...Шул мәктәптең изге ҡото,
Йәме, моңо, нуры, уты —
Һин тораһың күҙ алдымда,
Яҙмышымда — уҡытыусы!
Риф Мифтахов.
Ер йөҙөндә һөнәрҙәр һанап бөткөһөҙ. Иң мөһим һөнәр — уҡытыусы һөнәре. Уның хеҙмәт юлы тамамланып, хаҡлы ялға сыҡһа ла ул — ғүмер буйы уҡытыусы булып ҡала. Шундай уҡытыусыларҙың береһе — Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙы Илһамова.
Ул 1952 йылдың 7 мартында Һәйетҡол ауылында тыуған. Атаһы — һуғыш ветераны, әсәһе һуғыш осоро ауырлыҡтарын үҫмер генә саҡта үҙ иңдәрендә күтәргән, яҡты киләсәккә ҙур өмөт бағлаған кешеләр. Ата-әсәй өлгөһө — иң төп тәрбиә алымы. Изгелек, яуаплылыҡ орлоҡтары бала күңеленә ғаиләлә һалына, ҡан хәтере менән дә инә. Әсәһенең атаһы Муллабай олатаһының боронғо йырҙарҙы ихлас башҡарыуы, ҡобайыр, мөнәжәт, нәсихәттәрен көйләп әйтеп ултырыуы бала күңеленә йыр-моңға һөйөү уятһа, Һәйетҡол башланғыс мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусыһы Зәки Нәби улы Хисмәтуллин мәктәпкә, белемгә һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ атаһы эштән ҡайтҡас, ҡыҙынан китаптар уҡытыуы ла ғилемгә ынтылыуға төп сәбәп булғандыр.
Ауыл мәктәптәрендә ул йылдарҙа ике синыф уҡыусылары бер класта уҡый торғайны. Кескәй генә, сос ҡына ҡыҙыҡай ике кластың да дәрес темаһын берҙәй аңлап, үҙләштереп ултырыр була. Һәйетҡолда ул ваҡытта Зәйнәп Нәбиуллина, Бәширә Усманова, Зиннур Исмәғилев, Гөлнур Ишмырҙиналар уҡытты. Улар бөхтәлектә, итәғәтлелектә, дәрескә талапсанлыҡта, хатта шаянлыҡта, үткерлектә, яғымлылыҡта балаларға өлгө булдылар. Әсәһенең өй эсендәге тәрбиәһе, аш-һыуға, ҡул эштәренә лә маһир булыуы, ҡыҙын да тәрбиәгә, эшкә өйрәтеүе, ғүмерлеккә хәтерендә ҡалды, ауыр саҡта юғалып ҡалмаҫҡа һабаҡ булды.
Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙы дүртенсе класҡа Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға барҙы. Бында ла һынатманы ҡыҙ. Ә Стәрлетамаҡҡа уҡырға китер алдынан әсәһе матур төш күрә. Ҡыҙы ауыл ҡапҡаһын шар асып яҡты донъяға аяҡ баҫа. Тап шул төштәгеләй тормош юлы яҡты, күңел һалған эшендә йөҙөп эшләргә насип булды Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙына. Ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының урыҫ-башҡорт бүлеген 1974 йылда тамамлап, Дәүләт урта мәктәбендә башҡорт теле, әҙәбиәтен һәм тормош һабаҡтары дәресен уҡыта. Төп маҡсаты: халыҡ педагогикаһына таянып, белем, тәрбиә биреү, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү, халыҡ тарихы, рухи ҡиммәттәрҙе бергәләп өйрәнеү. Мәктәптә уҡытҡандан тыш киске мәктәптә йәштәрҙе уҡытырға ла өлгөрә. Был осорҙа шәжәрә темаһына әле берәүҙең дә тотон-ғаны юҡ ине әле. Ул уны 1992 йылда республика кимәлендәге асыҡ дәрестәр күрһәтеүгә өлгәште. Ауылдар тарихы, шәжәрәләр буйынса бик күп, йөкмәткеле аль-бомдар, шулай уҡ күренекле яҙыусыларҙың ижадына арналған альбомдар эшләнде. Эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып барҙы. Ауыл, колхоз, мәктәп тарихын өй-рәнгән мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереп таблицалар төҙөнө. Бында шәжәрә, легенда-риүәйәттәр, ауылдар тарихы, зиһенле ауыл ҡарттары һөйләгәндәре инеп китте. Был эҙләнеүҙәре өсөн Балалар ижады йорто уны бүләкләне. 1995 йылда республика күләмендә үткән семинарға (йәш быуынды тәрбиәләү буйынса) ауыл хакимиәте, мәктәп, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе һорауы буйынса эҙләнеү-тикшереү эштәрен дө-йөмләштереп, «Ауыл тарихы», «Мәктәп тарихы», «Колхоз тарихы» исемле өс планшетҡа таблица эшләп тапшыра. Халыҡ гәүһәрҙәрен инҡар итеп, көр күңелле халыҡтың ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләп булмай. Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙы дәрестәрендә уйнатып, йырлатып, үҙе лә йырлап күрһәтеп, шиғыр, инша яҙырға өйрәтеп, ипләп-ипләп бала күңелен яулай. Аҙаҡ уҡыусылары ла уға яуап итеп бына тигән иншалар яҙҙылар, оҫтарҙылар. Ирекле темаға бигерәк тә шәп инша, шиғырҙар тыуҙы. Үҙен-сәлекле тормош дәресе үткән бала артабан да ижади эшкә күңелен һала, юғалып ҡалмай. Шундайҙарҙың береһе, шиғри күңелле Рита Кинзелбаева ине. Ул ши-ғырҙар яҙҙы. Китап сығарҙы. Хәҙер тыуған мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
«Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙы башҡорттарҙы ғына түгел, урыҫ теллеләрҙе лә башҡорт телендә уҡырға өйрәтеп ҡуйҙы ул. Тырыштылар, беҙҙең менән бер рәттән уҡынылар», — тип хәтерләй табип Айрат Зәйнуллин.
«Өфө. Һынау. Тәржемә эләкте. Һис тә ҡыйын булманы. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйем», — тип ҡыуанысын белдерҙе бухгалтер булып эшләгән Илүзә Кинйәбаева.
Уҡыусыларының рәхмәт һүҙҙәрен яҙып бөтөрлөк түгел. «Һеҙҙең дәрестәрегеҙ миңә бик оҡшай. Телде яҡшылап өйрәнәм», — ти Виталий Тумаев, хәҙер юрист.
Үҙең менән бер ваҡытта, райондың төрлө мәктәп-тәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың, һинең эшең тураһындағы яҡшы фекерҙәрен ишетеү иң юғары награда- лыр ул. Бына ниндәй фекерҙәр әйткәндәр геройым тураһында уның менән бергә эшләгән замандаштары.
«Бик ауыр тема (1930-сы йылдар тураһындағы әҫәр) булыуға ҡарамаҫтан,уҡытыусы уны еңел хәл итте. Күпме үтемле эш планы планлаштырған ул! Уҡыусыларҙың һүрәттәрен генә алайыҡ. Әҫәрҙең идея-тематик йөк-мәткеһе тураһында, үҙ эштәрен күрһәтеп һөйләй алалар. Дәрестә балалар белем дә, фәһем дә алды».
«Дәрес күргәҙмә материалдарына бик бай, Әбйәлил ерлегендәге темаға, маҡсатҡа ярашлы бар нәмә иҫәпкә алынған. Шулай уҡ сәнғәт менән бәйләнеш бар. Уҡы-тыусының тауышы матур, йырлап та, һамаҡлап та ебәрә. Уҡытыусы ла, уҡыусылар ҙа бер-береһенә итәғәтле».
«Һеҙҙең уҡыусыларығыҙ әртистәр һымаҡ. Үҙегеҙҙән өлгө алғандар. Әҙәби телдә асыҡ итеп тасуири һөйләй-ҙәр. Яҙыуҙары матур, хәрефтәре дөрөҫ. Уҡытыусыһы ниндәй, уҡыусыһы ла шундай. Һеҙҙә мығырҙап ултыр-ғандар юҡ. Ихлас яуап бирәләр. Күренеп тора: балаларға тейешле белем бирәһегеҙ».
«Уҡыусылар бик мәғлүмәтле, бик әүҙем. Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙының «Эврика» дәресе үткәреүе уҡыусы-ларға бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырманы. Уҡытыусы ла, уҡыусылар ҙа бер-береһе менән бик тиҙ уртаҡ тел таптылар. Дәрес бик оҡшаны».
