Атайсал
24 Октябрь 2024, 06:11

БРИКС саммитының икенсе көнө үтте

БРИКС лидерҙары Ҡазанда үткән саммиттың икенсе көнөндә берләшмәнең яңы проекттарын иғлан итте.  #Владимир Путин

БРИКС саммитының икенсе көнө үттеБРИКС саммитының икенсе көнө үтте
БРИКС саммитының икенсе көнө үтте

     Улар араһында  Владимир Путин тәҡдим иткән милли иҡтисадтарға ярҙам итеү өсөн инвестиция платформаһын булдырыу. Ул, Президент һүҙҙәренсә, союз илдәренә ярҙам итеүҙең ҡеүәтле ҡоралына әүереләсәк һәм башҡа дәүләттәр өсөн финанс ресурстарына инеү мөмкинлеген асасаҡ.

    БРИКС-тың донъя иҡтисадында алдынғы позицияларын һаҡлап ҡалыу тенденцияһы артабан да нығытыласаҡ. Көнбайыш илдәре, сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү өсөн долларҙы ҡорал итеп ҡулланып, үҙ иҡтисадтарын юҡҡа сығарыуын дауам итә. Саммитта башҡа төп темалар булып ғәмәлдәге геосәйәси көрсөк, шул иҫәптән украин конфликтын көйләү ысулдары тора.

         БРИКС-тың XVI саммиты йомғаҡтары буйынса берләшмә илдәренең Ҡазан декларацияһы ҡабул ителде. Унда БРИКС лидерҙары, атап әйткәндә, демократияны, вәкиллекте һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн БМО-ның бөтә яҡлап реформаһын, шул иҫәптән уның Именлек Советын хуплай. Документтың төп темалары араһында шулай уҡ берләшмәнең үҫеше, төрлө глобаль проблемалар буйынса позиция, санкциялар, төбәк көрсөктәрен көйләү, шул иҫәптән Украина һәм Яҡын Көнсығышта. Документ 43 биттән торға, унда 134 пункт бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас