тырышыу».

Бер-береһенең гөл-сәскәләренең фотоһүрәттәренә ихлас тамаша ҡылып, «аһ» та «уһ» килеп һоҡланышып, лайыҡтар ҡуйып ултырған гүзәл заттарға Элиза Ғәйәр ҡыҙы: «Әйҙәгеҙ, үҙ-ара конкурс үткәрәйек! Йә, кем ҡатнаша?» — тигән саҡырыу ташлай. Чат тынып ҡала. Бер аҙҙан Рәхмәттә йәшәүсе Рәйфә Нәбиуллинанан: «Мин ҡатнашам!» — тигән яуап килә. Шулай уйламаған ерҙән конкурсҡа старт бирелә. Был хәл яҙғыһын була. Ул ваҡытта баҡсасылар бәйгеһе нисек үтере, нимә менән барып бөтөрө тураһында әле бер кем дә белмәй. 
Конкурс тураһында һүҙ сығарыуы — бер, уны ойоштороу шарт бит әле. Матур башланғысты үҙенең бай идеялары менән Рәхмәттән әүҙем йәмәғәтсе, республика күләмендәге Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзаһы Идия Ғәлимова күтәреп ала. Баһалама комиссияһы эшенә Туйыш һәм Байым ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйесәләре Фәнилә Махийәнова менән Мәрзиә Юламанова ҡушыла. Бары энтузиазм ҡанаттарында улар биләмәгә ҡараған 10 ауылдан конкурста ҡатнашырға теләк белдергән 38 хужабикәнең ихатаһын ҡарап йөрөп сыға, видео һәм фотодәлилдәрҙе «Гөлбаҡса»ла ултырған талапсан хөкөмдарҙар иғтибарына ла ҡуйып бара. Ғөмүмән, конкурс барышында чат гөрләп тора. Береһенән-береһе уңған, фантазияға бай баҡса үҫтереүселәрҙе дәртләндереп, маҡтап-хуплап бик күп комментарийҙар яҙыла. Әммә эш бының менән генә бөтмәй. Конкурс тип ҙурҙан ауыҙ асҡас, уны матур итеп йомғаҡлап ҡуйыу әмәлен дә күрә ойоштороусылар. «Гөлбаҡса»лағы хәлдәр менән хәбәрҙар эшҡыуарҙар бүләктәрен йәлләмәй. 
Шулай итеп, сентябрҙең сыуаҡ бер көнөндә Байым мәҙәниәт йорто алдында баҡса миҙгеленә матур итеп йомғаҡ яһап ҡуйҙылар. Байрам сиктәрендә уңған баҡсасылар сағыу көҙгө сәскәләрҙән гөлләмәләр һәм мул уңыш күргәҙмәһен ҡорҙо, күп йыллыҡ сәскәләр, яҡшы сортлы баҡса еләге һәм емеш ағастары үҫентеләре, бүлмә гөлдәре менән сауҙа итте.
Йәмәғәт башланғысында яралып ҙур байрамға әйләнгән конкурсты ҡеүәтләп Байым ауылының ветерандар советы рәйесе Айһылыу Мөхәмәтдинова сығыш яһаны: «Ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ  тыуҙыра. Бында матурлыҡ яратыусылар, сәскәләр үҫтереүселәр йыйылған. Киләсәктә лә ошондай конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, тирә-яҡты матурлап, ихаталарҙы, урамды йәмләп сағыу, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын!» — тине ул.
Ярты йыл дауам иткән конкурсҡа ойоштороусылар исеменән Идия Ғәлимова йомғаҡ яһаны. Донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, сәмләнеп, береһенән-береһе уҙҙырып  баҡсалар үҫтереүсе 25 гүзәл затҡа үҙенең шәхси бүләктәрен — биҙрә һәм «Уңған баҡсасы – 2024» тип яҙылған табличкалар тапшырҙы. 
Сараға саҡырылған район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Э. Ә. Ҡунафина ла буш ҡул менән килмәгәйне. 
— Бөгөн махсус хәрби операция барған осорҙо кисерәбеҙ. Һәр беребеҙҙең йөрәгендә борсолоу ятһа ла, тормош дауам итә. Ошондай байрамдарҙың ойошторолоуы шом-хәүефте тарата, өйҙә бикләнеп ятмаҫҡа сәбәп булып тора. Иң ҙур ауыл биләмәләренең береһендә шөғөлдәштәрҙе бергә туплаусыларға һәм, әлбиттә, конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт, — тине ул сәләмләү һүҙендә. Элиза Әкрәм ҡыҙы район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙарын һәм тәмле күстәнәстәрен конкурста әүҙем ҡатнашыусыларға — Фәниә Ғәскәрова (Байым), Фәниә Мөхәмәтдинова (Йәнекәй), Рәйфә Нәбиуллина (Рәхмәт), Рәйлә Ҡалдаманова (Туйыш), Раушания Сабирова (Яйҡар), Нәзирә Йәнһарина (Ғәбдин), Миләүшә Махийәнова (Туйыш), Мәрйәм Ғабдуллина (Ғәбдин), Зилә Мөхәмәтйәрова (Мораҡай), Әлфиә Абдрафиҡова (Байым), Гөлниса Ғилметдинова (Туйыш), Әлфиә Йыһаншина (Байым), Миңзәлә Рәхимова (Иҫке Балапан) һәм сәскәләргә битараф булмаған Йәлил Фәтхуллинға (Мораҡай) тапшырҙы. Ойоштороусы ғына түгел, Рәхмәт ауылының шәп баҡсасыһы ла булған Идия Ғәлимова ла район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Бағыусыларҙың бүләктәре төрлө номинацияларҙа хужабикәләрен тапты. Баҡсасылар чатында иң әүҙем ҡатнашыусы тип  Рәйфә Нәбиуллина билдәләнде, Байымдан Миңсәсәк Аслаева лайыҡлы рәүештә «Иң таҙа баҡса» номинацияһында бүләкләнде. Райхана Исламова (Байым) «Иң бай баҡса» эйәһе тип нарыҡланды. Ишек алдын цементтан төрлө вазондар менән биҙәгән Раушания Сабирова (Яйҡар) «Оҫталыҡ өсөн» баһаланды. «Матур баҡса» номинацияһы зауыҡлы ихата өсөн Райхана Йомағоловаға (Иҫке Балапан) бирелде. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, йәштәрҙән ҡалышмай дәртләнеп сәскә үҫтереүсе апайҙар Йәнекәйҙән Фәниә Мөхәмәтдинова, Ғәбдиндән Таһира Хөсәйенова һәм Рәғиҙә Харрасова махсус бүләктәргә лайыҡ булды. Иң оло конкурсанттар Рәхмәттән 86 йәшлек Ҡафиҙә Ғәлимова менән 96 йәшлек Нурлығаян Мансуроваға айырым хөрмәт күрһәтелде. Нурлығаян инәй тамашасыларҙы матур шиғырҙары менән дә һөйөндөрҙө.

Э. А. Ҡунафина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе: ­— Байымда үткән «Уңған баҡсасы» конкурсы виртуаль киңлектә яралған идеяның ысынбарлыҡта матур һөҙөмтә биреүен күрһәтте. Проекттың бағымсылары булған биләмә эшҡыуарҙарына «Афарин!» тиергә генә ҡала.

Бүләктәр бик күп ине. Улар өсөн эшҡыуарҙарға, атап әйткәндә, Гөлшан һәм Фидан Йомағужиндарға, Зенфира Насибуллинаға, Миләүшә һәм Ришат Исламовтарға, Лилиә Ғәлинаға, Дилә Ғәскәроваға, Азалия Ғибәҙәтоваға, Зиләрә Мәсәлимоваға, Йәнекәй клубы мөдире Гөлсинә Әсфәнйәроваға рәхмәт.  Бер конкурсант та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Гөл һауыттары, лейка һәм башҡа баҡса кәрәк-яраҡтары барыһына ла етте. Хатта «Гөлбаҡса» чатының иң ихлас комментарий яҙыусылары ла бүләкләп үтелде. Әйтергә кәрәк, бүләктәр иң күбе Ғәбдингә китте, был ауылда өй һайын сәскә үҫтерәләр тип билдәләне комиссия ағзалары ла.  Конкурстың төп еңеүсеһе лә Ғәбдиндән булды — Рәсимә Вәлиева мантоварка һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһаринаның Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы тағы бер Рәхмәт хатын ил инәһе, йәшләй тол ҡалып биш балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, әле булһа дәртләнеп тормош көткән, сәскәләр үҫтергән Нурлығаян инәй Мансуроваға инселәп ебәргән ине.
Байрам маҡсатына өлгәште. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Был сарала «Уңған баҡсасы – 2025» конкурсына ла башланғыс һалынды, байрамға килеүселәр күпләп төрлө сәскә үҫентеләре һатып алды. Был иһә киләһе йылда конкурста ҡатнашыусылар тағы ла күберәк буласағына ишаралай түгелме?!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.  

Читайте нас