Дәүләт урта мәктәбе уҡыусылары зона буйынса бәйгеләрҙә ал бирмәй. Сәсәнлек буйынса ҡобайыр, Урал батыр эпосын яттан һөйләү, инша яҙыу кеүек бәйгеләрҙә гел еңеүсе булдылар. Ҡумыҙсылар, халыҡ инструменттар ансамбле төҙөп, һуңынан фольклор ансамбле булып китте. Уҡытыусының үҙенең дә йыр-моңға әүәҫлеге, мандолина сиртеүе, әйҙүкләп тороуы ла уларҙы дәртләндерә ине. Тәүге ҡарлуғастары — Зөлфир Хәмзин, Илдар Илһамов, Айҙар Килдейәров. Өс тапҡыр Өфө сәхнәһендә сығыш яһап, еңеүсе булдылар. «Алиса йылмая» девизы аҫтында үткән фестивалдә ҡатнашып, йырсы Иҙрис Ғәзиев ҡулынан бүләктәр алдылар. Артабан да бәйгеләр, еңеүҙәр күп булды. Фольклор ансамблен күтәреүҙә уҡытыусы ваҡытын да, сығымдарын да йәлләмәне.
Бөхтәлек, эшен урын еренә еткереп башҡарыу бала саҡтан килә. Ярыштарға, семинарҙарға, асыҡ дәрестәргә һәр ваҡыт әҙер булды. Төрлө темаға арналған дәрестәре генә ни тора! Дәрес-тәғлимәт, дәрес-йола, шәжәрә, дәрес-сәйәхәт, дәрес-хәбәрселәр менән аралашыу, дәрес-эврика кеүек төрҙәрен дә күрһәтте.
Һәр кем белә: өлгө булырҙай кешеләр менән осрашыу күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә. Шәхес тәрбиәләүҙә бынан да әһәмиәтле сараны инҡар итеп булмай. Әҙиптәр менән осрашыу ойошторолоп торҙо. Ә. Әхмәт-Хужа, Я. Хамматов, Х. Назар, Г. Әхмәтҡужина, А. Йә-ғәфәрова, Ф. Биктимероваларҙы мәктәптә, балалар менән осрашыуға йыш саҡырҙы уҡытыусы.
Бик күптәрҙе һоҡландырған кабинеты булды Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙының. Кабинетта үҙенең һәм уҡыусыла-рының тырышлығы менән булдырылған альбом-гәзиттәр тупланған ине. Этик зауыҡ, матурлыҡ тәрбиәләү маҡсатында, уҡыусының һәләтенә, булмышына ярашлы эш ул — альбомдар эшләү. Уҡыусылар бик әүҙем. «Тағы нимә эшләргә, миңә бирегеҙ», — тип һорап алалар. Төрлө мәғлүмәттәрҙе теләп йыялар. Яҙыу-һыҙыу, биҙәү оҫталығына өйрәтеү ваҡытты күп ала. Тик шуныһы: уҡыусы шуға күңелен һала, биҙәй, яҙырға өйрәнә.
Йылдар үтә. Яуаплылыҡ, үҙеңә талапсанлыҡ арта. Тәрбиә ике яҡлы икәнен иҫәпкә алғанда, рухи ҡиммәттәр ҡаҡшай барғанда, ата-әсәләргә таянып эшләргә кәрәк. Хоҡуҡ менән бурысты ла айыра белеү зарур. Ҡайһы саҡ балалар күңеленә юл табыу еңел түгел. Бәйһеҙлек, вайымһыҙлыҡ та ҡамасаулай. Ауыр холоҡло уҡыусыларҙы башҡалары менән тиң күреп уҡытты ул. Уҡыусының һәләтле яғын табып, уға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышты.
Район уҡытыусылары семинарында имтихандарҙан һуң йыйып алынған эштәре гел ыңғай яҡтан баһаланды. Уҡытыусының баһаланмай ҡалған хеҙмәте лә бихисап. Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙы күптән хаҡлы ялда. Элекке уҡытыусы булмағандай, элекке уҡыусы ла булмай. Уҡытыусыға ул — һәр ваҡыт уҡыусы, уның уңыштарын күреү —оло ҡыуаныс.
Яңыраҡ Фәрүәз Әбүзәр ҡыҙы менән осрашҡанда хәл-әхүәлдәрен һораштым. Ә ул мәктәп, уҡыусылары тураһында һөйләне лә китте. Эй, хәтер, эй, белем, эй, ихласлыҡ! Бик күп һөйләне, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай ҡағыҙға төшөрҙөм.
Айһылыу ХӘСӘНОВА.