“Радий Фәрит улы, беҙ һеҙҙең менән күп сәғәттәр аралашабыҙ, эшләйбеҙ. Һеҙ республикала хәлдең нисек икәне тураһында һөйләй башланығыҙ инде. Бәлки, берәй нәмәгә өҫтәмә иғтибар итергә теләр инегеҙ”, тип һүҙ башланы Владимир Путин.
Осрашыу барышында Президент махсус операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам, республика иҡтисады, сәнәғәттең үҫеш кимәле, ауыл хужалығындағы эштәр барышы, медицина торошо, милли проекттарҙың үтәлеше буйынса Радий Хәбировтың докладын тыңланы.
Ашығыс ярҙам белгестәренең һанына иғтибар итергә ҡушты.